RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Сәләм» халыҡта ыңғай кәйеф тыуҙырырға тейеш»

28.05.2011 «Сәләм» халыҡта ыңғай кәйеф тыуҙырырға тейеш»

«Сәләм» халыҡта ыңғай кәйеф тыуҙырырға  тейеш»Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яҙмышы республика халҡында ҙур борсолоу тыуҙырғайны. Бер йыл тирәһе эшләү дәүерендә ул тамашасыларының һөйөүен юғалта яҙып ҡуйҙы. Бик күп үҙгәрештәр кисерҙе, яңы тапшырыуҙар барлыҡҡа килде, яңыса дизайн менән эшләй башланы. Уңышлы проекттар ҙа күренде, әммә халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырғандары күберәк булды шулай ҙа. Үҙгәрештәр беҙҙе иртә таңдан сәләмләүсе, көнөбөҙҙө башлап ебәреүсе, бөтә көндөң кәйефен билдәләүсе «Сәләм»де лә урап үтмәне. Әммә кәйефебеҙ йыш ҡына күтәреләһе урынға төшөп тә киткеләне. Хәйер, был турала күп яҙылды, күп һөйләнелде, бушҡа һүҙ ҡуйыртаһы түгел. Шатлыҡлы хәбәр менән генә бүлешмәксебеҙ. Тиҙҙән «Сәләм»ебеҙ яңынан элекке форматына ҡайтасаҡ. Яңылыҡты һеҙгә лә тулы итеп еткереү өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире урынбаҫары, интер­актив тапшырыуҙар етәксеһе Наил Тәлғәт улы Юнысов менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
– «Сәләм»дең яҙмышына, тамашасы булараҡ та, журналист булараҡ та, битараф ҡала алмайбыҙ. Әле лә, тапшырыу үҙгәрештәр кисерәсәк, тигәс, хәлдәрегеҙҙе белешергә тип килеп еттек. Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
– «Сәләм», 16 йыл буйы эшләп килгән тапшырыу булараҡ, күпте күргән, күпте кисергән. Былтыр үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, бер йыл эсендә ике тапҡыр форматты ла үҙгәртеп ҡараныҡ. Бының сәбәптәре бөтәһенә лә мәғлүм.
«Сәләм» һүҙе ихласлыҡ менән ауаздаш. Ул иртәнсәк кешене ыңғай нотаға көйләргә тейеш. Ә беҙ иртән тура эфирҙан, сюжеттарҙан баш тартып, стандарт рубрикаларға ғына күскәс, әлбиттә, был халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килде. Беҙ коллектив менән һөйләшкәндән һуң, ысынлап та былай бармауын аңланыҡ. Телевидение булғас, кешенең һүрәт, тормоштоң сағылышын күргеһе килә. Рубрикаларҙа йәнлелек юҡ ине. Тамашасылар ниндәй рубрика артынан нимә киләсәген, ниндәй һүҙ артынан нимә яңғыраясағын ятлап та бөттө тиерлек. Әммә беҙ, ябай хәбәрсе булараҡ, үҙ белдегебеҙ менән нимәнелер үҙгәртә алмай инек. Яңы етәксе тәғәйенләнгәс, тәүге көнөнән үк ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Ул йәнлелек, халыҡсанлыҡ етмәүен һәйбәт аңлай.
– Анығыраҡ туҡталып киткәндә, нимәләр үҙгәрәсәк, ниндәй рубрикалар буласаҡ, элеккеләренән дә, бәлки, берәй нәмә тороп ҡалалыр?
– «Сәләм» 15 йыл буйына эшләп килгән форматына ҡайтасаҡ, тиергә була. ҡунаҡтар менән әңгәмә, ярты сәғәт һайын көн торошо, яңылыҡтар, матбуғатҡа күҙәтеү, файҙалы кәңәштәр – юрист, психолог, табип кәңәштәре, район-ҡалаларҙан сюжеттар ҡуйыласаҡ. Беҙҙең алда, республикабыҙҙың бер районы ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, тигән маҡсат тора. Шулай уҡ иртә менән тапҡырлыҡҡа ҡоролған уйындар ҙа буласаҡ. Кеше уянғанда уҡ күтәренке кәйеф менән уянһын, «Сәләм»дәрҙең бүләген отайым әле, тип дәртләнһен. Тапшырыуҙың тағы ла бер үҙенсәлеге – һәр көн иртән райондарҙағы матбуғат баҫмаларына шылтыратып, яңы ғына «мейестән сыҡҡан», район өсөн мөһим булған хәбәрҙәр менән республика халҡын таныштырыу буласаҡ. Ә элекке форматтан яртышар сәғәтлек блоктар ҡаласаҡ. Иртәнге етенән һигеҙенсе яртыға тиклем һәм һигеҙҙән туғыҙынсы яртыға тиклем башҡортса, һигеҙенсе яртынан һигеҙгә һәм туғыҙынсы яртынан туғыҙға тиклем рус телендә алып барыласаҡ. Башҡорттар русса аңлаһа ла, рустар башҡортса аңламай бит, шуға һәр кем өсөн үҙ ваҡыты булыуы ниндәйҙер кимәлдә эфирҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итәсәк.
– Студияларҙың дизайны ҡара-һары төҫтәрҙә булыуы ла ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны...
– Хәҙер күберәк йәшел төҫ өҫтөнлөк итәсәк. Иртәнге тон, еңел ҡабул ителә торған асыҡ төҫтәр ҡулланыласаҡ. Кешене иртәнән негативҡа ҡороусы, агрессив интерьерҙан баш тарттыҡ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”