RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 2014 йылда үтәсәк олимпиаданан нимә көтәһегеҙ?

21.05.2011 2014 йылда үтәсәк олимпиаданан нимә көтәһегеҙ?

«Сочи – 2014» ойоштороу комитеты, 14 май­ҙа, Сочи Олимпиада­һына 1000 көн ҡалғас, ваҡытты кире яҡҡа иҫәпләй торған «инновацион сәғәт»те ебәрҙе – ул Олимпиада башланғанға тиклем нисә көн, сәғәт, минут ҡалыуын күрһәтеп барасаҡ.
1000 көн яйлап кәмей. Респон­денттарға: «Был Олимпиаданан һеҙ нимә көтәһегеҙ?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Рәмил Абраров, БР-ҙың Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса федерацияһы рәйесе, өлкән тренер, РФ-ның атҡаҙанған тренеры:
– Былтыр беҙҙең ил спортсылары Ванкуверҙа уңышһыҙ сығыш яһағандан һуң спортҡа һәм спортсыларҙы әҙерләүгә хатта ил етәкселеге яғынан иғтибар һәм талап көсәйҙе. Шунлыҡтан Сочи Олимпиадаһында еңеп сығыу Рәсәй спортсыларының мөҡәддәс бурысы тип һанала. Сөнки быға тиклем Рәсәй вәкилдәре спорттың төрлө төрҙәре буйынса ла, Олимпиадаларҙа, донъя чемпионаттарында һәм башҡа спорт уйындарында һәр ваҡыт еңеп, илебеҙ данын юғары тотоп килде.
Үҙебеҙҙең республикаға килгәндә, Башҡортостан спортсыларына ҡарата ла талап ҙур. Сөнки беҙ ҙә быға тиклем илебеҙ данын һаҡлау һәм яҡлау өсөн көс-тырышлығыбыҙҙы йәлләмәнек, артабан да шулай буласаҡ. Сочи Олимпиа­даһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булыуға беҙҙең федерация үҙенең ике спортсыһын – Илмир Хажетдинов менән Дмитрий Васильевтың кандидатураларын тәҡдим итмәксе. Уларҙың тәүгеһенә – 19 йәш, уның менән беҙ ике йыл шөғөлләнәбеҙ. Бик өмөтлө йәш спортсы. Быйыл мартта Японияла үткән Донъя кубогында бронза миҙал яулауға өлгәште.
Ә 31 йәшлек Василий – республика һәм ил данын төрлө кимәлдәге уйындарҙа бер нисә тапҡыр яҡлаған кеше. Уның менән беҙҙең хеҙмәттәшлек стажы ҙур ғына – 1993 йылдан бирле. Ул 2006 йылда Турин Олимпиадаһында ҡатнашып, тәүге ынтылышта еңеү яуланы – 40 минут Олимпиада чемпионы булып алды. Уйын аҙағына ул унынсы урынға күсте. Был да беҙҙең өсөн яҡшы һөҙөмтә. Ә Ванкуверҙа ул, ҡаты ғына йәрәхәткә дусар булып, уйындың аҙағына тиклем барып етә алманы.
Әлбиттә, әле Олимпиадаға тиклем өс йылдай ваҡыт бар, тимәк, беҙгә ныҡлы әҙерләнеү өсөн ваҡыт байтаҡ. Тик Олимпиадаға эләгеү өсөн күпме һынау аша үтергә кәрәк бит әле. Ә беҙҙең спорт төрө буйынса унда дүрт кенә кеше ҡатнашасаҡ. Кемдең ҡатнашыуы старт алдынан ғына билдәләнәсәк. Нисек кенә булмаһын, беҙ унда эләгергә һәм Олим­пиадала уңышлы сығыш яһарға өмөт тотабыҙ.

Саяф Фәйрушин, Өфөләге төҙөлөш фирмаһы хеҙмәткәре, 37 йәш:
– Ил өсөн төрлө кимәлдәге еңеүҙәр, дан, әлбиттә, яҡшы. Тик ул еңеү һәм дан ябай халыҡ өсөн бөгөнгө көндә бер ниндәй ҙә мәғәнәгә эйә түгелдер ул. Сөнки илдә шундай кимәлдәге фәҡирлек, етешһеҙлек, эшһеҙлек, торлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргәндә триллионлаған һумды Сочи төҙөлөшө өсөн генә сарыф итеү бер ниндәй ҙә сиккә һыймаҫлыҡ эш тип һанайым. Кем нисектер, әммә мин, әгәр Президент йәки Премьер-министр булһам, үткән быуатта Мәскәүҙә үткән Олимпиада уйындары өсөн ғәйәт ҙур аҡса тотоноп төҙөлгән комплекс менән дә ҡәнәғәтләнер инем. Йәйге Олимпиада өсөнмө ул, ҡышҡыһы өсөн төҙөлгәнме, уны барыбер тегенеһенә лә, быныһына ла яраҡлаштырып була. Бер илгә ике ҙур комплекс ғәмәлгә яраҡлы эшме икән?

Виктор Никитин, биатлон буйынса балалар һәм үҫмерҙәр­ҙең Олимпия резервын әҙерләүсе спорт мәктәбе хеҙмәткәре, БР-ҙың өлкән тренеры, РФ-ның атҡаҙанған тренеры:
– Беҙҙең Биатлонсылар федерацияһынан РФ-ның йыйылма командаһына өс кандидат – 1987 йылғы Александр Жирный, 1990 йылғы Николай Якушев, 1982 йылғы Максим Чудовты тәҡдим итмәксебеҙ. Егеттәребеҙ донъя, Европа, ил кимәлендә ойошторолған күп кенә спорт уйындарында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. Әйтәйек, Николай Якушев – юниорҙар араһында донъя чемпионатының көмөш призеры, юниорҙар араһында Европа чемпионаты призеры, ир-егеттәр араһында Европа чемпионатының көмөш призеры; Максим Чудов – Ванкуверҙағы Олимпия уйындарының бронза призеры, ир-егеттәр араһында биш тапҡыр донъя чемпионы; Александр Жирный – Рәсәй чемпионатының көмөш призеры.
Әле егеттәр менән ал-ял белмәй киләһе Олимпиадаға әҙерләнәбеҙ. Улар үҙ бурыстарына бик яуаплы мөнәсәбәттә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”