RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғаилә татыулыҡҡа нигеҙ һала

21.05.2011 Ғаилә татыулыҡҡа нигеҙ һала

Баш ҡалала «Ғаилә һәм демография. Милләт-ара татыулыҡты үҫтереүҙең социаль потенциалы» исеме аҫтында халыҡ-ара конгресс үтте. Рәсәйҙең ҡырҡтан ашыу төбәгенән, алыҫ һәм яҡын сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан форумда күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре һәм перспективалары тикшерелде.

Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, ғаилә мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конгресс төрлө тема буйынса Рәсәйҙә 2002 йылдан алып үткәрелә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә төбәк ғаилә сәйәсәтен үҫтереү сиктәрендә йәш ғаилә проблемалары тикшерелһә, Рязань ҡалаһында йәштәрҙе рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү һәм ғаиләлә милли традициялар мәсьәләһе ҡаралды. Курскиҙа иһә ғаилә педагогикаһы традициялары һәм инновациялары өйрәнелгән.
Башҡортостанда 2011 йылдың Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителеүен иҫәпкә алып һәм төбәктә йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәүен, ғаилә, шул иҫәптән милләт-ара ғаилә институтына ярҙам өлкәһендә ҙур тәжрибә тупланыуын һәм бындай тәжрибәне Рә­сәйҙең башҡа субъект­тарында, БДБ һәм донъя илдәрендә фай­ҙаланыуҙың мөһимлеген күҙ уңында тотоп, ойоштороу комитеты VIII конгрес­ты беҙҙә үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаған да инде.
Форум барышында, 18 майҙа, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге фи­лиалының уҡыу корпусын асыу тантанаһы үтте. Ошо уҡ көндә ҡунаҡтар «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларын тәбрикләүҙә ҡатнашты. Иртәгәһенә ҡаланың төрлө урындарында күсмә социаль-ғәмәли сессиялар, тренингтар, мастер-кластар, ижади оҫтаханалар ойошторолдо. Конгресс-холл бинаһында фәнни һәм юғары уҡыу йорттары йәмәғәтселеге, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәр­ҙәре ҡатнашлығындағы пленар ултырыш үтте, «түңәрәк өҫтәл»дәр һәм фәнни-ғәмәли секциялар эшләне.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, делегаттарҙы сәләмләп, милли мәҙәниәт ғаиләнән үҫеш ала, ғаилә традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү – һәр халыҡтың бурысы, тип билдәләне. Артабан республика башлығы туған телдәрҙе ғаиләлә өйрәнеүҙең мөһимлеген телгә алды. «Туған телдә аралашыуҙы мәктәптәге дәрес кенә алмаштыра алмай. Шуға күрә телгә һөйөү тәрбиәләү ғаиләнән башланырға тейеш», – тине ул.
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт йәшәй. Бер-береңдең мәҙәниәтенә, теленә, йолаларына хөрмәтле булыу – иң матур мөнәсәбәттәрҙең береһе. Сөнки ғаилә татыу булғанда ғына дәүләт ныҡлы. Пленар ултырышта ҡатнашыусылар һәр сығышта ошондай фекерҙе үткәрҙе.
Ысынлап та, илебеҙҙә сәләмәт социаль мөхит хакимлыҡ итә. Ғаилә тураһында хәстәрлек күреү, әсәлекте, балалыҡты яҡлауҙың өҫтөнлөклө социаль сәйәсәт булыуы быға асыҡ миҫал. Беҙҙә 34 мең күп балалы ғаиләлә 113 мең бала тәрбиәләнә. Киләсәктә икешәр, өсөшәр игеҙәк бала тыуған ғаиләләргә социаль ярҙам арттырыласаҡ. Өсөнсө сабый­ҙары тыуған ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы биреләсәк. Һанай китһәң, ыңғай миҫалдар күп.
Ноябрь айында үтәсәк Әсәләр форумы конгрестың дауамы буласаҡ.

Р. КҮСЕМХАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”