RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Мин башҡортса һөйләшәм!"

21.05.2011 "Мин башҡортса һөйләшәм!"

Сибай ҡалаһында туған телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән "Мин башҡортса һөйләшәм!" акцияһы дауам итә.
Май башында ҡалалағы юғары уҡыу йорттары студенттарының инициативаһы менән башланып киткән акцияның шарттары ябай: туған телеңде белеп кенә ҡалма, аралашыуҙа ла ҡуллан. Магазиндамы, йәмәғәт транспортындамы, уҡыу йортондамы, ғаиләңдә булһынмы – башҡортса һөйләш.
Акцияны йәйелдереүселәр­ҙең береһе менән осрашып, сараның тәүге емештәре хаҡында һорашам. Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуып үҫкән Рузилә Иҫәнбаева Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында 3-сө курста уҡып йөрөй. Уҡыуҙан һуң әхирәттәре менән бергәләшеп ҡалаға сығып, башҡорт телен пропагандалауҙа ҡатнаша. “Филология бүлегендә белем алыусы булараҡ, туған тел, уның киләсәге хаҡында уйланмай булмай. Шуға ла, "Башҡортса һөйләшәм!" акцияһына ихлас тотондоҡ. Әлеге ваҡытта магазиндар, йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем эш алып барабыҙ. Телде пропагандалау маҡсатында көнкүрештә башҡортса аралашыу, тауарҙарға хаҡ­тар­ҙы, аңлатмаларҙы баш­ҡорт телендә лә биреп барыу, башҡорт телен белгән һатыу­сыларға үҙ телендә һөйләшеү һәм башҡа тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына булып күренгән миҫалдар ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирә бит", – ти ул.
– Акцияла ҡатнашырға теләк белдереүселәр күпме? Ғөмүмән, халыҡ яңылыҡты нисек ҡабул итә?
– Әлбиттә, аңлатыу эше алып барырға кәрәк, һәм беҙ тап ошоноң менән шөғөлләнәбеҙ ҙә инде. Инициатив төркөм ҙурайғандан-ҙурая, был иһә акцияға күберәк халыҡты йәлеп итеү мөмкинлеге бир. Әле бына яңыраҡ ҡына Сибай институтында йәштәр проблемаларына ҡағылған форум үтте. Беҙ унда туған телдең яҙмышы мәсьәләһен күтәреп сыҡтыҡ. Май айында уҡыуға күберәк иғтибар бүлергә тура килде, әммә июндә "Мин башҡортса һөйләшәм!" акцияһының төп саралары үтәсәк тип ниәтләйбеҙ.
И. ҡАНСУРИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”