17.05.2011 «Алло, беҙ һеҙҙе тыңларға әҙер»
йәки Тормошоғоҙҙа проблемалар булһа, психологик ярҙам үҙәгенә шылтыратыуҙан тартынмағыҙ
Тормошта төрлө хәлдәр була, ҡайһы саҡта ҡайҙа барып, кемдән кәңәш һорарға белмәйһең: бер кем дә һине аңламаҫ, берәүҙең дә һиндә эше юҡ кеүек, шул уҡ ваҡытта килеп тыуған хәлдән сығыу юлы ла күренмәй. Бына шундай ауыр минуттарҙа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға һуң? Һуңғы йылдарҙа төрлө ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә халыҡҡа психологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре эшләй башланы. Улар кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. Был үҙәктәрҙә «Ышаныс телефондары» ла булдырылған. Тимәк, барырға мөмкинлек юҡ икән, шылтыратып ҡына ла һөйләшергә мөмкин. Уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең «Ышаныс телефоны» хеҙмәте етәксеһе Ғәлиә Әхәт ҡыҙы СӘЛИХОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
– Ғәлиә Әхәтовна, һеҙҙең хеҙмәт ҡасандан алып эшләй һәм уның асылы нимәлә?
– Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса республика үҙәгендә 2008 йылдың авгусынан «Ышаныс телефоны» хеҙмәте ойошторолдо һәм эшләп килә. 273-09-00 телефоны аша беҙ тәүлек әйләнәһенә республика халҡына психологик ярҙам күрһәтәбеҙ. 2010 йылдың 1 сентябренән беҙҙең «Ышаныс телефоны» 8800-2000-122 Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефонына тоташтырылды. Беҙ ошо номер буйынса балаларҙан, үҫмерҙәрҙән һәм уларҙың ата-әсәләренән шылтыратыуҙар ҡабул итә башланыҡ. 273-09-00 телефонына шылтыратыуҙар стационар телефондарҙан ғына бушлай булһа, Бөтә Рәсәй балалар телефонына кеҫә телефондарынан да шылтыратыу өсөн аҡса тотолмай. Тағы шуны әйтеп үтер инем: беҙ аноним шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ, йәғни шылтыратыусы үҙенең исем-шәрифен, ҡайҙан икәнлеген, кем булып эшләүен бөтөнләй әйтмәҫкә хоҡуҡлы. «Ышаныс телефоны» шуның менән башҡа психологик ярҙамдан айырылып тора ла инде.
– Кешеләр һеҙгә йыш мөрәжәғәт итәме?
– Тәүҙә, әлбиттә, ҙур ғына реклама кампанияһы үткәрергә тура килде, сөнки халыҡ телефон номерын белмәй ине. 2008 йылда биш ай эсендә 2000-ләгән шылтыратыу ҡабул иттек. 2009 – 2010 йылдарҙа эш берҙәмерәк, дәррәүерәк китте. 2009 йылда биш мең алты йөҙ самаһы шылтыратыу булһа, былтыр беҙгә, ярҙам һорап, һигеҙ меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте.
– Күберәк ниндәй һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итәләр?
– Күберәк, әлбиттә, кешеләр араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтар, бәхәсле хәлдәр, ғаилә проблемалары, эштәге ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап шылтыраталар. Балаларҙы, үҫмерҙәрҙе күберәк әсәй-атай араһындағы, уҡытыусылар, класташтары менән мөнәсәбәт борсой. Шулай уҡ беренсе мөхәббәт, ғишыҡ тойғоһона бәйле һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итәләр.
– Шылтыратыуҙы ҡабул иттегеҙ, ти. Иң беренсе эште нимәнән башлайһығыҙ?
– Беҙ кешеләргә нисек ярҙам итәбеҙ? Әлбиттә, иң беренсе улар менән ышаныслы бәйләнеш урынлаштырырға тейешбеҙ. Кеше шылтыратҡас, тимәк, уның ниндәйҙер проблемаһы бар. Һәм ул күп ваҡытта үҙенең туғандарына, ата-әсәһенә, яҡын дуҫтарына аса алмаған серҙәрен, телефон аша шылтыратып, бөтөнләй ят кешегә һөйләргә, үҙенең күңелендәге борсоулы уй-хистәре, төрлө ҡурҡыуҙары, кисерештәре менән уртаҡлашырға әҙер. Һәм бында беҙҙең тарафтан бер ниндәй ҙә ғәйепләү, кире ҡағыу булырға тейеш түгел. Ышаныслы яҡшы мөнәсәбәт булдырыу өсөн беҙ ул кешене иғтибар менән тыңлайбыҙ: ни өсөн шылтыратҡан, ниндәй проблемаһы бар – асыҡлайбыҙ. Һуңынан иһә бергәләп был проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Күптәр, психологҡа барам да ул миңә нимә эшләргә әйтеп бирәсәк, йәғни рецепт яҙып бирәсәк һәм шуның буйынса бәхетле булып китәсәкмен, тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Шулай уҡ беҙҙең эштә лә, «Ышаныс телефоны»на шылтыратам да, улар миңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтә һәм проблема хәл ителәсәк – шылтыратыусыларҙың күбеһе тап шулай фекер йөрөтә. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел. Проблеманы хәл итеү юлын психолог менән бергә абонент үҙе эҙләргә тейеш. Һәм ниндәйҙер юлды иң яҡшыһы тип тапҡандан һуң, артабан ниндәй ҡарар ҡабул итеү ҙә уның үҙенән тора. Был осраҡта психолог уға тыңлаусы, аңлаусы һәм дә ниндәйҙер алға этәреүсе, көс биреүсе булып ҡына сығыш яһай.
– Шылтыратыусыға ниндәйерәк кәңәштәр бирәһегеҙ һуң?
– Институтта уҡығанда ике йыл буйы «Психологик консультациялау» тигән фән үттек. Беренсе лекцияла уҡ беҙҙе уҡытҡан уҡытыусы, психолог кәңәш бирмәй, шуны аңлағыҙ һәм ғүмерлеккә һабаҡ итеп алығыҙ, тине. Беҙ кәңәш бирмәйбеҙ, ә кешенең проблемаһын уның менән бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Сөнки кешегә дөрөҫ кәңәш биреүе бик ауыр, хатта дөрөҫ тип уйлаған осраҡта ла уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күҙаллауы мөмкин түгел һәм был хәл-ваҡиғаның аҙағы өсөн яуаплылыҡ беҙҙең өҫтә буласаҡ. Шуға күрә ниндәйҙер кәңәш биреү беҙҙең бурысыбыҙ түгел.
– Тимәк, аныҡ ҡына кәңәш юҡ...
– ҡайһы бер осраҡта кәңәш бирергә лә тура килә. Сөнки «Ышаныс телефоны»на мәғлүмәт һорап шылтыратыусылар ҙа була. Мәҫәлән, шундай-шундай осраҡ килеп тыуҙы, миңә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, тип шылтыраталар. Ундай осраҡтарҙа, шунда барығыҙ, шул кешенең исеменә хат яҙығыҙ, йәки ошо телефон буйынса шылтыратығыҙ, тип әйтеп бирергә тура килә.
– Шылтыратыуҙар ҡайҙан күберәк: ауыл еренәнме, ҡалананмы?
– ҡала еренән күберәктер, шул уҡ ваҡытта район үҙәктәренән дә шылтыратыуҙар күп кенә. Проценттар буйынса әйткәндә, 60 проценты – ҡалаларҙан, 40 проценты – райондарҙан. Аралашыу күберәк рус телендә бара, әгәр ҙә шылтыратыусы, мин рус телендә яҡшы белмәйем, үҙ телемдә аралашыу еңелерәк, тип башҡорт йәиһә татар телендә аралашырға теләк белдерә икән, беҙ уларҙың теләгенә ҡаршы килмәйбеҙ.
– Ғөмүмән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ошондай хеҙмәттең әһәмиәте нимәлә? Кәрәкме ул?
– Бөтә ер йөҙөндә «Ышаныс телефоны» хеҙмәттәре ярты быуаттан ашыу эшләп килә, ҙур ҡалаларҙа хатта бер нисә «Ышаныс телефоны» бар. Һуңғы 20 – 25 йыл эсендә генә беҙҙең ил буйынса «Ышаныс телефондары»ның селтәре киң йәйелдерелде. Кешеләр унда мөрәжәғәт итә, ярҙам һорай икән, тимәк, бындай хеҙмәттәр кәрәк һәм файҙаһы бар, тип уйлайым. Әлбиттә, был турала беҙҙең абоненттарҙан һораһаҡ, яҡшыраҡ булыр ине, ләкин беҙҙең уларға шылтыратырға хаҡыбыҙ юҡ. Һәр хәлдә, уларҙы тыңлап, консультация үткәреп, ярҙам итергә тырышҡандан һуң кешеләрҙең күбеһе, рәхмәт әйтеп, тынысланып, телефонды һүндерә.
– Нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө заманда психологик ярҙамға мохтаж кешеләр артамы?
– Һәр ваҡытта ла психологик ярҙамға мохтаж кешеләр булғандыр, моғайын. Ни өсөн әлеге заманда кешеләр психологик ярҙамға мохтаж? Бәлки, аралашыу етмәйҙер? Сөнки ҙур ҡалаларҙа йәшәгән кешеләр иртән тороп эшкә саба, кис кенә өйөнә ҡайта. Бәлки, бер-береһен тыңларға ваҡыттары юҡтыр? Шуға күрә психологҡа килеп үҙенең күңелен бушатып, эсендәге уй-кисерештәрен һөйләп ҡайтһа, кешегә рәхәтерәк һәм еңелерәк булып ҡалалыр.
– Йыш ҡына, тормош ауыр, ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, тигәнде ишетергә була. Ошоға бәйле, һуңғы йылдарҙа психологик көсөргәнештәр, стрестар күбәйҙеме?
– Бәлки, әҙәйеүгә лә баралыр. Сөнки ауыр 90-сы йылдар, билдәһеҙлек артта ҡалды, илдә бер аҙ тотороҡлолоҡ барлыҡҡа килде, кеше киләсәккә өмөт менән ҡарай башланы, тип уйлайым.
– Психологик көсөргәнештең сәбәптәрен нимәлә күрәһең?
– Кеше кире уй-тойғоларҙы тышҡа сығармай, эсендә йыйып барһа, шуның йыйылып-йыйылып психологик көсөргәнешкә, ниндәйҙер ауырыуға әйләнеп китеүе мөмкин. Шуға күрә бәхәсле хәл килеп тыуып, уға ҡарата кире уй-тойғолар барлыҡҡа килә икән, мәсьәләне шунда уҡ хәл итергә тырышырға кәрәк. Халыҡ, тешеңде ҡыҫып булһа ла түҙ, өндәшмә, ҡаршы әйтмә, ти. Түҙеп йөрөп-йөрөп, кеше йәиһә бөтөнләй ҡыҙып китеп сығырынан сыға, йәиһә ауырыуға әйләнә. Шуға күрә бәхәсле хәлдәрҙе конструктив рәүештә хәл итә белеү мөһим. Йәғни кәрәк сағында ҡаты ғына итеп «юҡ» тип әйтә белергә лә, үҙеңдең ҡарашыңды, фекереңде кешенең күңелен ҡыймаҫлыҡ итеп, шул уҡ ваҡытта, аныҡ ҡына итеп еткерә белергә лә кәрәк. Был бөтәһе менән бәхәсләшеп йөрөүҙе лә аңлатмай, шул уҡ ваҡытта бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, һәр нәмә менән килешеп йөрөһә лә, кешенең эсендә дауыл, хистәр ҡайнауы, буран булыуы ихтимал.
– Үҙен психологик көсөргәнештән һаҡлау өсөн кеше тағы ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫендә тоторға тейеш?
– Тормошҡа оптимистик ҡараш, эске тормошоңда гармония, һине тотоп торған ниндәйҙер эске стержень булырға тейеш. Йәғни һине кеше һәм шәхес иткән нигеҙ булырға тейеш. «Мин-мин» тип үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйырға ла ярамай, шул уҡ ваҡытта үҙ баһаңды төшөрөргә лә кәрәкмәй. Мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалай белергә, уй-хистәреңә, ҡылған ҡылыҡтарыңа анализ яһап, үҙ-үҙеңә баһа бирә белеү ҙә был осраҡта ярҙам итә. Тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш кәрәк һәм тормош һуҡмағыңда һағалаған кәртәләргә ябайыраҡ ҡарап, ығы-зығыларына, ваҡлыҡтарына бирелмәй, уларҙан өҫтөн булырға, тынысыраҡ ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта яҡындарың, туғандарың, дуҫ-иштәрең менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу, яҡшы мөғәмәлә итеү, бәйләү, тәмле аш-һыу менән ғаиләңде һыйлаумы, яҡшы китап-журналдар, гәзиттәр уҡыу кеүек күңелеңә ятҡан шөғөлөң дә булыу бик яҡшы. Концерт, спектаклдәргә йөрөп ял итеү файҙалы. Шулай уҡ спорт программалары күптәр өсөн эмоциональ яҡтан бушаныу сараһы булып тора. Һыу процедуралары ла бик ныҡ ярҙам итә.
– Һеҙ ярҙам итә алмаған осраҡтар ҙа булалыр...
– Психологик ярҙам менән генә алдыра алмаған осраҡта медицина ярҙамы, социаль ярҙам бар. Беҙ ундай кешеләрҙе, әлбиттә, уларға йүнәлтәбеҙ.
– Гел генә кешенең аһ-зарын тыңлап ултырыу ҡыйын түгелме? Кире эмоцияларҙан арыраҡ булырға тырышығыҙ, тип әйтәләр бит...
– Писхолог һөнәрен һайлағанһың икән, тыңларға тура килә инде. Үҙәккә эшкә килгән ваҡытта уҡ ҡайҙа барғаныбыҙҙы белдек бит. Әммә башҡа кешелергә әйткән тәҡдимдәр кеүек, үҙебеҙ ҙә был ауыр уйҙарҙан, кире тәьҫораттарҙан арыныу яғын ҡарайбыҙ. Бының өсөн ял көндәребеҙ бар, арып китһәк, отпуск алырға мөмкин. Шуныһы һәйбәт, психологтың отпускыһы оҙон, икегә бүлеп тә алырға була. Арып киткәнеңде һиҙһәң, аутотренинг алымдарын ҡулланырға мөмкин.
– Эшегеҙ оҡшаймы? Психология фәне ҡыҙыҡлымы?
– Эшем оҡшай. Ғаиләгә, йәштәргә, балаларға психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең райондарҙа, ҡалаларҙа филиалдары бар. Мин бында эшкә килгәнсе Баймаҡ филиалында эшләнем. Унда үҙәк бәләкәйерәк, штат та ҙур түгел ине. Шуға ҡарамаҫтан, кешеләр килә, шылтырата ине. Бындағы кеүек туҡтауһыҙ шылтыратыу ҡабул итмәһәк тә, мөрәжәғәт итеүселәр бар. Фәнгә килгәндә, психология фәне күҙгә күренмәгән фән бит инде ул. Уны бер нисек тә тотоп ҡарап та, тойоп та, күреп тә булмай. Кешенең башында ниндәй уй ята, уны бер нисек тә белеү мөмкин түгел. Шуға күрә бик ҡатмарлы фән, әлбиттә. Ысын психолог булып китеү өсөн бик ҙур тәжрибә кәрәк.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.