17.05.2011 Ҡаҙҙары әрәм булған
ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылында ҡаҙ фермаһы янған. Был көндө шәхси эшҡыуар 200-ләп бер айлыҡ ҡаҙ бәпкәләре һатып алып ҡайтҡан булған. Һарайҙа һалҡын булғас, хужа тимер мейес ҡуйып йылытырға уйлаған. Күрәһең, мейес ҡыҙып китеп, янғын сыҡҡан.
Янғында 100 ҡаҙ һәләк булған, тағы ла йөҙөн ферма хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарып алып ҡалған.
Үткән аҙнала республикала 41 янғын сыҡҡан, шуның 18-е – Өфөлә. Уларҙа ике кеше йәрәхәтләнгән. Ут сығыу сәбәбе – электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау, тәмәке тартыу, балаларҙың ут менән шаярыуы.