RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

14.05.2011 Ҡыҙыл раузалар…

Ҡыҙыл раузалар…Раузаны сәскәләр батшабикәһе тип йөрөтәләр. Һуңғы йылдарҙа улар­ға иғтибар үтә лә артты. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан да рауза үҫтереү тураһында яҙыуыбыҙҙы үтенеп яҙған хаттар йышайҙы. Был яҙмаларыбыҙ рауза яратыусыларға ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Рауза сәскәләре ҡуйы булып һәм оҙаҡ сәскә атһын өсөн, уны ултыртыу урынын, сортын һайлау һәм аҙаҡ дөрөҫ тәрбиәләү ҙә мөһим.

Яйлы урын

Рауза сәскәһе яҡты, шул уҡ ваҡытта ышыҡ урынды ярата. ҡояш яҡтыһы төшкән урында үҫкән рауза тиҙерәк үҫешә һәм сәскәһе лә күп була. Ул төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш елдәренән һаҡланған урында булырға тейеш. Сәскәләрҙе һауа алмашынмаған йәки соҡор урында ултыртырға ярамай – бәшмәк ауырыуы ла тиҙ тараласаҡ, тупраҡ та нығыраҡ туңасаҡ. Көньяҡҡа, көньяҡ-көнбайышҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан 8 – 10 градусҡа ауышыраҡ урын йәтешерәк була. ҡар һыуы торламаған урын иң яҡшыһы. Сәскәләрҙе елдән һаҡлау мөһим.
Рауза үҫтереү өсөн гумусҡа бай, һыу һәм һауа еңел үтеп инерлек еңел тупраҡ яҡшыраҡ. ҡомло тупраҡ бик ярамай. Сөнки йәйен ул ныҡ ҡыҙа, туҡлыҡлы матдәләр тиҙ йыуылып төшә, ә ҡышын туңа. Сәскә тамыры ҡайһы берҙә 1 метрҙан да тәрәнерәккә үҫә, шуға күрә грунт һыуы 80 –120 сантиметрҙан да яҡыныраҡ булырға тейеш түгел. Үҫенте тупрағына тиреҫ, кәҫ, торф, эзбиз индереү ҙә һәйбәт йоғонто яһаясаҡ.
Рауза сәскәһе өсөн тупраҡ әселеге лә ҙур әһәмиәткә эйә. Әселеге әҙ (рН 6,0 – 6,5) булған һайын хәл отош­лораҡ – бының өсөн көл, эзбиз йәки доломит оно индереү яҡшы.

Раузаларҙы рәт-рәт итеп, төркөмләп йәки берәмләп ултыртырға мөмкин – барыһы ла ҡыуаҡтың сортына һәм формаһына бәйле. Тәрбиәләгәндә, ҡышҡылыҡҡа йылытып ябыр өсөн уңайлы булһын тиһәгеҙ, сәскәләрҙе ике рәткә теҙеп ултыртыу йәтеш. Өҙлөкһөҙ сәскә атыусы флорибунда, сәй-гибрид һәм полиант сорттарын бер-береһенән 36 – 60 см алыҫлыҡта, ремонтант сортын – 60 – 100 см, шраб һәм ярым­үрмәләүсе сорттарын 1 – 1,2 м алыҫлыҡта ултыртыу шарт. Үрмәләүсе сорттарҙы арка, махсус рәшәткә, беседка эргәһенә ултыртыу ҙа отош­ло. Ул ҡоймаларҙы ла, ихатаның хужалыҡ өлөшөн дә матур итеп ҡаплап тора. Ихатаны раузалар менән биҙәгәндә, уларҙы сәскә атыу осорона, сәскәләрҙең төҫөнә ҡарап та һайларға мөмкин.
*рН – тупраҡ әселеген күрһәтеүсе дәүмәл. Ул 7-не күрһәтһә, тупраҡтың әселеге нейтраль, 7-нән кәм булһа – әсе, 7-нән күп булһа – һелтеле.

Үҫентеләрҙе һайлау

Уларҙы питомниктан йәки фирма магазиндарынан һатып алыу­ға өҫтөнлөк бирегеҙ: үҫентеләр улар­ҙың тамырын һаҡлаусы тупраҡ, торф йәки башҡа дымлы материалдар һалынған махсус контейнерҙар­ҙа, пакеттарҙа һатыла.
Үҫентеләрҙе һатып алыр алдынан рауза сорттары, уның ниндәй бейеклектә, ҡуйылыҡта үҫеүе, сәскәләренең оҙаҡ тороу-тормауы менән алдан танышығыҙ.
Үҫентеләр башҡа сорттар менән ҡушыл­ғанмы-юҡмы, әллә үҙ тамырынан сыҡҡанмы, ҡайһы сорт – асыҡ грунтта, ҡайһыһы оранжереяла үҫеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ.
2 – 3 йәшлек үҫентеләрҙе һайлаһағыҙ, бер ҙә отолмаҫһығыҙ – улар яңы урынына тиҙерәк яраҡлашып үҫеп китә.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: прививкаланған үҫентеләр үҙ тамырынан сыҡҡандарына ҡарағанда көслөрәк була һәм тупраҡҡа тиҙ яраҡлаша.
Рауза үҫентеһен һайлағанда ағасланған 2 – 3 ботағы булғандарын алығыҙ. Был ботаҡтар йәшел, әммә һулымаған булырға тейеш.
Үҫентеләрҙең ботағында һәм япрағында бер ниндәй ҙә тап булмаһа, тамырҙары ныҡ һәм бөрөләре асылмаһа, тимәк, раузалар сәләмәт.
Һатып алған үҫентеләрҙе баҡыр купоросы (10 л һыуға 30 г) йәки фундозол (10 л һыуға 1 аш ҡалағы) иретмәһенә тығып дезинфекциялағыҙ.
Үҫентенең тамырҙары кипкән булһа, уны бер тәүлеккә һыулы күнәккә тығығыҙ.
Үҫентеләрҙе алғас та ултырта алма­һағыҙ, тамырҙарын еүеш сепрәккә йәки ҡа­ғыҙға төрөгөҙ.

Ултыртыу

Яҙ ултыртҡанда үҫентеләр буйға үҫә, барлыҡҡа килгән яңы ботаҡтар һәм япраҡтар тамырға үҫешеү мөмкинлеген кәметә. Рауза ултыртыу өсөн иң уңайлы ваҡыт – көҙ, 1 сентябрҙән 10 октябргә тиклемге арауыҡ. Үҫентеләрҙе ҡышҡылыҡҡа йылы итеп ябырға тура килһә лә, уларҙың ваҡ тамырҙары көсәйеп, нығынып өлгөрә һәм һөҙөмтәлә рауза ҡыуағының тамырҙары ла, өҫкө өлөшө лә яҙын әүҙемерәк үҫешә. Яҙын үҫентеләрҙе ултыртыу­ҙың иң оптималь ваҡыты – 20 апрелдән 20 майға тиклем, йәғни тупраҡ 8 – 10 градусҡа тиклем йылын­ғас. Ямғырлы, тымыҡ көндө, кискә табан һайлағыҙ.
Үҫентеләрҙең тамырҙарын, ботаҡтарын ултыртыр алдынан ҡыҫҡартып ҡырҡырға (ҡырҡҡан урындарҙы буярға), кипкән япраҡтарынан, бөрөләренән таҙартырға һәм натрий гуматы иретмәһе менән эшкәртеп, соҡорҙоң уртаһына ултыртырға кәрәк. Ике аҙна буйы уға ҡояш нуры тура төшмәһен. Һәр рауза төбөн ныҡлап һуғарығыҙ. Һыуы һеңгәс, төбөн 20 – 25 см ҡалынлыҡта тупраҡ менән күмегеҙ.

Ултыртылған раузаларҙың хәл-торошо тупраҡтың нисек әҙерләнелеүенә бәйле. Иң мөһиме – уларҙы элекке урынына ултыртмағыҙ. Сөнки ундағы тупраҡтың көсө бөткән, төрлө сирҙәр һәм ҡоротҡостар булыуы ихтимал. Элекке урынына ултыртыр булһағыҙ, 50 – 70 см ҡалынлыҡта тупраҡты алып ташлап, яңы тупраҡ менән тултырыу мөһим. Тупраҡ тиреҫ һәм минераль өҫтәмәләр менән ашланған булырға тейеш. Прививкаланған раузалар өсөн ашлан­ған тупраҡ ҡатламының – 70, ә тамыр­ҙан алынғандары өсөн 50 см ҡалынлыҡта булыуы яҡшы. Раузаларҙы ултыртыу өсөн 45 – 50 см киңлектә соҡор ҡаҙып, төбөн һәнәк менән йомшартып, серегән тиреҫ, баҡса компосы йәки торф һалып, өҫтөнә таҙа ер ҡушып, бутарға кәрәк.
Тупраҡ ҡатнашмаһы составы: 2 күнәк баҡса ере, 1 күнәк серегән тиреҫ, 1 күнәк торф, балсыҡлы тупраҡҡа 1 йәки 2 күнәк ҡом һәм, киреһенсә, 2 стакан һөйәк оно, 1 – 2 ус суперфосфат, 1 – 2 стакан доломит онон өҫтәргә мөмкин.
Раузаларҙы айырым ултыртһағыҙ, 50х50х50 см ҙурлығында соҡор ҡаҙырға кәрәк. Әгәр ҙә уларҙы төркөмләп ултыртырға булһағыҙ, майҙанды ҙурыраҡ алып, шул уҡ эштәрҙе башҡарырға тура киләсәк. Урынды көҙҙән әҙерләп ҡалдырыу яҡшыраҡ.

Тәрбиәләү

Үҫентеләр ентекле тәрбиәгә (ботаҡтар остарын ҡырҡыуға, прививкаланған үҫентеләрҙең ҡырағай ботаҡтарын алып ташлау, һуғарыу, төбөн йомшартыу, сүп-сарын утау, ашлау, ҡоротҡостарға һәм сирҙәргә ҡаршы көрәш) мохтаж.
ҡоро көндәрҙә үҫентеләргә аҙнаһына бер тапҡыр ныҡ итеп һыу һибергә (бер ҡыуаҡҡа 10 – 15 л) кәрәк. Органик ашламалар индереү зарури. Йыш утағыҙ. Яҙын раузаның ботаҡтарында һәм япраҡтарында үлән бете, йәйен япрағына зыян килтереүсе ҡарышлауыҡтар барлыҡҡа килә. Тамырына ҡаты ҡорттар, айыу күбәләге зыян килтерә. Раузаларҙы онло ысыҡ, тутыҡ, ҡара таптар зарарлай. Уларға ҡаршы көрәшеү өсөн химик ағыуҙар ҡулланырға мөмкин. Тик иң яҡшыһы – дөрөҫ агротехника саралары. Зарарланған ботаҡтарҙы, япраҡтарҙы ҡырҡып йыйып яндырығыҙ, ашлағыҙ, көҙөн, тәүге ҡырауҙан һуң, тимер купоросы, бордо шыйыҡсаһы һиптерегеҙ. Икенсе ысул – ромашка, тырнаҡ гөл, бәпембә, картуф һәм помидор һабағы төнәтмәләрен файҙаланыу.
Онло ысыҡҡа ҡаршы марганец, кальцинирланған сода менән һабын иретмәһен (10 л һыуға 48 – 50 г сода һәм 40 г һабын алына), һарымһаҡ төнәтмәһен (туралған 15 г һарымһаҡты 1 л һыуҙа бер тәүлек буйы төнәтергә), һыйыр тиҙәге төнәтмәһен (10 л һыуҙа ярты күнәк тиҙәкте 3 – 4 көн тоторға ла, аҙаҡ икеләтә һыу өҫтәргә) һибегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”