RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Президент дөрөҫ әйттеме?

14.05.2011 Президент дөрөҫ әйттеме?

Һуңғы йылдарҙа көслө зат вәкилдәре шашты, иманынан яҙҙы – енси ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн, енесенә, затына ҡарамайынса, сабыйҙарға, үҫмерҙәргә йәбешә башланы. Ахырҙа бындай күренеш бөтөн йәмғиәткә хәүеф менән янай. Телевизорҙан көн һайын тип әйтерлек педофилдарҙың ҡылған эштәрен, уларҙан һорау алыу, хөкөм итеү процедураларын киң даирәгә күрһәтәләр. Әммә бынан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Иманһыҙҙар оторо ҡотора. Бындай хәл-күренештәр беҙҙең Рәсәйҙе генә түгел, бөтә ер йөҙөн, яман эпидемия кеүек, ялмап алды. Ошоно иҫәпкә алып, Эстония депутаттары педофилдар­ҙы химик кастрациялау буйынса закон ҡабул итергә тәҡдим итә. РФ Президенты Дмитрий Медведев уларҙың тәҡдиме менән килешә, әммә үҙ төҙәтмәһен индерергә теләй: йәнәһе, химик кастрацияға педофил үҙ теләге менән барырға тейеш.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға: «Эстония депутаттарының, педофилдарҙы химик кастрациялау тураһында закон ҡабул итергә кәрәк, тигән тәҡдименә нисек ҡарайһығыҙ?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Тимерйән Ғәниев, автобус водителе, Салауат ҡалаһы:
– Кем үҙ теләге менән шундай процедураға ризалаш­һын да, унда барһын инде?! Шуға күрә педофилдарға ҡарата бындай сара мотлаҡ булырға, йәғни закон тарафынан ҡаралырға тейеш.
Хәйер, химик кастрациялау кешене бөтөнләй ағзаһынан яҙҙырыуҙы аңлатмай, ә организмда «ҡайнаған» гормондарҙы «ауыҙлыҡлау», аҙғынлыҡты «йүгәнләү» әмәле генә бит. Медведев әйткәнсә, педофил был процедураға үҙ теләге менән барырлыҡ хәлдә булһа, тимәк, ул енәйәт ҡылмаҫлыҡ хәлдә лә, йәғни психик яҡтан сәләмәт кеше булырға тейеш түгелме? Ә педофилдар – ысын ауырыу кешеләр.

Айһылыу ХАММАТОВА, «Мегафон» селтәре операторы, ике бала әсәһе:
– Эстония депутаттарының тәҡдимен хуплайым, сөнки һуңғы ваҡытта илебеҙҙә педофилдар күбәйҙе һәм балаларыбыҙға хәүеф ҙур. Ошоно иҫәпкә алып, минеңсә, Президент Медведев әйтмешләй, ирекле рәүештә түгел, ә мотлаҡ кастрацияларға кәрәк. Кем үҙен ирекле рәүештә кастрациялатһын инде?
Икенсенән педофилдарҙы, наркомандарҙы, эске­селәр­ҙе иҫәпкә алған кеүек, иҫәпкә алыу мөһим. Улар бит йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Улар полиция бүлегендә лә, медицина учреждениеларында ла иҫәптә торорға тейеш. Ғөмүмән, балаларҙың физик һәм психик сәләмәтлегенә хәүеф менән янағандарҙың ер йөҙөндә булмауын теләйем.

Зилә Дәүләтбирҙина, ике бала әсәһе, Хәйбулла районының Байғусҡар ауылы:
– Элек педофилия, гомосексуализм кеүек нәмәләрҙе кешеләрҙең белгәне лә, ишеткәне лә булмай торғайны. Хәҙер иһә, тәбиғи һәләкәттәр артҡан кеүек, кешелек донъяһында ла физик һәм психик ғәриплек, аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ осраҡтары артты. Хатта телевизорҙы ҡарағы ла килмәй башланы. Сөнки ниндәй генә каналын асһаң да, гел алама нәмәләр тураһындағы тапшырыуҙарға юлығаһың. ҡурҡыныс булып китә.
Шөкөр, ауыл тирәһендә кеше барыбер иманын, аҡылын бик юймаған, йәмғиәткә, шул иҫәптән балаларыбыҙға әллә ни хәүеф юҡ. ҡалала йәшәгән ата-әсәләрҙе йәлләйем. Бисараларға, балаларының хәүефһеҙлеген ҡурсалап, көнө-төнө уяу һәм һаҡ булырға тура килә: юҡҡамы ни балаларын баҡсаларға, мәктәптәргә оҙатып ҡуйып, ҡаршы алалар. Унда аҙым һайын ҡурҡыныс янай: балаларҙы йә көсләйҙәр, йә урлайҙар.
Шунлыҡтан рәсәйҙәргә лә эстондарҙың миҫалына эйәрергә кәрәк. Бәлки, педофилдар, закондан ҡурҡып, ҡара эштәрен ҡылыуҙан тартыныр.

Рафаэль ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, фермер, өс бала атаһы, Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылы:
– Химик кастрациялау ул барыбер кешене ғәрипләүгә тиң. Сөнки ул кеше организмына ситтән йоғонто яһау була бит. Шунлыҡтан, ундай юлды һайлағансы, педофилдарҙы йәмғиәттән айырырға кәрәктер. Совет заманында эскеселәрҙе ЛТП-ларға оҙата торғайнылар бит – бына шундайыраҡ сара кәрәк.
Икенсенән, һуңғы ваҡытта педофилдар тураһында киң мәғлүмәт сараларында күпләп яҙа, күрһәтә, һөйләй башланылар – был бит үҙенсә реклама. Рекламанан һуң педофилия, йоғошло ауырыу кеүек, кешегә йоға башлай. Шөкөр, ауылда бындай күренеш күҙәтелмәй, әммә быға тиклем педофилия тураһында ишетмәгән-күрмәгәндәр, әһә, шундайыраҡ әмәл дә бар икән, тип, үҙе һынап, татып ҡарамаҡ булып, ирекһеҙҙән яҙа юлға баҫа, кешелеген юғалта. Халыҡ араһына таратмаҫҡа кәрәк бындай хәл-күренештәрҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”