RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ирмен тигән ир-егет...

14.05.2011 Ирмен тигән ир-егет...

йәки Ниңә ҡатын-ҡыҙҙар дилбегәне үҙ ҡулына ала?

Ир-егеттең бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә тотҡан урыны ҡайҙа? Ул үҙен ысынлап та көслө зат вәкиле итеп күрһәтәме һуң? Бөгөнгө ысынбарлыҡҡа күҙ һалһаҡ, ир-ат менән гүзәл заттың ролдәре алмашынып бөтөп бара. Урамда китеп барыусының ҡайһы саҡ ҡыҙмы, егетме икәнен дә айырыуы ауыр. Әммә һүҙ тышҡы ҡиәфәт хаҡында бармай, әлбиттә.
Белеүебеҙсә, башҡорт ғаиләһе (мәҫәлән, Йәнбирҙе ҡарт һәм уның улдары Урал, Шүлгәндән башлап, Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин һ. б.) миҫалында ғына атай кешенең ғаиләләге абруй-дәрәжәһен күрәбеҙ.
Бөгөн күп ғаиләләрҙә ғаилә башлығы – ҡатын-ҡыҙ. Ни өсөн? «Нимә ҡылһын ҡатын-ҡыҙҙың алтыны, ир-аттарҙың еңһә еңел аҡылы?» – ти халыҡ. Был һүҙҙәрҙә хәҡиҡәт бар. Ләкин бар ғәйепте ир-егеттәргә генә япһарыу дөрөҫ түгел, әлбиттә. ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләлә үҙ-үҙен тотошонан да, тормош иптәшенә булған мөнәсәбәтенән дә, ир-егет булараҡ һанламауынан да киләлер, бәлки, гүзәл заттың өҫкә сығыуы.
Лидерлыҡ, минеңсә, тәрбиәнән тора. Әле мәктәптәрҙә малай шуҡ, тиктормаҫ, һуғыша икән, ул тәртипһеҙ һанала, ә икенсе малай тыныс холоҡло, тик ултыра, уҡытыусы һүҙенән сыҡмай, ул инде тәртипле, аҡыллы, «ысын егет» булараҡ, бөтәһе тарафынан да маҡтала, тәүгеһе әрләнә, битәрләнә. Буласаҡ егет кеше, ысынлап та, шаяра, сәкәләшеп тә ала икән, бының һис ҡурҡынысы юҡ. Сөнки был – көслө затҡа хас сифаттар. Ә беҙ үҫмер саҡтарынан уҡ уларҙың был холҡон юҡ итәбеҙ, лидерлыҡ һәләтен үлтерәбеҙ. Балаларығыҙ уҡыған синыфҡа күҙ һалығыҙ әле, синыф старостаһы кем? Әлбиттә, ҡыҙ бала. Кем бәйге-конкурс­тарҙа әүҙем – шул уҡ ҡыҙҙар. Мәктәп коллективында ла ир-егеттәр һаны бик әҙ. Кем ғәйепле? Көслө затмы, ҡатын-ҡыҙмы, тәрбиәме, әллә йәмғиәтебеҙме? Элек, совет мәктәптәре ойошторолғанға тиклем, мәҙрәсәләрҙә ҡыҙҙарға ла, егеттәргә лә белем, тәрбиә айырым бирелгән. Ә хәҙер тыуғандан алып ҡыҙ һәм ир балалар бергә бит! Һөҙөмтәлә холоҡ-фиғелдәре, ҡыланыштары бер-береһенән айырылмай тиерлек. Етмәһә, уҡытыу­сы, үҙе лә һиҙмәҫтән, малайҙарҙы ла ҡыҙ урынына тәрбиәләй. ҡайҙа хәҙер ир-егеттең батырлығы, үҙ һүҙе, тәүәккәллеге, ҡыйыулығы? ҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙың оялсанлығы, нәзәкәтлелеге һәм нәфислеге? Үҙем белгән таныштар араһынан ғына мәктәпте тамамлап оло тормош юлына аяҡ баҫыусы егеттәрҙең ғәмһеҙ, маҡсатһыҙ булыуын күреп ғәжәпләнәм. Киләсәк бит улар ҡулында...
Ғаиләлә ҡатын кешенең дилбегәне үҙ ҡулына алыуы йәки ошоға ынтылыуы үҙ-ара низағлашыуҙың сәбәбе булып тора. Шунан ниңә ир кеше ҡатынына һалышмаһын? Һөҙөмтәлә гүзәл зат үҙе тормош иптәшен «мәүешлек»тә, ғаилә башлығы була белмәүҙә, бөтә эште ҡатыны ҡулына тапшырыуҙа ғәйепләй башлай.
Йәиһә ир кеше үҙен ысын ир, өлгөлө тормош иптәше итеп күрһәтмәй икән, гүзәл затҡа уның урынына баҫыуҙан башҡа ни сара ҡала? Шулай итеп, һәр кем үҙ урынын, бурысын белергә тейеш, минеңсә.
ҡатын иренең дәрәжәһен төшөрмәй, уға тейешенсә иғтибарын, һөйөүен бүлә, ә ире хәләл ефетен гүзәл зат итеп ҡабул итеп, үҙен ысын ир-егет итеп тоя, күрһәтә икән, беренсенән, ғаиләлә был йәһәттән ығы-зығы булмаясаҡ, икенсенән, улар киләсәктә өлгөлө ҡатын, гүзәл әсә булырлыҡ ҡыҙҙар һәм лайыҡлы ир-азамат булырҙай улдар тәрбиәләүгә өлгәшәсәк.
ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә ошо хаҡта уйланһын ине. Хоҙай бит юҡҡа ғына һәр ике яҡҡа үҙ бурыстарын тигеҙ бүлеп бирмәгән.

Айгизә УЛТРАҡОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”