30.04.2011 Аҙна аптыратҡыстары
Кудрин – янғын һүндереүсе?
Рәсәйгә ҡыш та, яҙ ҙа көтмәгәндә килә.
ҡыш етһә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре аптырап ҡала, яҙ етһә, ярты илде һыу баҫыуына, урмандарҙа янғын сығыуына бот сабабыҙ.
Урман кодексын үҙгәрткәс, ул ғәмәлдә һаҡлаусыһыҙ, яҡлаусыһыҙ ҡалды. Һөҙөмтәһе билдәле – былтыр илдең йәшел ҡалҡаны 938 мең гектарҙа янып бөттө, йөҙәрләгән ауыл-дача көл-күмергә ҡалды, күрелгән зыян 450 миллиард һумлап иҫәпләнә. Был афәттән һуң тейешле һығымталар яһалыр, киләсәктә ундай фажиғәне булдырмау өсөн барыһы ла эшләнер кеүек ине. Юҡ шул. Тағы яҙ етте, меңәрләгән гектарҙа йәнә урмандар дөрләп яна. Хатта, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, яныу майҙаны 1,7 тапҡырға күберәк икән.
– Үҙгәреш булмаһа, хөкүмәт ағзалары торф янғындарын һүндерергә үҙҙәре китәсәк, – тип белдерҙе махсус кәңәшмәлә Дмитрий Медведев. Әлбиттә, Кудрин менән Голикованы ауыр янғын һүндереү шлангыларын тотҡан килеш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был бит кәңәшмә үткәреү йәки ҡаҙна аҡсаһын бүлеү түгел. Ә, бәлки, элекке урман һаҡсылары штатын тергеҙеү отошлораҡ булыр?
Перельман шаҡ ҡатыра
Рәсәй математигы Григорий Перельман бөтә донъяны бер нисә тапҡыр шаҡ ҡатырҙы.
Беренсенән, математиктарҙың йөҙ йыллап теше үтмәгән Пуанкаре гипотезаһын иҫбат итте. Уның асылын һәр математик та аңлай алмай. ҡырҡ биттән торған иҫбат ителгән өлөшөнөң дөрөҫлөгөнә инаныр өсөн дә ғалимдарға өс йыл ваҡыт кәрәк булды. Икенсенән, ул үҙ асышы өсөн математика институты биргән миллион долларҙан баш тартты! Минең бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ, ти икән заманыбыҙ Эйнштейны. Бына ошоноһо аптырата ла инде. Аҡылы булған кеше аҡсанан баш тартамы ни! Бөтә кешелек донъяһы аҡса ҡолона әүерелгән мәлдә йүнле фатиры ла, машинаһы ла, банкыла аҡсаһы ла булмаған ғалимдың ҡылығын аңлауы ҡыйын. Ә, бәлки, аҡылы булғанға ла аҡсанан баш тарталыр Перельман. Малым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда, тип тыныс йәшәй бит ул. Миллионы ҡулына эләкһә, уны бүлешергә теләүсе дуҫтары, туғандары тынғы бирмәҫ, уғрылар талап алыу пландары ҡорор...
Яңғыҙлыҡты хуп күргән бөйөк ғалим журналист Александр Заборовскийға яңыраҡ интервью биргән.
– Нимәгә миңә миллион доллар, мин Йыһан менән идара итә алам, – тигән Перельман.
Ул, Йыһандың байтаҡ серен аңлап, кешелек аңын үҙгәртәсәк яңы асыштар алдында тора. Донъя фәненән байтаҡҡа алдараҡ бара икән ул. Был асыштарҙың баһаһы миллион доллар ғына тормай.
Полиция һәм эттәр
Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәренең смотры үтте.
Ғөмүмән, тәртип һаҡсыларына иғтибар артты хәҙер. Яңы техника, ҡорамалдар бирәләр, эш хаҡын ҡырҡа арттырырға вәғәҙә итәләр. Милицияны полицияға әйләндереү илебеҙҙә 2 миллиард һумдан ашыуыраҡ суммаға төшәсәк икән. Бик кәрәк икән – үҙгәртһендәр әйҙә. Тик бына әлеге шул смотрҙа ҡатнашҡан ҡайһы бер эттәргә махсус япма кейҙереп, ҙур хәрефтәр менән “Полиция” тип яҙып ҡуйғайнылар. Һуң, эт, нимә тип яҙһаң да, эт булып ҡала инде ул. Полицияның абруйы төшөп-фәлән ҡуймаһын, тим.