RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҙна аптыратҡыстары

23.04.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Ленин дәрестәре
Аҙна аптыратҡыстарыӨлкән бы­уын яҡ­шы хәтерләй: уларҙың бала сағы, йәшлек осоронда Вла­ди­мир Ильич Ле­ниндан да ҡәҙерлерәк, бөйөгөрәк шә­хес юҡ ине.
22 апрель − пролетарий­ҙар юлбашсыһының тыуған көнө − бөтә илдә оло байрамға әүерелә, иң матур урамдар, иң ал­дын­ғы предприятиелар Ленин исемен йөрөтә, иң аҡыллы, батыр, уңған кешеләр түшенә Ленин орденын таға.
Хәҙер заман башҡа − заң башҡа. Байрамдың әҫәре лә тойолмай, Ленин бары тик кире яҡтан ғына һүрәтләнә. Балаларҙан һораһаң, күбеһе уның кем икәнен дә белмәй. Бер уйлаһаң, быға аптырарға ла түгел. Беҙҙә һәр ваҡыт шулай – бөгөнгө етәкселәргә табынып, элеккеләренең кире яҡтарын ғына күрәбеҙ. Бының өсөн бөгөнгө етәкселәр иң ҙур көс һала. Үҙҙәренең дә берәй ҡасан властан китәсәге хаҡында уйлап та бирмәйҙәр.

Англияға алыҫ әле
Былтыр көҙ генә барлыҡҡа килгән ʺӨфөʺ футбол ко­мандаһының баш тренеры Андрей Канчельскис вәғәҙәләре менән шаҡ ҡатыра – ʺКоманда иң шәп инглиз командалары кеүек уйнаясаҡʺ, ʺМанчестер Юнайтедʺтың баш тренеры Алекс Фергюссонды Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырамʺ, ʺӨфөʺ быйыл уҡ беренсе дивизионға путевка яулаясаҡ, унан илдең иң көслө командалары иҫәбенә инергә лә күп ҡалмайʺ …
Вәғәҙәләр тормошҡа ашһа, ауыҙыңа бал да май, тренер иптәш. Тик бына Сызрань ҡалаһында урындағы команданан еңелеп ҡайттығыҙ бит әле. Еңһәгеҙ, Рәсәй кубогы өсөн артабан алышасаҡ иң көслө 256 команда араһына инер инегеҙ. Унан килеп, көслө инглиз командаларының уйынын ҡарарға 50 − 60 меңләп кеше йыйыла. Өфөләге ʺДинамоʺ стадионында үткән футбол ярыштарына йыйылған йөҙләп кеше менән һис тә сағыштырырлыҡ түгел. Фергюссон килһә, бот сабып көлөр, уны саҡырмайыраҡ торайыҡ әле. Шәп команда, ҙур стадион төҙөйөк әле башта.
Иртәгә ʺӨфөʺ икенсе дивизионда тәүге уйынды үткәрә. Уға ысын күңелдән уңыштар теләйек.

Аҡсаны – һыуға

Былтыр ҡоролоҡ арҡаһында иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың уңышы яртылаш, хатта урыны менән унан да күберәккә аҙ булды.
Бары тик баҫыу­ҙарға һыу һибеү ҡоролмалары эшләгән урындарҙа ғына уңыш күләме ни бары 10 процент самаһына кәмегән. Әммә бындай ба­ҫыуҙар бө­тә май­ҙандар­ҙың 7 процентын ғына тәшкил итә шул.
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы мелиорация эштәрен яйға һалыу, гидротехник ҡоролмалар төҙөү өсөн ҡаҙнанан бер триллион һум аҡса һорай. Был аҡсаға илде гөл баҡсаһына әйләндерергә мөмкин булыр ине. Тик шул тиклем сумманы биреүҙәре кәрәк, был бит футбол чемпионаты йәки олимпиада түгел, йәлләүҙәре ихтимал. Икенсенән, бирһәләр ҙә, күп өлөшө урланып бөтмәҫ, тип кем вәғәҙә бирә ала? Беҙҙәге чиновниктар былай ҙа аҡсаны һыуға һалып өйрәнгән инде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”