RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡораллы конфликттар ветерандары яҡлауға мохтаж

23.04.2011 Ҡораллы конфликттар ветерандары яҡлауға мохтаж

Ҡораллы конфликттар ветерандары яҡлауға мохтажИлебеҙҙең ҡораллы Көстәре һынауҙар­ҙы аҙ кисермәне: Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы юғалтыуҙарҙан һуң да төрлө илдәрҙә булған ҡораллы конфликттарға совет һалдаттары индерелеп, унда ла меңәрләгән хәрби ҡорбан булды. Советтар Союзының интернациональ бурыс үтәү маҡсаты менән Афғанcтанға совет хәрби контингентын индереүе арҡаһында күпме йәш ғүмер ҡыйылды, күпме һалдат хәбәрһеҙ юғалды, ауыр яралар алып, ғәрипләнеп ҡайтты, психологик ярҙамға мохтаждарҙың һаны иҫәпһеҙ-һанһыҙ ине. Яугир-интернационалистарға ветеран статусы бирелеүе уларҙы социаль яҡлауҙы әҙме-күпме еңеләйтте.
Бөгөн дә дәүләттең был категорияһына ҡараған хәрбиҙәр, инвалидтар яҡлауға, медицина ярҙамына мохтаж. 1992 йылда булдырылған Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре хөкүмәт башлыҡтары советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитет ҡораллы конфликттар ветерандарының йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү, инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында хоҡуҡи документтарҙы эшләү, дәүләт-ара кимәлдә иҡтисади, социаль, медицина, психологик реабилитация мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында ойошторол­ғайны. Йәмәғәт ойошмалары менән дәүләт структураларын бәйләгән был комитеттың координация советының сираттағы ултырышы Өфөлә үткәрелде. Уның эшендә ҡатнашырға комитеттың етәксеһе , Советтар Союзы Геройы Руслан Аушев, Рәсәй, Белоруссия, Украина, Молдова, Әзербайжан, Әрмәнстан, Үзбәкстан, ҡырғыҙстан, Тажикстан, Латвия, Литва, Эстония ветерандар ойошмалары вәкилдәре лә килгәйне. Сара сиктәрендәге тантаналы саралар Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа, XX быуаттың локаль һуғыштарында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған «ҡайғылы әсә» мемориалына сәскәләр һалыуҙан башланды. Республика Хәрби дан музейында ҡунаҡтар өсөн «Афғанстандан алып Чечняға тиклем» тип аталған күргәҙмә ойошторолғайны. Унда 600-ҙән ашыу фотоһүрәт, һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, кейемдәре, ҡорал өлгөләре урын алған. Афған һуғышы геройы Руслан Аушев музей­ға китаптар, фильмдар, сувенирҙар тапшырҙы.
Координация советы ултырышына йыйылыусылар Афғанстанда һәм Чечняла хәрби бурысын үтәгән егеттәр сәләмәтлеген нығытҡан Республика һуғыш ветерандары госпиталендә лә булып, госпиталдең яңы бинаһын төҙөкләндереү барышы менән ҡыҙыҡһынды, унда дауаланыусылар, табиптар менән осрашты. Медицина учреждениеһының яңы бинаһы ике йыл эсендә төҙөләсәк, был маҡсат­ҡа 280 миллион һум аҡса бүленгән.
БДБ илдәре хөкүмәт башлыҡтары советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитеттың координация советы ултырышы Конгресс-холл бинаһында уҙғарылды. Уның эшендә БР Президенты Рөстәм Хәмитов, республика министрлыҡ-ведомстволары вәкилдәре лә ҡатнашты. Мәртәбәле сараға йыйылыусылар комитеттың төп эш йүнәлештәре эшмәкәрлеген, һуғыш ветерандарына медицина-социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерҙе, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне, тәҡдимдәре менән бүлеште.
Афған һуғышында беҙҙең республиканан 8 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығышында билдәләнгәнсә, Башҡортостанда ҡораллы конфликттарҙа ҡатнаш­ҡан ветерандар төрлө яҡлап ярҙам ала – 15 мең ветеранға һәм хәрби бәрелештәрҙә инвалид булып ҡалған 210 кешегә торлаҡ һәм коммуналь түләүҙәр өсөн бөтәһе 60 млн һум аҡсалата компенсация түләнгән. Федераль яҡлауҙан тыш, төбәк кимәлендә лә ярҙам бүленгән: инвалидтарҙың айырым категорияларына ай һайын социаль пенсия күләмендә аҡса түләнгән. Былтыр 133 инвалид был түләүҙәрҙе алһа, 2012 йылдан офицерҙар составы ла аласаҡ. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа реабилитация ҡорамалдары, социаль тәьминәт өсөн бюджеттан 4 млн һум аҡса бүленгән. 2008 – 2009 йылдарҙа афған һуғышы ветерандарына дарыуҙар, санаторийҙарға путевкалар, протездар, инвалид коляскалары бүлеү өсөн өҫтәмә саралар ҙа күрелгән. Уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү әле лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Биш йыл эсендә 283 ветеранға фатир бирелһә, сиратта тағы 100 кеше тора. Был маҡсатта федераль бюджеттан бүленгән 65 млн һум аҡса ғына етмәйәсәк. Рөстәм Зәки улы координация советы ултырышында ҡатнашыусы БДБ илдәре вәкилдәренә төбәктең яугир-интернационалистарҙы Башҡортостан санаторийҙарында ҡабул итергә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Инвалидтарҙы протездар менән тәьмин итеүгә Рәсәйҙә киң билдәле Өфө протез-ортопедия предприятиеһын да йәлеп итеү мөмкинлеген әйтте. «Беҙҙең республика – иҡтисади яҡтан алға киткән төбәк. Ярҙам кәрәкһә, һеҙҙең һорауҙарығыҙҙы хәл итергә әҙербеҙ», – тине. Руслан Аушев республиканың иҡтисади, матди базаһын яҡшы белеүен һәм комитеттың республика етәксеһе тәҡдимдәрен ҡабул итергә әҙерлеген әйтте. Ул үҙенең сығышында комитеттың БДБ дәүләттәрендә йәшәүсе локаль конфликттарҙа ҡатнашыу­сыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренең социаль- хоҡуҡи хәлен яҡшыртыу буйынса ниндәй эштәр башҡарыуын, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән хөкүмәткә ниндәй тәҡдимдәр менән сығыу­ҙары тураһында һөйләп үтте, яугир-интернационалистарҙың проблемаларына туҡталып, киләсәктә ниндәй йүнәлештәрҙә эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Р. Аушев билдәләүенсә, юғалған һалдаттарҙы эҙләү, уларҙың шәхестәрен асыҡлау буйынса ла күп эшләйһе бар әле. Бының өсөн берҙәм ҡан базаһы булдырырға кәрәк. Сөнки Афғанстанда совет яугирҙарының мәйете ҡалдыҡтары табылған хәлдә лә, уларҙың кемлеген асыҡлауы ауыр.
Әлбиттә, ҡораллы бәрелештәр ветерандарының хәл итәһе мәсьәләләре байтаҡ. БДБ илдәренең Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Г. Демчинкова әйтеүенсә, әгәр комитет ярҙам итмәһә, БДБ илдәрендә 9,5 мең яугир-интернационалист үҙенә тәғәйен социаль ярҙамды ала алмаҫ ине. Сөнки ҡайһы бер ветерандар, үҙ аллы ғына йөрөп, үҙҙәренең ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыуын, яраланып, госпиталдәрҙә дауаланыуҙарын бер нисек тә иҫбатлай алмай. Комитет хәрби архивтар аша мәғлүмәттәр алып, уларҙың статусын тергеҙеүҙә, инвалидлыҡ юллауҙа ярҙам иткән. Был һандар – комитеттың булышлыҡ итеүе арҡаһында ғына башҡарылған эштәр. Ә илдәр буйлап үҙ хоҡуҡтарын тейешенсә файҙалана алмаған элекке яугир­ҙар күпме? Координация советы ултырышында киләсәктә локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ветерандарҙың, инвалидтарҙың хоҡуҡи хәлен яҡшыртыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр әйтелде, бурыстар билдәләнде.

З. ЙӘҺҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”