16.04.2011 ПАР АҠҠОШТОҢ һЫҢАРЫ
Мөхәббәт утында яныусылар, ғашиҡ йәндәр – донъялағы иң бәхетле кешеләр. Сөнки тормоштоң наҙы, тәме – мөхәббәттә, ярата белеүҙә.
Минең ҡарамаҡҡа хәҙерге йәштәр мөхәббәт, яратыу тойғоларына үтә еңел ҡарай төҫлө. Үҫмер йәштән һыра, араҡыға үреләләр, тәмәке тарталар. Өлгөрөп тә етмәгән организмын ағыулайҙар. Кире ғәҙәттәр уларҙы психик зәғифлеккә этәрә. Һөҙөмтәлә уларҙың бәғерҙәре ҡата... Йәштәрҙә һөйөү хаҡына сабырлыҡ күрһәтеү, ярҙам итеү, аңлау кеүек төшөнсәләр ҙә юҡ кимәлендә. Улар проблеманы хәл итеү урынына ҡасыу яғын ҡайғырта. Һәр хәлдә, үҙемә мөрәжәғәт итеүселәргә ҡарап, ошолай тип фекер йөрөтөргә батырсылыҡ итәм.
Миңә кеше күп килә. Һәр ҡайһыһының үҙ яҙмышы, башынан үткәне, ҡайғы-хәсрәте, фәһемлеләре лә байтаҡ. 2006 йылдың 1 июнендә 70 йәшлек әбей менән һөйләшәбеҙ. Көтмәгәндә әңгәмәсем йырлап ебәрҙе. Тауышы иҫ киткес моңло.
Эсе тулы һағыш ине уның. Күрәһең, ҡайҙа барып, нисек эс серҙәрен бушатырға белмәй йөрөгән. Артынса уҡ илап ебәрҙе. Бер аҙҙан һалмаҡ ҡына шиғыр уҡый башланы:
ҡулдарымды ҡуям йөрәгемә,
Яңғыҙлыҡтан ярһып янғанда.
Хистәремде һалам моңдарыма,
Күҙҙәремдән йәштәр аҡҡанда.
Тын да алмайынса тыңлайым, инәйҙең күңелен аңларға тырышам. Оло йәштәге кеше юҡҡа ғына килмәгәндер, тим.
– Йә, һөйлә, нимә булды? – тип һорайым.
– Бик оҙаҡ инде, уны һөйләһәң... – тип бер талай уйланып ултырҙы ла хикәйәтен башланы.
... Һуғыш заманы. Табиптар балаларға тиф ауырыуына ҡаршы прививка эшләй. Өйҙән-өйгә йөрөйҙәр. Мин бик бәләкәй инем – күп булһа, йәш ярым йәки ике йәш самаһы булғандыр. Апайым, миңә укол ҡаҙатмайым, тип өйҙән алып сыҡты ла, тауға ҡарай алып ҡасты. Фатима исемле күрше апай ҙа ҡустыһын күтәреп беҙҙең арттан эйәрҙе. Был көн бөгөнгөләй иҫемдә. Тәпәш кенә тау. Тау итәгендә беҙ Рөстәм исемле малай менән йүгереп уйнайбыҙ... Ошо малайҙы тап шунда ғүмерлеккә яраттым да инде. Шул көндән беҙ гел генә бергә уйнай башланыҡ. Бергә 1-се синыфҡа барҙыҡ, нисектер бер парта артына эләктек, 4-се синыфҡа тиклем бергә уҡыныҡ. Тәнәфес ваҡытында ла ҡулға-ҡул тотоношоп уйнаныҡ. Ә 5-се синыфҡа еткәс, бер-беребеҙҙән оялып, ситләшә башланыҡ... Ваҡыт үтте. 7-се синыфты тамамланыҡ. Рөстәмдең атаһы вафат булды. Әсәһе ныҡ сирләй. Ғаиләлә иң өлкән бала булған Рөстәмгә, уҡыуҙы ташлап, эш башларға тура килде. Ә мин район үҙәгенә уҡырға киттем, сөнки ауылда урта мәктәп юҡ ине. Рөстәмде ныҡ һағына инем, күргем килә, әммә осрашыу мөмкин түгел – арабыҙҙа 40 саҡрым. Элек автобустар юҡ, йәйәү ҡайтырлыҡ түгел. Каникул ваҡытында ғына күрешәбеҙ, ләкин һөйләшә алмайбыҙ. Был да бер-беребеҙҙе артыҡ яратыуҙандыр: ул да, мин дә бер һүҙ әйтә алмай, телһеҙ кеүек, ҡулға-ҡул тотоношоп ҡына йылға буйына барабыҙ ҙа, ҡосаҡлашып, тик кенә ултыра инек. Аҙаҡтан ул мине өйгә оҙатып ҡуя. Шул саҡта ғына: «Киләһе осрашҡанға тиклем нисек түҙермен?»– тип кенә әйтер ине. Ә мин, меҫкен, ғәйепле ҡуян кеүек, оялышымдан күҙенә ҡарап, бер генә йылмайып, көрһөнөп, өйгә инеп китә инем. Шулай йөрөй торғас, беҙгә лә 18 йәш тулды. Рөстәмде хәрби хеҙмәткә алдылар, ә мин Өфөгә уҡырға киттем. Хат яҙышабыҙ. Бер көн уға үҙемдең фотоны ебәрҙем. Рөстәм фотоны иптәштәренә күрһәткән, ә улар, беҙҙе шаяртырға уйлағандармы икән, миңә Рөстәмем булып хат яҙғандар. Уның йөкмәткеһе бик мәғәнәһеҙ ине. ҡулы Рөстәмдеке булмаһа ла, яҙылғандарҙы бик ауыр кисерҙем. Ни өсөн шулай яҙҙырған икән, тип уйланым. Мин бит саф йөрәкле, шишмә һыуы кеүек таҙа, ысын күңелдән яратҡан саф йөрәкле ҡыҙ бала...
Яңылышыуым һәм аҙашыуым нәҡ ошо ваҡиғаға бәйле... Башҡаса яҙма, мин тормошҡа сыҡтым, тип алдап хат яҙҙым. Һуңғы тапҡыр. Ә ул миңә көн һайын хат яҙҙы, мин береһен дә уҡыманым, гел генә ырғытып барҙым. Яҙған һүҙҙәрем дөрөҫкә сыҡһын өсөн икенсе егет менән таныштым. Ике тапҡыр осраштыҡ та өсөнсөгә ЗАГС-ҡа барҙыҡ. Шулай итеп, бөтөнләй икенсе кеше менән тормош ҡороп, 30 йыл бергә йәшәнек. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Ләкин бер көнгә лә Рөстәмде хәтеремдән сығарманым, һәр ваҡыт йөрәгемдең иң түрендә ул булды. Уның был донъяла йәшәүе генә лә миңә һәр саҡ көс, дәрт бирҙе, йәшәүемә мәғәнә өҫтәне. Яҙмышым еңелдән булды, тип әйтә алмайым. Тормош иптәшем ҡаты бәғерле, көнсөл, ҡырыҫ ине. Донъя көтөүгә лә бик яраҡһыҙ, көсһөҙ булып сыҡты. Шуға ла күберәк ауырлыҡты үҙемә күтәрергә тура килде. Ауыр саҡтарҙа үҙемде, һынырға, бирешергә ярамай, сөнки был донъяла минең ысын йөрәктән яратҡан кешем бар, әгәр ул минең кире яҡтарым хаҡында ишетһә, белһә, оят булыр, тип йыуата инем. Шулай ғүмер буйы хатта ауырырға, ҡартайырға ла хаҡлы түгелмен, сөнки Рөстәм... тип йәшәнем. Ул иһә әрменән ҡайтҡас та, тура миңә килде. Күреп булһа ла сығайым, тигән булды. Икебеҙҙең дә күҙ ҡараштарында сикһеҙ үкенес ине. Рөстәм хеҙмәттәш егеттәренең урынһыҙ шаяртыуына ғәфү үтенде. Баҡтиһәң, ул командировкала булған, был хаҡта хатта белмәгән дә булып сыҡты. «Мин ғәйепле түгел», – тип шыбырланы ул. Ә минең яуабым бер булды: «Һуң инде, яҙмышымды икенсе кеше менән бәйләнем». Шулай итеп, яҙмыш айырҙы беҙҙе. Рөстәм дә өйләнде.
Ун йылдан һуң, уйламағанда, йәнә осраштыҡ. Юлда ҡаршыма берәү йүгереп килә. Күрәм – донъялағы иң яҡын, иң яратҡан кешем... Мин дә, ҡосағымды йәйеп, ҡаршы йүгерҙем. Был ни хәл? Хатта ҡояш та нығыраҡ яҡтыртҡандай, йылы йомшаҡ йәйге ел дә ҡолағыма шым ғына: «Йүгер!» – тип шыбырлағандай тойолдо. Ә йөрәгем, кескәй йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай булып дарҫлап тибә. Рөстәм: «Бәхетем бар икән әле, Аллаға шөкөр, ғүмер булғас, бына тағы ла осраштыҡ. һау булыуыңа рәхмәтлемен. ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, иҫән бул, миңә шул да етә», – тине. Уның ошо һүҙҙәре әле лә йөрәгемдә.
Был ваҡиғанан йәнә һигеҙ йыл үткәс, яҙмыш беҙгә тағы ла бер бүләк әҙерләгәйне. Был юлы туйҙа осраштыҡ. Күрештек. ҡулға-ҡул бирешеп, һаулаштыҡ. Уның ҡул йылыһы йөрәгемә үтеп инде.
Ғүмер үтә торҙо. Минең тормош иптәшем вафат булды. Рөстәмдең дә ҡатыны үлеп китте. Был ваҡытта беҙҙең икебеҙгә лә 65 йәш ине. Рөстәм ҡайғыһын уртаҡлашырға миңә килде. Икебеҙҙең дә сәстәр ағарған, йөҙҙәребеҙгә тормош ауырлыҡтарынан һырҙар, йөрәктәргә яралар һалынған. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп ултырабыҙ. Рөстәмдең улы армиянан ғәрип булып ҡайтҡан – икенсе төркөм инвалиды. Ә минең ҡыҙым автофажиғәгә тарыны. Ул да – икенсе төркөм инвалиды. Яҙмыштарҙы үҙгәртеп булмай шул. Алла тарафынан маңлайыңа яҙылған икән, уны юйып ташлау мөмкин түгел. «Әллә ҡалған ғүмеребеҙҙе бергә үткәрәйекме, нисек уйлайһың?» – тип һорап ҡуйҙы Рөстәм. Оҙаҡ уйланым. Шулай ҙа, ике ғәрипте бер ғаиләгә нисек һыйҙырырға мөмкин, тигән фекергә килдем. Йортта бит иң ауыр эш – ҡатын-ҡыҙ елкәһендә. Хәҙер оло йәштәмен, күтәрә алмаҫмын кеүек тойолдо. Был хәлдән һуң нишләптер Рөстәмдең ҡапыл ғына температураһы күтәрелеп, бишенсе көн тигәндә вафат булып ҡуйҙы. Икенсе ҡалала йәшәгәс, уның үлеме хаҡында белмәнем дә. Ике аҙна үткәс кенә ишеттем. Яҡынымдың ҡәберенә булһа ла барайым, тип зыяратҡа килдем. Баш осона ултырып, аят уҡыным. Һәм шул ваҡыт – ышанһағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ юҡ – ер аҫтынан ике тапҡыр тәрән ыңғырашыу ишеттем. Ул минең килгәнде белде.
Ә мин хәҙер был донъяла, ысынлап та, бер үҙем, яңғыҙым...
Әбейҙең ҡайғыһы сикһеҙ ине.
– Рөстәм булмағас, йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ. Ашай ҙа, йоҡлай ҙа, көлә лә алмайым. Сабырлығым бөттө. Зинһар, ярҙам ит. Түҙерлек хәлем ҡалманы. Мин нимә эшләргә тейеш? Әрнеүҙәрем, йөрәк һыҙланыуҙарына түҙә алмайым... – тине ул. – Ул ғына минең тормошома йәм, нур биргән. Ә хәҙер мин һыуһыҙ интеккән балыҡ кеүекмен, тын алыуы ла ауыр. Һағыныуҙарым башымдан ашҡан, түҙә алырмынмы – йәшәүемде дауам итерменме?
Был мөхәббәт тарихын юҡҡа ғына килтермәнем, йәштәргә яратыуҙың мәғәнәһен аңлатҡым, йөрәктәренә еткергем, күҙҙәрен асҡым килде.
Мәҙинә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.