RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөйөк шәжәрәләребеҙҙең береһе

16.04.2011 Бөйөк шәжәрәләребеҙҙең береһе

Апрель айы Үҫәргән ырыуы вәкилдәре өсөн иҫтәлекле лә, мәртәбәле лә ваҡиға алып килде – 22 апрелдә Иҫәнғолда Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан үҫәргәндәр ырыуҙың V съезына йыйыласаҡ. Сарала шулай уҡ күрше Ырымбур өлкәһенең ҡыуандыҡ һәм Гай ҡалаларынан һәм райондарынан, Һарыҡташ районынан да ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. Маҡсат – быуындар аманатын йәштәргә тапшырыу.
Ошоғаса килеп еткән һәм билдәле булған иң тәрән йөкмәткеле, бай мәғлүмәтле Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең береһе был. Ә улар донъяла өсәү:
1. XX быуаттың 20-се йылдарында мәшһүребеҙ Сәғит Мерәҫев донъяға сығарған Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге аҫыл зат Тәтегәс-бей (1565 йыл вафат) үҙе әйтеп яҙҙыртып ҡалдырған “Нуғай ылыҫының шәжәрәһе”; совет этнографы Р. Кузеев уны, моғайын, үҫәргән Тәтегәс-бей Юрматы ырыуының бейе булғанға күрәлер, “Шежере башкир племени Юрматы” тип атаған (Р. Г. Кузеев. Башкирские шежере. Уфа, 1960, 27-се бит), ғәмәлдә ул – Үҫәргән шәжәрәһе.
2. XIX быуат аҙаҡтарында хәҙерге Йәнсура (иғтибар! – шәжәрәләрҙә был бабабыҙҙың исеме тап шулай “Йәнсура” тип яҙылған, ә “Ейәнсура” түгел һәм уның районға исемен биргән Бәкәтәр ауылы ла халыҡ телендә Йәнсура тип йөрөтөлдө) районының Байыш ауылы муллаһы Муса хәҙрәттән күсереп алынған бөйөк “Үҫәргән тәүәрихе”, ә Р. Кузеевтың баяғы китабында унан бик бәләкәй өҙөк кенә килтерелеп, ни өсөндөр “Шежере башкир племен Бурзян, Кыпсак, Усерган и Тамъян” тип исемләнгән (75-се бит, VII), гәрсә шәжәрә тулыһынса Үҫәргән батшаларыныҡы булһа ла. Был ҡомарт­ҡы тулыһынса беренсе (һәм әлегәсә һуңғы!) тапҡыр мин фәҡирегеҙ тарафынан тәүҙә – “Ағиҙел” журналында, шунан һуң китапта (Йыһат Солтанов. Башҡорт батшалары. Сыңғыҙ-хандан алып Урыҫ дәүләтенә ҡушылғанғаса. Өфө, 2007) ташҡа баҫтырылды.
3. Большевиктар тарафынан хәҙерге Ырымбур өлкәһен ҡораҡлағанда ҡырҡып биреп ҡалдырылған элекке Йәнсура районының үҙәге Бәкәтәр-Йәнсура ҡасабаһында йәшәгән, урыны ожмахта булғыры ырыуҙаш аҡһаҡалыбыҙ Мөҡим Бәҙретдин улы Рәхмәтуллиндан үткән быуат баштарында “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе”н уның ауылдашы Сафия Муллағәли ҡыҙы Илбулдина күсереп алған. Ә хәҙер шуны беренсе тапҡыр донъяға сығарыу өсөн бөтә әҙерлек эштәрен үҙем башҡарҙым.
Шуныһы ла ҡиммәтле: “Үҫәргән тәүарихы”ндағы кеүек үк, шәжәрә быуындары тәңгәлдәренә бик мөһим тарихи мәғлүмәттәр, ауыл исемдәре һ.б. теркәлгән – был баҫмаға шулары ла индерелде. Ошо юлдарҙың авторы теркәгән өҫтәмәләр иһә дүрткел йәйәләр эсенә һалынды. Хәҙерге яҙылышта ҡабул ителгән “бей” һүҙе төп нөсхәләгесә “би” килеш ҡалдырылды.
Был ҡиммәтле сығанаҡтан байтаҡ ауылдарыбыҙҙың кем тарафынан нигеҙләнеүе, ҡайһы фамилияларҙың кем исеменән башланыуы асыҡлана. Һәм шуныһы ла мөһим: әгәр “Үҫәргән тәүарихы”ндағы нәҫел бауҙары борон­ғораҡ осор быуындарында осланһа, бында шуларҙың байтағының дауамдарын шәйләргә, һуңғыраҡ осор быуындар бауын ялғарға була.
Йәнә бер мөһим нәмәгә иғтибар итәйек: изге ҡомартҡыбыҙ “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе” тип аталған. Ни өсөн? Сөнки хәҙер айырым ырыу булып йөрөмөш Түңгәүерҙең, бер килке башҡалар кеүек үк, ошо Үҫәргән ырыуынан саталанып сығыуы билдәле һәм мин быға комплекслы тикшеренеүҙәр аша инандым. Шәжәрәнең Түңгәүер бауы башында Тимер тип исемләнгән бабаның Туҡсабанан башлап туғыҙынсы быуын Тимерҡабыҡ-би Арбан улы икәнлеген ышанып әйтә алам һәм ул быуындар һанынса ла тап килә. Әйтәйек, 1533 йылда йәшәгән Ябынсы-яҫауыл Һырыш улы һәм 1933 йылда Өфөләге “Йәш төҙөүсе” гәзитендә эшләгән һәм Мәсәлим Вәлиевтың “Аҡ ҡайын” йырының һүҙҙәрен яҙған Зыя Мөхәмәтсадиҡ улы араһы ун алты (16) быуын тәшкил итеп, фәнни ҡабул ҡылынған иҫәп буйынса ул дүрт йөҙ (400) йыл тәшкил итһә, Түңгәүер ырыу сатаһының башында торған Тимер-батырҙан алып уның нәҫел бауы осондағы Әкрәм Мөхәммәт улы, Вәхит Ғиззәт улы, Рамаҙан Йыһанша улы араларын – шулай уҡ ун алты (16) быуын, Ғибат Һибәт улы, Айтул Ишбулат улы, Мостафа Ғәлиәскәр улы араларын – ун биш (15) быуын, Үмәр Ишмөхәмәт улы араһын – ун өс (13) быуын, Зәйнәғәбдин Рахманғол улы араһын – ун ике (12) быуын, Фәхретдин Яҡуп улы араһын – ун ете (17) быуын, Ибраһим Шакирйән улы араһын ун һигеҙ (18) быуын тәшкил итеп, өҫтә күрһәтелгән Ябынсы-яҫауыл – Зыя арауығы һуҙымына тап килә. Шул йәһәттән байтаҡ соҡсоноу эше башҡарҙым, уның һөҙөмтәһе түбәндәгесә.
Ырыуҙар ҙа мөһабәт дәү тирәктәй: төп-олондан (тәү ғаиләнән) ҡуш саталы (игеҙәк) ырыуҙар ботаҡлана, ботаҡтарҙан сыбыҡтар (аралар), ә сыбыҡ остарында йәнә яңы ырыу бөрөләре яра – ботаҡ сатаһынан алып осонаса булған ҡәүем – ҡәбилә хасил ҡыла. Ә олондан тарбаҡланмыш көллө ботаҡтар йыйыны тирәк ябалдашына – халыҡтарҙан (милләттәрҙән) торған кешелек донъяһына әүерелә. Шуға күрә башҡорт халҡының ырыуҙарын (ҡәбиләләрен) тикшергәндә уларҙы бер-береһенән айырымлыҡта түгел, ә бөтәһе бер олондан һәм ботаҡтарҙан саталанып тармаҡланған, береһенән береһе тыуған итеп ҡарарға кәрәктер. Шул йәһәттән аҙ өйрәнелгән, ошоғаса баҫмаларҙа хатта ырыу шәжәрәһе лә сағылмаған Түңгәүер ырыуы ҡыҙыҡлы.
Түңгәүер ырыуының тәғәйен Үҫәргән ҡәбиләһенән тармаҡланып килеп сығышы тураһында журнал уҡыу­сыларыбыҙ филология фәндәре доҡторы Азат Камаловтың ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә хеҙмәтенән (“Ватандаш”, 2001 йыл, № 4) арыу уҡ хәбәрҙар булғанлыҡтан, дилбегәне ҡыҫҡараҡ тотор өсөн, әллә ни күп өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе сурытмайынса, Сыңғыҙ-хандың фарманында ҡаңғыраттарҙың (ә шәжәрәлә ҡаңғырат – шул уҡ Түңгәүер) “Күк төйәкле торна ырыуы” тип аталыуын (тимәк, Күк-анаға һәм торнаға табыныусы Үҫәргән нәҫеле!), ә ҡаҙаҡ ырыу шәжәрәләрендә иһә ҡанлы (шул уҡ ҡаңғырат йәки Үҫәр-ҡан) ырыуын “Уйсундың (йәғни Үсен-Үҫәргәндең – Й. С.) улы” тип билдәләүҙәрен иҫкәртеп кенә үтәйек. Сөнки бындағы бурыс – баяғы ғалим фекеренең һәм мәғлүмәттәренең төп юҫығын ҡеүәтләп, шул уҡ ваҡытта “Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе” уның ҡулы аҫтында булмауы сәбәпле иғтибарын йәлеп иттертмәгән ҡайһы бер мөһим мәғлүмәттәрҙе килтереүҙән ғибәрәт (хәҙерге һәм киләсәк тарихсылар өсөн).
Ғалим нигеҙ итеп алған Түңгәүер ырыу шәжәрәһенең төп кәмселеге – өҙөк кенә булыуҙа. Сөнки ул шәжәрә үҙҙәренең иң боронғо тарихын шаҡтай уҡ онотоп ебәргән, урта быуаттар осорон да яҙа-йоҙа ғына шәйләгән билдәле бер төбәктең әһелдәре тарафынан Үҫәргән төп-олондан мөнтәлеп, йәғни Түңгәүерҙе саталандырыу­сы Әсә ырыу Үҫәргәндең шәжәрәһенән өҙөп алынып, Түңгәүерҙең Үҫәргәнгә ҡағылышһыҙ “мөстәҡил” шәжәрәһе рәүешендә төҙөлгән, йәғни шәжәрә сатағы үҙенең тере ботағынан киҫелгән... Шул мөнтәүле “мөстәҡиллек” касафаты шаҡтай йәшерәк быуынға ла ҡағылып (Түңгәүер тарихын эҙәрмәнләүсе журналист С. Ярмуллиндың мәҡәләләрен ҡарағыҙ), ғөмүмән, башҡорт халҡының тарихын төпсөнөүселәрҙе аймылыш ҡылыу ихтималлығы булғанлыҡтан, башҡорт ырыу­ҙарының һәм ҡәбиләләренең береһе лә елдән еленләп тыумағанлығын, бәлки Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылғандан уҡ бер-береһенә кендектәре берешлеген ябай ғына алымда – донъя халыҡтарының мифтарына нигеҙләнмеш һыҙмала күрһәтәбеҙ:
Бындағы буй арҡау-һыҙыҡ менән ҡап уртаға бүленмеш ҡатлы-ҡатлы түңәрәктәрҙең өҫкө яҡ яртыһы – Донъя-Ғаләм-Тереклектең тышҡы (йәғни Ата) яҡ яртыһын (Евразия ҡитғаһының төньяҡ-көнсығыш яғын); ә аҫҡы яҡ яртыһы – Донъя-Ғаләм-Тереклектең эске (йәғни Әсә) яҡ яртыһын (Евразия ҡитғаһының көньяҡ-көнбайыш яғын) тәшкил итә.
Изге китап Тәүраттан (Библиянан) уҡ билдәле булыуынса, Дәү Хоҙайыбыҙ хасил ҡылмыш дөйөм Донъя-Ғаләм-Тереклек бөтәһе бер-береһенә ҡатланмыш ете уратанан (түңәрәктән) ғибәрәт икән: һыҙмалағы үҙәктән тороп һанағанда, был (ғәрәп һандары менән бирелгән) тәүге өс уратала – үҙебеҙ ише бәндәләр, ҡалғандарында беҙҙән өҫтөн хоҙай­ҙар йәшәй, имеш...
Һыҙмала сағылыуынса, кешелек донъяһының иң үҙәгендәге яртылыҡтарҙа урынлашҡан 1) игеҙәк Шүлгән-Һауа менән Урал-Әҙәм; уларҙан саталанған 2) Шүлгән-Әҙәм сиреүҙәре Аҫаба – һыу-һауа эйәләре һәм Арата – ер-тау эйәләре; 3) шуларҙан уҡмашҡан тәү ырыуҙар Әсәр-Аҡан (Сәр-ҡан) – Үҫәргән тәүырыуы һәм Абасаҡ-Арат – Башҡорт тәүырыуы; һәм шул бәндәүиҙәр урынлашҡан өс урата яртыларында ике тәүырыуҙан саталана бала-ырыуҙар: “әсәр-аҡан”дың (Үҫәргәндең) Әсә яҡ яртыһы “аҡан”дан (ҡандан, ҡаңғынан) – “аҡәпсәк” (ҡыпсаҡ) ырыуы һәм “абас-аҡ-арат”тың (Башҡорттоң) Әсә яҡ яртыһы “абас”тан – “абасанаҡ” (Бәжәнәк йәки Печенег) ырыуы тыуған. Әйткәндәй, күренекле ғалимдарҙан Н. Аристов та ҡыпсаҡтарҙы, ҡаңғыларҙан килеп сыҡҡан, тип һанай.
Борон идара итеүсе бәндәләр (биҙәр, хандар һ.б.), ҡағиҙә булараҡ, әсәләр хакимлыҡ ҡылған матриархат дәүеренән үк нығынып ҡалған ҡанундарға ярашлы, Эске Башҡорт тип аталған Үҫәргән (Әсә яҡ) батшалар шәжәрәһендәге шәхестәрҙән тәғәйенләнеүен иҫәпкә алһаҡ, өсөнсө ураталағы “әсәр-аҡан” (йәки сары Көн – һары ҡояш), йәғни хәҙерге әйтелештәге Үҫәргән этнонимының беренсе яртыһы “әсәр” “һыу-ер” тигәнде лә аңлата икән һәм шулай уҡ бер үк ваҡытта ул “сәр” (царь) – Үҫәргәндән тыуған бөтә Ата яҡ ырыуҙарҙың башлығы, йәғни Тышҡы Башҡорт (Ата яҡ) ырыуҙарының башбабаһы ла, батшаһы ла булып тора.
Ә этнонимдың икенсе яртыһы “аҡан” – “һөт-күк” тигәнде лә аңлата һәм шулай уҡ бер үк ваҡытта был “ҡан” (хан) Үҫәргәндән тыуған бөтә Әсә яҡ ырыуҙарҙың башлығы, йәғни Эске Башҡорт (Әсә яҡ) ырыуҙарҙың башбабаһы ла, ханы ла булып тора.
“Аҡан” һүҙенең алдына ҙурлау эпитеты “аҡа” (аға, ағай) теркәп әйтелһә, хасил була “аҡа-аҡан” – ҡаҡан//ҡаған (император) титулы. Ә шул уҡ һүҙ аҙағына теркәлеп әйтелеү һөҙөмтәһендә “аҡан-аҡа” – ҡанаҡа//ҡаңғы (Үҫәргәндән айырымланған ырыуҙың исеме) килеп сыҡҡан. ҡаңғыларҙың мифик Көн-Өфө (ҡәнифә) юлы буйлап алыҫ көньяҡҡа, Күк (Һинд) океаны ярҙарынаса, таралып йәшәгән еренең көньяҡ ҡырыйы – хәҙерге Һиндос­тандағы ҡаңғы (Ганг) йылғаһы буйҙары ул. Шуға ла “ҡанҡа” рәүешендәге был этнонимды иң боронғо яҙма ҡомартҡыларҙа – “Махабхарата”ла (Һиндостан) һәм Авестала (Иран) күрәбеҙ.
Билдәле булыуынса, Уралдағы мифик Ер Кендеге булып һаналмыш иң боронғо ҡалабыҙ Арҡайымдан сатрашланып башланыусы мифик Көн-Өфө (ҡәнифә) һәм ҡуңыр-Буға юлдарының дүрт осо Евразия ҡитғаһының дүрт ситенә олғаша: беренсеһенең ике осо Күк (Һинд) һәм ҡара (Төньяҡ Боҙло) океандарға (ҡуңыр-Буға юлы), икенсеһенең ике осо Һары (Тымыҡ) һәм ҡыҙыл (Атлантик) океандарға (Көн-Өфө юлы) барып сыға. Көн-Өфө юлы буйлап таралыуҙарында бик боронғо бабаларыбыҙ әсәрҙәр (хәҙерге әйтелештәге үҫәргәндәр) үҙҙәренең юлбашсыһы итеп соро (Ата) бүрене һанаған (Америка аборигендарында был соро – зорро, урыҫта серый волк), ҡанаҡтар (хәҙерге әйтелештәге ҡаңғылар) – ҡанаҡ (ҡунаҡ, киноҡ, кәнтәй), йәғни Әсә бүрене юлбашсы иҫәпләгән. Ә шул уҡ юлдағы ҡатайҙарҙың юлбашсыһы – аҡ-атаҡ (аҡ Ата бүре, шунан хасил аҡ-атай – ҡатай), ҡыпсаҡтарҙыҡы – аҡ-Әпсәк (аҡ Әсә бүре, шунан хасил аҡәпсәк – ҡыпсаҡ) булған. Быларҙың барыһы башбабабыҙ Шүлгәнде имеҙеп үҫтергән мифик Әсә-Бүрегә (юлбашсыға) бәйле.
ҡуңыр-Буға юлы буйлап таралыусы бик боронғо бабаларыбыҙ абоҙаҡар­ҙарға (башҡорт-болғарҙарға) иһә быҙау-ир – Үгеҙ юлбашсы булған, ә абоҙанаҡтарға (бәжәнәк-һундарға) абоҙ-анаҡ (боҙ-анаҡ йәки боҙ-инәк) – боҙ Һыйыры (Бизон) юл башлап барған. Был башбабабыҙ Уралды имеҙеп үҫтергән мифик Бизон-Һыйырға бәйле. Бәғзеләргә әкиәт кенә булып күренмәле был мәғлүмәттәр тарихыбыҙҙы дөрөҫ аңлап яҡтыртыуҙа ифрат кәрәкле булып, боронғо башҡорт ырыуҙарының Уралдан алып ҡитғаның һәр осонаса ҡайһылай барып сығыуын аңларға ярҙам итә.
Хәҙерге Түңгәүер//Таңғауыр ырыуына килһәк, шәжәрәлә уларҙың башбабаһы итеп яҙылған ҡаңғырат – ҡаңғы-ир-ат (йәғни ҡаңғы ырыуының ир-аты, халҡы) тигән һүҙ ул; был иһә Түңгәүер ырыуының, ҡыпсаҡ ырыуы һымаҡ уҡ, туп-тура – ҡаңғынан, ә ҡаңғы үҙе, өҫтәрәк күреүебеҙсә, Үҫәргәндән тармаҡланып сыҡҡан ырыуҙар икәнлеген иҫбатлай. Ошоно ныҡ иҫтә тоторға кәрәк: әгәр тарихтың төрлө осорҙарында, әйтәйек, ҡуңғырат-би, Түңгәүер-би, Үсен-би, Нуғай-би, Башҡорт-хан, Урыҫ-хан кеүек атамалар күҙгә салынһа, был хәл иһә шул биҙәрҙең һәм хандарҙың, үҙ исемдәре (мәҫәлән, түңгәүерҙәр­ҙең баш бабаһының исеме Тимер йәки Тимерҡабыҡ) менән түгел, ә шулар етәкләмеш ырыу-ҡәбилә исемдәре менән аталыуын күрһәтә.
Түңгәүерҙең (йәки Дүңгәүерҙең) туп-тура ҡаңғы аша Үҫәргән дауамы икәнлеген ул ырыу исеменең баяғы мифик Ата бүрегә бәйлелеге лә дөрөҫләй. Этимологияһын тикшерһәк, ошолай килеп сыға:
Атан-аҡ-абар (ата-аҡ-бүре) – танаҡ-абар//данаҡ-абар – Танғауыр//Түңгә­үер. Б.э. тиклем һәм б.э. баштарында был “данаҡ-абар” исеме менән Үҫәргән ҡәбиләһенең Ата бүрене юлбашсы итеп һанамыш төньяҡ-көнсығыш сатаһын атағандар; урта быуаттарҙа иһә ошо исем шул уҡ Үҫәргән-ҡаңғынан тармаҡланмыш яңы ырыуға бирелеп, әлеге көндәге “Түңгәүер” булып йөрөй... Бик боронғо (хәҙерге “Түңгәүер”гә тиклемге) замандарҙа Уралдан алып Кавказғаса, артабан Көнсығыш Европа үтәләй Италия һәм Грецияғаса барып еткән Үҫәргән сатаһы абарҙар (йәки Кавказдағы аварҙар) – Ата бүрегә эйәреүсе шул уҡ үҫәргәндәр ул. Әйткәндәй, б.э. тиклем VII – IV быуаттарҙа тап ошо Тәүтөйәгебеҙҙә – Иҙел – Урал далаларында гөрләтеп донъя көткән һәм тарихсыларға “савромат” исеме менән билдәле булған, ә аҙаҡ килеп шул исемдең ҡыҫҡартып әйтелешендә “сармат” тип аталып, б.э. тиклем III быуат – б.э. IV быуаттарында Уралыбыҙ артындағы Тубылғы (Тобол) йылғаһынан алып Көнбайыштағы Дунай йылғаһынаса йәйрәп йәшәгән данлы бабаларыбыҙҙың да бөйөк Көн-Өфө юлында изге “Әсә-бүре-аба”ға эйәреүсе “Әсә-бүре-аба-т”тар икәнлеген (һуңғы “т” – боронғо күплек ялғауы), йәғни ҡыҫҡартып-шымартып әйтелештәге “савромат”тар булып, шул уҡ үҫәргәндәр икәнлеген тикшереп ҡараусы ла, телгә алыусы ла юҡ. Ошо уҡ Үҫәргән ҡәбиләһе “савромат”тың изге Ата-бүре “сары-аба-ата”ға (һоро-апа-атаға) эйәреүсе бер сатаһы сарабата//сарамата (сармат) – жарамата//юрматы тип атала башлай – хәҙерге башҡорт халҡының Юрматы ырыуы кешеләре...
Үҫәргән тармағы данаҡ-абарҙарҙың заманында баяғы Көн-Өфө юлы буйлап көньяҡ-көнбайышҡа китмеш бөйөк сәфәр эҙҙәрен улар йәшәп уҙа барған һәм уларҙың “данаҡ” исеме ҡушылған ер-һыу атамалары ла мәңгелеккә шаһитлай: Көньяҡ Уралдағы Тана-улаҡ (Таналыҡ) йылғаһы (борон ул Яйыҡ баштарының береһе һанал­ған) – Дон (Данаҡ) йылғаһы – Днепр (Дан-абар) йылғаһы – Дунай (Данай) йылғаһы – Балҡан ярымутрауы (был исемде лә үҙебеҙҙең Тәүтөйәк тауы Балҡандан алып барып биргәндәр)... Ғөмәрҙең (Гомерҙың) “Илиада” эпосындағы данайҙар (йәғни ата-бүрегә эйәреүсе үҫәргәндәр) б.э. тиклем ХIII быуатта уҡ үҙебеҙҙең ҡаңғылар йәки ҡан-аҡайҙар (“Илиада”лағы аҡайҙар – ахейҙар) менән тығыҙ берлектә шул Кесе Азиялағы (хәҙерге Төркиәләге) атаҡлы Троя ҡалаһын яулап алыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был яулауҙы ойоштороусы аҡайҙар (“Илиада”лағы ахей­ҙар) иһә шул уҡ Үҫәргәндең Әсә-Бүрегә эйәреүсе тармағы, йәғни баяғы аҡан-аҡай – ҡанаҡай//ҡаңғы ырыуы тап үҙе булып тора; Ғөмәр әҫәрендә иһә был этнонимдың ҡыҫҡаҡланмыш икенсе яртыһы “аҡай” (ахей) телгә алынған. ҡаңғыларҙың (аҡайҙар­ҙың) ҡасандыр шунда йәшәгәнлеген шундағы Аҡай (Ағай/Эгей) диңгеҙенең исеме лә шаһитлай...

Йыһат СОЛТАНОВ.

(Аҙағы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”