RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

16.04.2011 Ер. Һыу. Ҡояш

Һәм, әлбиттә, кеше. Уның тире менән һуғарылған, илһам нуры бөркөлгән ижади хеҙмәте
Халыҡ күҙенең үткерлегенә һәм аҡылының зирәклегенә иҫең китерлек. Егәрле кешене ул юҡҡа ғына бал ҡорто менән сағыштырмай. Игенсе үҫтергән ашлыҡ башағы менән бал кәрәҙе араһындағы оҡшашлыҡтың хасил булыуында эске логика һәм юғары мәғәнә бар. Башаҡ кәрәҙҙәрен гәрәбәләй ашлыҡ бөртөктәре оя итһә, балауыҙ кәрәҙҙәрен гәүһәргә тиң бал мөлдөрәмә итә. Ғәзиз икмәк менән гәрәбә бал – ризыҡ ҡәҙерен белгәндәрҙең иң затлы ниғмәте – бер ниндәй үлсәүҙәргә һыймаҫлыҡ хеҙмәт менән бар була.
Заманалар үҙгәреп, әҙәм балаһының холоҡ-фиғеле һәм йәшәү рәүеше ниндәй генә боролоштар кисермәһен, кешелектең тормош нигеҙендә барыбер хеҙмәт ята. Матди һәм рухи байлыҡтар көсөргәнеш, эҙләнеүҙәр, ғазаптар аша килә. Урлап, талап, йәмғиәтте һәм законды алдап ҡулға төшкән мал ысын байлыҡ түгел. Бер саҡ кемгәлер ул мул һәм ғәмһеҙ тормош килтерһә лә, намыҫынан тамам ваз кисмәгән кешегә барыбер ҡурҡыу, шик тойғолары йоҡларға ирек бирмәй. Тотҡонлоҡтан ысҡын­ған хәлдә лә үҙ-үҙеңдән ҡасып ҡотолоу әмәлдәре юҡ.
Ваҡыт үтә килә беҙ йәшәгән осорға тарихсылар ниндәйерәк атама бирер икән? Фән кеше интеллектын уҙып барған осор. Ерҙәге тәбиғи байлыҡтарҙың ахыры күренә башлаған саҡ. Кеше үҙе уйлап сығарған ҡаҙаныштар уның үҙенә ҡаршы боролған ваҡыт. ҡапма-ҡаршылыҡтар заманы. Йә прогрестың дауам ителеүе, йә иһә регрестың көсәйеүе. Һуңғыһының өҫтөнлөк ала барыуы.
Ләкин ундай хистәргә буй бирһәң, йәшәмәҫкә кәрәк. Беҙ аһ-зарҙарға күмелеп, юғары материялар хаҡында фәлсәфәләргә бирелеп ултырған бел мәлдә игенсе, шөкөр, йәнә баҫыуға сыға. Металлург та әле ҡорос ҡайнатыусы һөнәренә ҡул һелтәмәгән. Мөғәллимдәр, балалар тип йән атып, синыфтарға инә. Донъя бутала, үлем тантана итә тип тормай, сабыйҙар тыуырға ашҡына.
Һәр иртә ҡояш ҡалҡа, сәскәләр уға ҡарап йылмая, гәлсәр һыуҙарҙа балыҡ уйнай икән, тимәк, тормош дауам итә. Шәриф ағай Бикҡол әйтмешләй, әле йәшәйбеҙ икән.
Ҙурлыҡты барлыҡ алмаштырған замандар бер саҡ, Алла бойорһа, үтер ул. Беҙ йәшәгән осорға ла үҙҙәренсә баһа бирергә теләүселәр табылыр. Шау-шыулы булһа ла, осоробоҙҙо мин шомло тынлыҡ баҫып алған, буш һүҙҙәр теркәлгән протоколдар күмеп киткән бер саҡ тип атар инем. Тирҙең әселеген онотҡан, хеҙмәттең хөрмәт менән бәрәбәр икәнлеген аңламаған, икмәкте хәмерҙән түбән ҡуйған йәмғиәттә өлкәндәрҙең ҡартлығы – тыныс, ә йәштәрҙең киләсәге ышаныслы була алмай.
Ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәт емештәрен барлаған күргәҙмәләр йыш үтеп тора. Бихисап ниғмәттән һығылған стендтар, өҫтәлдәр эргәһенән үткәндә күңелде ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар биләй. Бер ҡараһаң, кеше ниндәй генә байлыҡтарҙы бар итмәй! Был хәтлем ниғмәт барҙа донъя йөҙөндәге һәр кем туҡ булырға тейеш тә баһа! Шул ҡәҙәр иген, ит-һөт, йомортҡа, уларҙан төрләнгән бүтән ризыҡтар ҡайҙа була? Ғалимдар фекеренсә, Ерҙең мөмкинлектәре ун миллиард кешене лә ҡыйынлыҡһыҙ туйындырырға етерлек. Тәбиғәт менән кеше араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ ҡырҡыулаша ба­рыу­ға ҡарамаҫтан, Ер, Һыу, ҡояш әҙәм балаһына ҡарата мәрхәмәтен юғалтмай, уны икмәк, ит-һөт, емеш-еләк менән һыйлауын дауам итә. Киреһенсә, кешене тәбиғәт мәрхәмәте генә ҡәнәғәтләндермәй, ул унан ризыҡ итеп ҡулланырҙай һәммә нәмәне йолҡоп, талап, һығып алыу юлдарын эҙләүен туҡтатмай. Ғалим­дарҙың иҫкәртә килеүенә ҡарамаҫтан, кеше тәбиғәттең йомартлыҡ сығанаҡтары һәм улар­ҙың ҡасан да булһа бөтөү ихтималлығы тураһында етди уйланып бармай. Әгәр иген, йәшелсә-емеш кеүек күп ризыҡты Ер-әсәбеҙ ҡабат-ҡабат бар итеү һәләтенә эйә булһа ла, тәбиғәттә ҡабаттан тергеҙеү һәм тулыландырыу мөмкин булмаған нәмәләр ҙә күп. Әлегә иһә беҙҙе уңдырышлы тупраҡтың йыуылып юҡҡа сығыуы ла, эсәр һыуҙарыбыҙҙың аҙая барыуы ла бик хафаландырып бармай.
Ер шарын беҙ ғәйәт ҙур, мөмкинлектәре әле булһа асылып бөтмәгән хазина һандығы итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә йыһанға күтәрелгән космонавтар Ерҙең сикһеҙ Ғаләм киңлегендә аҙашып йөрөүсе кескенә зәңгәр йондоҙсоҡ булыуын хәбәр итә. Юғарынан ҡарап, кипкән диңгеҙҙәребеҙ, иреп ҡожрая барыусы боҙлоҡтарыбыҙ, үрт һәм кеше ҡулы менән юҡ ителеүсе урмандарыбыҙ булған урындарҙы хәҙер төҫмөрләргә генә мөмкин икән. Кешенең аҡыл менән ҡомһоҙлоҡ ҡушылған көсөнә ҡаршы тора алмай, тәбиғәт, бәлки, йән әсеһенән, ташҡындар, дауылдар, ваҡытһыҙ һәм урынһыҙ яуған ҡарҙар менән яуап биреп ҡарайҙыр? Хәтерегеҙҙәме, Хоҙай әҙәм балаһына тәүҙә яратыу һүҙҙәре менән бышылдап ҡына өндәшә, ти, ишетмәгән хәлдә, ул выждан тауышы менән мөрәжәғәт итеп ҡарай икән, мәгәр шул саҡта ла һаңғырау ҡалһалар, Мәүлә үҙ балаларына яфалар ебәрә. Беҙ, ахыры, Тәңребеҙҙең донъяға яфаларҙы далиға иткән заманға юлыҡтыҡ.
Игенсе хеҙмәте һәм икмәк алдында юғары сәйәсәт тә, дәүләттең иң мөһим тип һаналған эштәре лә, аҡса һәм дәрәжәләр ҙә бер ни тормай. Алтын-гәүһәрҙәрҙе телгә һалып йотоп булмай, ә әпәкәй батырға ла, бахырға ла көн дә кәрәк. Уның шулай көн һайын зарур булыуы, бәлки, икмәккә самаһыҙ өйрәндереп ебәрәләр, теләйбеҙме-юҡмы, уның ҡәҙере китәлер. Яныңда һәр ваҡыт булған кешене ҡайсаҡ күҙгә лә элмәй башлаған һымаҡ, табында ятҡан икмәктең дә ҡәҙерен онота башлайбыҙ. «Икмәктән оло булма!» – боронғолар­ҙың ошо васыят-киҫәтеүен үҙебеҙ онотмаһаҡ һәм йәш быуындарҙың да хәтеренә төшөрөп торһаҡ ине.
Бураҙнаға орлоҡ һибеү һәм шул орлоҡтарҙан яралған емештәрҙе беренсе булып ҡулға алыу бәхете һәр кемдең дә яҙмышына төшмәй. Игенде бар итә икән, игенсе донъяны ла яңынан тыуҙыра тигән һүҙ. Икмәкте донъяға хасил итеүсе Ер, һыу, ҡояш кеүек ҡөҙрәттәргә игенсенең зиһене, хыял-өмөттәре, тырышлығы ҡушыла. Дөрөҫөрәге, шул факторҙар араһында хеҙмәт иң мөһимелер әле. Кешелек тыуҙырған музыка, китаптарҙың онотолоуы, мәрмәр һарайҙар һәм һәйкәлдәрҙең иҫкереп емерелеүе ихтимал, ә игенсе хеҙмәте һәм икмәк – һәр саҡ яңы. Ул әҙәм балаһы хасил иткән матди бай­лыҡтар­ҙың баһа биргеһеҙ иң олоһолор.
Мәшһүр игенселәр менән таныш булдым. Быныһы – әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бәхет. Донъя йөгөн иңдәрендә күтәреп тороусы ошо атланттарға ҡарата матур һүҙҙәр ниңә байрам ваҡытында ғына әйтелә икән? Икмәкте байрам табындарында ғына күрмәйбеҙ ҙә баһа! Ярай, ауыл кешеһенең маҡтауға бик иҫе китеп бармай, ләкин игенде күберәк һуғып алған һайын тыуған ауылының фәҡирләнә барыуына ғына башы етмәй. Икмәк юлында тиҫтәләрсә чиновник, алыпһатарҙың ни хәжәткә кәрәк булыу хикмәтен аңламай ул. Талымһыҙ, баҫалҡы кешенең дә бер саҡ сабыры юйылыуы ихтимал.
Ер – тереклектең яралғыһы һәм бишеге. Һыу – тере йәндәргә көс-ҡеүәт биреүсе шифалы дым. ҡояш – орлоҡто ер ҡуйынында йылытып, һәр нәмәгә ҡеүәт өҫтәүсе ҡөҙрәтле көс. Кеше һәм уның хеҙмәте – юҡты бар яһаусы мөғжизә. Әгәр табыныуға ихтыяж тойһағыҙ, ошо мөғжизәләргә генә табынығыҙ.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”