RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Теләһә, һәр кеше миллионер була ала»

16.04.2011 «Теләһә, һәр кеше миллионер була ала»

Азат Вәлиев 19 йәшендә миллион һум килем алып эшләй башлаған
«Теләһә, һәр кеше миллионер була ала»Мәғлүмәт бизнесы менән шөғөлләнеүселәр, йә булмаһа, ҡыҙыҡһыныусылар араһында Өфө егете Азат Вәлиевты белмәгәндәр юҡ. Әле 20 йәшен генә тултырған Азат 19 йәшендә тәүге миллион һум килемен алған. Әлбиттә, егет бер миллион һум аҡсала ғына туҡталып ҡалырға йыйынмай, бик шәп алынған старт уңған егеткә ҙур юлдар асҡан. Азат Вәлиев – Өфөнөң генә түгел, республиканың, хатта илдең иң йәш һәм уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарының береһе. Егет беренсе проектын ғына тормошҡа ашырған да, миллионды кеҫәһенә һалып та ҡуйған, тип уйлап ҡуймағыҙ – уның тәүге килеме 1500 һум тәшкил итә. Ә ҡалғаны инде – йыл дауамында тырышып-тырмашып эшләү, үҙ-үҙеңә ышаныу шарттарында килеп сыҡҡан һөҙөмтә.
Азат Вәлиев «инфо-бизнес» менән шөғөлләнә. Был интернетта мәғлүмәт һатыу тигәнде аңлата. Әлбиттә, күптәргә яңы тойолған шөғөлдө тулыһынса аңлап бөтөү ҙә еңел түгел, ни тиһәң дә, һауанан аҡса эшләгән кеүек килеп сыға. Ябай ғына итеп әйткәндә, был үҙең белгән мәғлүмәтте башҡаларға интернет аша һатыу. Мәҫәлән, кемдер, бер ай эсендә сит телде өйрәнергә теләй икән, ул интернетта ошондай курстарҙы эҙләп табып, һатып ала.
Азат тәүҙә, лицензия һатып алып, икенсе кешеләрҙең мәғлүмәтен таратыу менән шөғөлләнгән. Ә хәҙер ул үҙенең уңышы – нисек байып китергә мөмкин икәнлеген аңлата һәм ошо мәғлүмәте өсөн аҡса ала.
– Атай-әсәйем – ябай кешеләр, бер ваҡытта ла бай йәшәмәнек. Хәҙерге көн күҙлегенән ҡарағанда, уларҙы мин хатта бик аҙ аҡса алып эшләгән, ауырлыҡта йәшәгән кешеләр тип әйтер инем. Бәләкәй саҡта ла, үҫмер булғас та теләгән бер нәмәне һатып алып бирмәгәндәре өсөн ҡыйын булды. Шулай ҙа уларға үпкәләп ултырманым, иҫке генә компьютер бар ине – шуның ярҙамында аҡса эшләргә мөмкинме икән, тип баш ватып, төрлө мөмкинлектәр эҙләй башланым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, компьютер алдында амбицияларға бирелеп, эшләргә тырышып ултырыуымды хыялланыу ғына итеп ҡабул иттеләр. «Исмаһам, эшкә урынлашһаңсы!» – тип әйтеүселәр ҙа табылды. Шулай ҙа бирешмәнем – әсәйемдең күңеле булһын тип, педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамланым да, «Юғары уҡыу йортона ин!» – тип ҡоҙалаусыларға иғтибар итмәй, үҙ юлымды ҡыуҙым, – ти Азат.
Интернетта күп ваҡытын үткәргәндәрҙе ябай тормоштан бер аҙ ситләшкән, көнө-төнө компьютер алдында ултырып, ысынбарлыҡтағы кешеләр менән аралашыуҙы онота ла башлаған әҙәм һымағыраҡ күреү стереотибы йәшәп килә. Ә Азат Вәлиев ошо стереотипты тамырынан юҡҡа сығарыу өсөн бик шәп герой – ул көнөнә бер нисә сәғәтен тик эшенә генә арнап, компьютер ҡаршыһында ултырһа ла, республика кимәлендә призлы урындар яуларлыҡ итеп заманса бейеүҙәр менән шөғөлләнергә лә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәп, семинарҙар ойошторорға, дуҫтары менән аралашырға ла өлгөрә. Тағы ла шуныһы: Азат Вәлиев тулыһынса сәләмәт тормош алып бара, төнгө клубҡа барһынмы, ҡайҙалыр тәбиғәт ҡосағына сыҡһынмы – компанияның уртаһында йөрөгән, әммә спиртлы эсемлектәр ҡулланмаған, тәмәке тартыуҙың мәғәнәһен бөтөнләй аңламаған кеше. Ғөмүмән, бөгөн уңыш ҡаҙанып йәшәгән йәштәр араһында эске менән мауығыу­сылар юҡ. ХХI быуат – технологиялар ифрат тиҙ үҫешкән, мәғлүмәт шул тиклем тиҙ үҙгәргән осор. Шуға ла заман менән бергә атлар өсөн айыҡ башлы булырға тура килә. Юҡһа ваҡиғаларҙы контролдә тота алмау ҡатмарлашасаҡ.
Интернетта мәғлүмәт һатыу эше шуныһы менән ҡыҙыҡ – уны башлау өсөн әллә ни аҡса талап ителмәй. Әммә аҡса талап ителмәүе белем һәм көслө характер кәрәкмәүен аңлатмай. Азат әйтеүенсә, ул уйлап тапҡан ун проекттың һигеҙе уңыш­һыҙ килеп сыға. Ә ҡалған икәүһе мегакилем килтерә. Ә бит уңышһыҙлыҡтарҙы дөрөҫ ҡабул итә белгән кешеләр бик һирәк, бындай талант тәбиғәттән бирелмәйҙер, уны үҙеңдә тәрбиәләп кенә була. Азат Вәлиев күп уҡый, кешеләрҙе ышандырып, һеңдереп һөйләргә өйрәнеү өсөн курстар үтә, һәр ваҡыт формала булыу өсөн спорт, бейеү менән шөғөлләнә, яңылыҡтарҙың береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫ өсөн һәр көн махсус сайттарҙан белем туплай. Ул үҙе шөғөлләнгән бөтә нәмәгә шул тиклем ҙур хөрмәт, яратыу менән ҡарай, шуға ла уңыш үҙен урап үтмәй.
Әлбиттә, был мәҡәләне яҙыу бөтәгеҙ ҙа Азат кеүек мәғлүмәт һатып байығыҙ, тигәнде аңлатмай. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн башҡа тармаҡтар ҙа етерлек. Эш хатта аҡса эшләүҙә лә түгел. Азат үҙе лә, кешеләрҙең төп маҡсаты аҡса эшләү булырға тейеш түгел, тигән фекерҙә. Иң мөһиме – кешеләр бәхетле булырға тырышырға тейеш. Кешеләр бай түгел, ә бәхетле булһын. Бының өсөн хыялдарҙың тормошҡа ашыуы ла талап ителә.
Ә Азаттың үҙенә килгәндә, ул элиталы йорттан фатир һатып алырға, ата-әсәһенә бик ҡиммәтле машина бүләк итергә ниәтләнә. Иң мөһиме, бөтә бәхетле кешеләр кеүек үк, тирә-яҡтағы кешеләрҙең дә бәхетле йәшәүен теләй һәм ул ошо теләген тормошҡа ашырыу өсөн башҡалар­ға ярҙам итергә әҙер.
Әлбиттә, хыялдарҙың күбеһен тормошҡа ашырыу өсөн аҡса кәрәк. Ә уңыш өсөн 1 процент талант менән 99 процент уңғанлыҡ талап ителә. Ябай ғына ҡала егетенең миллионер булып китеүе бәхетле осраҡ түгел, ә тырышлыҡтың, хеҙмәттең һөҙөмтәһе. Бәхетле йәшәр өсөн бер генә юл бар – шул бәхеткә алып барыусы һуҡмаҡтарҙы үтеү.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”