RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Туған телдәргә тағы һөжүм...

19.04.2011 Туған телдәргә тағы һөжүм...

Татарстан Дәүләт Советы депутаттары, ЛДПР фирҡәһе ағзаларының милли телдәрҙе уҡытыуҙы тыйыу тураһындағы ҡануниәт инициативаһын экстремистик һәм провокацион, тип иҫәпләй («Коммерсантъ» гәзите яҙыуынса).
Үрҙәге партия «РФ халыҡтары телдәре тураһында» РФ законының – 10-сы һәм «Мәғариф тураһында» закондың 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим иткәйне. Әлеге лә баяғы Жириновский, уның фирҡәләштәре Игорь Лебедев, Сергей Иванов, Максим Рохмистров Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен туған тел булараҡ ҡына мотлаҡ уҡытырға кәңәш итә, йәғни милли республикаларҙа дәүләт теле булараҡ өйрәнелергә тейеш түгел, тигәнде күҙ уңында тоталар. Татарстан Дәүләт Советы депутаты Рәзил Вәлиев әйтеүенсә, Рәсәй Конституцияһына ярашлы, милли республикалар үҙ дәүләт телен булдыра ала, ә «Мәғариф тураһында»ғы закон федерация субъект­тары ҡануниәтендә ҡаралғанса, туған телде өйрәнеүҙе көйләргә мөмкинлек бирә. Шунлыҡтан Татарстандың был законында, рус теле менән бер рәттән, татар теле дәүләт теле булараҡ тигеҙ хоҡуҡта уҡытыла, тип яҙылған.
«Татарҙар рус телен белә, ә ниңә рустар татар телен белмәҫкә тейеш?» – тип аптырай дөйөм татар ижтимағи үҙәгенең почетлы президенты Юныс Камалетдинов. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙанда татар телен мәжбүри уҡытыуға ҡаршылыҡ күрһәтеүсе пикеттар үтеп тора. Әйткәндәй, беҙҙең республикала ла башҡорт телен өйрәнеүгә ҡаршы сығыусылар әленән-әле «өрөп» ала. Яңыраҡ шундай маҡсатта үткәрелгән митингыла ҡатнашыусылар, Башҡортостандағы милли сәйәсәт бер генә милләтте – башҡорттарҙы һаҡлауға һәм нығытыуға ҡорол­ған, тип хәбәр һалды. Йәнәһе лә, башҡа милләттәр, башлыса, рустар һәм рус теллеләрҙең, ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелмәй. Был ифрат та мәғәнәһеҙ сығыш һәм дөрөҫлөккә һис тә тап килмәй. Бәлки, бындай һүҙҙәрҙе мәңгегә туҡтатыу өсөн бер генә талап етер: милли республикаларҙа юғары вазифаларға тик урындағы дәүләт телдәрен белгәндәрҙе генә алырға!

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”