RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсә теле һәм тәрбиә

12.04.2011 Әсә теле һәм тәрбиә

Мин уҙған йылдарҙа «Йәшлек» гәзитендә «Әсә теленең көсө» исеме аҫтында «Әсә теле һәм ижади фекерләү», «Әсә теле һәм аҡыл», «Әсә теле һәм һаулыҡ» исемле мәҡәләләремде баҫтырып сығарғайным. Бөгөн шул циклдың дауамын – «Әсә теле һәм тәрбиә» исемле мәҡәләмде тәҡдим итәм.
Белем биреү системаһында оптимизация тип аталған реформаларҙың башҡорт синыфтарының кәмеүенә килтереүе һәр кемгә билдәлелер. Был бигерәк тә башҡорт-рус мәктәптәрендә ныҡ һиҙелә. Сөнки ундай мәктәптәрҙә, ғәҙәттә, бер параллелдә булған рус синыфтарын ҡалдырып, башҡорт синыфтарын ябырға тырышалар. Бына шуларҙың береһендә уҡытыусы булып эшләгән бер коллегам, ошо күренеште әллә ысынлап та хуплап, әллә шул процес­ҡа ҡаршы тора алмауын йәшереп:
– Хәҙер башҡорт синыфтарының бөтөүе артыҡ ҡурҡыныс түгел, сөнки әсә теле рус синыфтарында ла уҡытыла бит… – тип хайран ҡалдырғайны.
Уның, юғары белемле кешенең, башҡорт синыфтары тик әсә телен өйрәтеү өсөн генә кәрәк, тип уйлауы мине аптыратты. Әйтергә кәрәк, бөгөн бик күптәр шулай уйлай ҙа. Дөрөҫ, милли синыфтар әсә телен уҡытыу өсөн бик уңайлы, ләкин улар­ҙың башҡа мөһим маҡсаттары ла бар...
– Һеҙ йәшелсә баҡсаһы үҫтерәһегеҙме? – тип көтөлмәгән һорау бирҙем мин уға. Ул «эйе» тине лә, аптырап, миңә ҡараны.
– Йәшелсәләрҙең һәр төрөн дә бер түтәлгә ултыртаһығыҙмы?
– Юҡсы, һәр береһенә айырым түтәл кәрәк. Быны һәр кем белә лә инде…
– Ә ни өсөн айырым ултыртырға кәрәк? – тип һорауымды дауам иттем.
– Ни өсөн тип, һәр үҫемлек үҙенә генә хас тәрбиәләүҙе талап итә бит, шунһыҙ яҡшы уңыш алып булмаясаҡ. Әйтәйек, береһенә тыуҙырылған ыңғай шарт икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаҫҡа мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы берҙәре тиҙерәк үҫә, шуға уларҙың күләгәһендә башҡалары үҫә алмаясаҡ. Бына шуға һәр береһенә айырым түтәл кәрәк, – тип бик ентекләп аңлатты ул.
– Дөрөҫ һөйләйһең, дөрөҫ, – тинем, йылмайып. – Ә хәҙер әйт инде: башҡорт балаһы башҡорт синыфында тик әсә телен өйрәнеү өсөн генә белем аламы?
Коллегам, бер нөктәгә текләп, әҙерәк уйланып торҙо ла, ҡапыл башын аҫҡа эйеп, миңә ҡарамайынса ғына шәп-шәп атлап китеп барҙы. Әллә уйламайынса һөйләгән һүҙҙәренән оялды, әллә минең менән башҡа һөйләшкеһе килмәне, аңлай алмай ҡалдым…
Күреүебеҙсә, бөгөн ябай кешеләр генә түгел, күп кенә юғары белемлеләр ҙә балаларын үҫемлек кимәленә лә ҡуймай: баҡсаларындағы йәшелсәләрҙең һәр төрөнә айырым тәрбиә кәрәк икәнен яҡшы беләләр, ә балаларына ла шундай уҡ тәрбиә кәрәклеген баштарына ла килтермәйҙәр. Тәрбиә биреүҙе яҡшы менән насарҙы айырырға өйрәтеү тип кенә уйлайҙар шикелле. Үкенескә күрә, улар менән генә сикләнмәй шул. Тәрбиә биреү – ул баланың һәләттәрен асырға ярҙам итеү, уларҙың үҫешенә ыңғай шарттар тыуҙырыу һәм тормошта ҡулланырға өйрәтеү – ғөмүмән, беҙ балаларҙы кешелек йәмғиәтендә йәшәргә әҙерләргә тейешбеҙ.
… Ә тәрбиә биреү процесы шул баяғы баҡса үҫтергән һымаҡ. Мәҫәлән, баҡсаны төрлө милләт балалары уҡыған мәктәп тип күҙ алдына килтерһәк, ундағы түтәлдәр­ҙе милли синыфтар тип күҙ алдына килтерергә була. Йәғни балаларға тәрбиә биргәндә, нисек кенә булмаһын, беренсе сиратта уларҙың ниндәй милләттән булыуы иҫәпкә алына. Ни өсөн тигәндә, һәр милләттең үҙенә генә хас йолаһы, донъяға ҡарашы, психологияһы, бигерәк тә теле, фекерләүе, уйлауы айырылып тора. Бөгөн был турала уҡытыусылар ғына түгел, педагогиканан алыҫ торған кешеләр ҙә яҡшы белә.
Милли психология бер бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән, быуаттар, меңәр йылдар буйы үҙен уратып алған бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшә-көрәшә формалашып, ҡандан ҡанға күсеп, бөгөнгө көнгә етеп, йәшәүгә хоҡуҡ алған күренеш бит ул. Уның формалашыуына кешелек йәмғиәте генә түгел, ә үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, тауҙар һәм тигеҙлектәр, йылғалар – бөтәһе лә булышлыҡ иткән. Шуға милли психологияны һәр халыҡтың был тормошта йәшәү өсөн кәрәк булған иммунитеты тип атайым. Йәғни башҡа милләт булып ҡыланмай, үҙең булып ҡалып, индивидуаль һәләттәреңде артабан үҫтереп, йәмғиәтебеҙҙәге башҡа милләт вәкилдәре менән бер тиң булып һәр кем йәшәй ала. Күптәр шулай эшләй ҙә, әйтергә кәрәк, улар үҙҙәрен бик бәхетле һанай. Тағы ла шуны өҫтәргә кәрәктер: башҡорт Көньяҡ Уралды һәм уның тәбиғәтен барлыҡҡа килтермәгән; ә, киреһенсә, Көньяҡ Урал – башҡортто. Шуға башҡорт булыу, башҡорт телендә һөйләшеү Көньяҡ Урал тәбиғәте менән гармонияла йәшәү тигән һүҙ ул.
…Милли синыфтарҙа эшләгән уҡытыусылар бына шул милли психологияны иҫәпкә ала ла инде. Кемеһелер быны аңлы рәүештә башҡара, ҡайһы берәүҙәре – ирек­һеҙҙән. Ни өсөн тигәндә, сифатлы белем бирергә уйлаһаң, синыфта өҫтөнлөк иткән психологияны иҫәпкә алмайынса булмай. Шунһыҙ дәресең килеп сыҡмаясаҡ. Мәҫәлән, рус синыфтарында белем биргәндә, уҡытыусылар уҡытыу алымдарын рус психологияһының үҙенсәлектәренә нигеҙләй, башҡорт синыфында – башҡорттоҡона. Бына шул ваҡытта ғына һәр баланың индивидуаль сифаттары үҫешә башлай. Сөнки уҡытыусы, мәҫәлән, башҡорт синыфында эшләй икән, беренсе сиратта уларҙың тел үҙенсәлеген, фекерләү структураһын, уйлау тиҙлеген, характерын күҙ уңында тотоп, шуларға ярашлы күнегеүҙәр эшләтә. Бындай методика, әлбиттә, башҡорт балаһының үҫешенә, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәренең асылыуына ыңғай шарттар тыуҙырасаҡ.
Шулай уҡ мәктәптәрҙә ижади шәхес тәрбиәләү тураһында күп һөйләйҙәр. Нимә һуң ул ижадилыҡ? Психология һәм философия өлкәһендә тикшеренгән ғалимдар бөтәһе лә бер тауыштан, һәр бер бала был донъяға ижади булып тыуа, тип иҫбатланы. Был фекерҙең дөрөҫлөгөн ябай кеше лә иҫбат итә ала. Мәҫәлән, уның өсөн дүрт-биш йәшлек балаларҙың уйнағанын иғтибар менән күҙәтегеҙ әле. Ниндәй генә уйындар һәм уйынсыҡтар уйлап сығармай улар! Иҫең китерлек! Кем өйрәткән уларҙы? Мәктәпме? Юҡ, әле улар унда аяҡ та баҫмаған (киреһенсә, мәктәпте тамамлаған­дар­­ҙың алты-ете проценты ғына ижади булып ҡала…). ҡыҫҡаһы, бер кем дә түгел, сөнки ижадилыҡ – уларҙың тәбиғи торошо, улар шулай булып тыуған. Шуға күрә мәктәптә балаларҙы ижади итеп тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйыла икән, уҡытыусылар, беренсе сиратта, уларҙың тәбиғилеген һаҡлау өсөн ыңғай шарттар булдырырға тейеш. Бына шуның өсөн милли синыфтар барлыҡҡа килтерелгән дә инде.
Әгәр инде башҡорт балаһын рус синыфына уҡырға бирәләр икән, уның тәбиғи үҫеше туҡтала. Сөнки рус психологияһы үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән методика башҡортҡа хас булған сифаттарҙы үҫтерә алмай. Ундай шарттарҙа тәрбиәләнгән баланың, беренсе сиратта, аңы үҙгәрә, икенсе төрлө әйткәндә, боҙола башлай. Ни өсөн тигәндә, тәбиғи һәләттәре формалашыуҙан туҡтаһа ла, уларҙың урыны буш ҡалмай: синыфташтарынан, уҡытыу­сыларҙан һ.б. отоп алған һәләттәр-шаблондар менән тула. Мәҫәлән, шулар һымаҡ һөйләшә, уйлай, эшләй һ.б. Ғөмү­мән, башҡаларға оҡшарға тырышыу (подражание) саманан тыш көсәйә, был күренеш, үҙ сиратында, уның индивидуаллеген тулыһынса тиерлек юҡҡа сығара. Бигерәк тә, йәнле (ижади) фекерләүе фекерләү шаблондары менән алмашыныуы бала өсөн ҡурҡыныс. Шуға уҡытыусылар рус синыфында уҡыған башҡорт балаһынан ижади шәхес тәрбиәләргә тырыша икән, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ: ул баланың ижадилыҡ сифаттары шул синыфта уҡый башлау менән ҡорой. Артабан инде был тәбиғи һәләттәре үҫмәй ҡалған балалар үҙҙәренә оҡшаған һөнәр таба алмай йонсой. Психикаһы ла үҙгәреш кисерә: уларҙың йә саманан тыш әүҙемләшеүе, йә бөтөнләй пассивҡа әйләнеүе мөмкин.
…Мин бынан ете-һигеҙ йыл элек бик ҡыҙыҡлы бер тикшереү үткәргәйнем. Ейәнсура районында тыуып үҫкән, башҡорт милләтенән булған бөтә ижади шәхестәрҙе өйрәнергә тура килгәйне. Уларҙың ниндәй мәктәптә уҡыуҙары менән дә ҡыҙыҡһындым һәм шундай ҡыҙыҡлы күренешкә тап булдым: гуманитар өлкәлә генә түгел, ә сәнәғәт, медицина өлкәләрендә эшләгән бөтә күренекле шәхестәр ҙә башҡорт мәктәптәрендә уҡыған булып сыҡты. Ә бына рус синыфын тамамлап, ижади йәки күренекле шәхес булып китә алған башҡортто таба алманым. Әллә эҙләнеүем шулай ғына булдымы икән? Ошо урында мине дөрөҫ аңлағыҙ: районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле башҡорттар тураһында һүҙ йөрөтәм. Әлбиттә, рус синыфын тамамлап, юғары белемгә эйә булғандары ла етерлек. Тик мин, уҡытыусы кеше, тәүгеләрен мәктәп тәрбиәһенең маҡсаты итеп ҡуям, сөнки шундайҙар күберәк булһа ғына, милләтебеҙ һәм илебеҙҙең киләсәге ышаныслы буласаҡ.
… Кешеләрҙә булған ауырыу­ҙарҙың да етмеш-һикһән проценты үҙ тәбиғәтенә ҡаршы килеүҙән – аңдың боҙолоуынан башлана. Сөнки тәбиғәт законы шулай ҡоролған: кемдәр уның менән булған гармониянан ситләшә, төрлө ауырыуҙар ебәреп, уларҙы кире тәбиғилегенә ҡайтарырға тырыша йәки бөтөнләй улар менән хушлаша.
Бөгөн мәктәптән уҡыусыларҙың туҡһан проценты тирәһе ауырыу булып сығып китә. Шаҡ ҡатырлыҡ күренеш... Шуға физкультура дәрестәрен арттырыу тураһында һүҙ күбәйә. Ләкин ул дәрестәр көн һайын уҡытылһа ла, ауырыуҙар һаны артыҡ кәмемәйәсәк. Сөнки физик үҫеш менән аңды дөрөҫ тәрбиәләү – тәбиғи үҫешен һаҡлау бергә барырға тейеш. Бының өсөн, әлбиттә, беренсе аҙым булып милли синыфтарҙы һаҡлау торалыр. Ни өсөн тигәндә, үрҙә һөйләп үткән фекерҙәремде дөйөмләштереп, шуны әйтә алам: милли синыфтар – һәр милләт балаһының тәбиғи үҫеше өсөн уңдырышлы тупраҡ ул.
Үкенескә күрә, шул милли синыфтар бөгөнгө көндә кәмей… Әлбиттә, был күренеште тик оптималләштереүгә генә япһарыу дөрөҫ булмаҫ. Ошоға тиклем башҡорт синыфтарын астырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылғайны бит. Бөгөн дә береһе лә тыймай: етерлек кимәлдә балалар йыйһаң, рәхим ит, башҡорт синыфы аса алаһың. Бөтәһе лә дөрөҫ һымаҡ. Тик ата-әсәләр балаларын рус синыфына биреүҙе хуп күрә шул. Имеш, балалары «кеше» булһын өсөн шулай эшләйҙәр. Уларға бының өсөн тулы хоҡуҡ та бирелгән: Рәсәй Конституцияһы буйынса балаларын үҙҙәре теләгән телдә уҡыта алалар. Ысынлап та, улар шундай тулы хоҡуҡҡа эйә була аламы? Бөтә ата-әсәләр ҙә тәрбиә закондарын юғары кимәлдә беләме икән? Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең илдә бөтөп барған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлау өсөн төрлө закондар сығарыла, дәүләт кимәлендә хәл ителә. Ә кешелек тәбиғәтендә булған үҙенсәлекте – миллилекте һаҡлау тик ата-әсәләр­ҙең ҡулына тапшырылған. Минеңсә, был күренеш бөгөн милли синыфтар­ҙың бөтөүен тиҙләтә генә: бер яҡтан, тәрбиә биреү ғилемен яҡшы белмәгән ата-әсәләргә балаларын башҡорт синыфына бирмәҫкә шарт тыуҙырылды; икенсе яҡтан, шул әҙ һанлы булып ҡалған милли синыфтар­ҙы оптималләштереү юлы менән ябалар.
… Миңә бынан биш йыл элек тирәһе Өфөлә белем сифатын күтәреү буйынса үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияла булырға тура килгәйне. Шунда күренекле педагогтар, бөгөнгө белем биреү системаһы ысын мәғәнәһендә дәүләт һәм ата-әсәләр заказын үтәүгә көйләнергә тейеш, тип сығыш яһағайны. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн бөгөн мәктәптәрҙә нимәләр эшләнгәнен һанап тороу кәрәкмәйҙер, сөнки был йүнәлештә барған реформалар тураһында һәр ерҙә лә һөйләйҙәр.
Тик беҙҙең реформаторҙар кешеләрҙең тәбиғәт балаһы булыуын да онотмаһын ине. Беҙ, кешеләр, уның бер компоненты булабыҙ; тимәк, нисек кенә ҡыйын булмаһын, уның закондарын үтәргә тейешбеҙ. Шуға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһе тәбиғәт заказын да үтәргә бурыслы. Уның заказы күп түгел – берәү генә: кешеләрҙән тәбиғәт менән гармонияла йәшәүҙе талап итә. Минең уйымса, был талап белем һәм тәрбиә биреүҙең ядроһы – төп маҡсаты булырға тейеш. Ә ата-әсәләр бер нисек тә балалары өҫтөнән тулы хоҡуҡлы була алмай – уның өсөн тәбиғәт закондарынан юғары торор­ға кәрәк. Балаларын тәбиғәт кем итеп яралтҡан, улар шуға ярашлы тәрбиә бирергә бурыслы. Бының өсөн, әлбиттә, баланың тәбиғи үҫешенә тәүшарт булған әсә телендә мәжбүри уҡытыу һәм милли синыфтарҙы һаҡлау өсөн аҡыллы закондар талап ителә. Ошо урында, ата-әсәһенең береһе башҡорт, икенсеһе башҡа милләттән булһа, ни эшләргә, тип һорарҙар. Әлбиттә, башҡорт телендә уҡырға тейеш, тип әйтәм, сөнки улар башҡорт милләтен барлыҡҡа килтереүсе Көньяҡ Уралда йәшәй.
Әйтергә кәрәк, күп кенә алдынғы илдәрҙә әсә телендә белем алыу мәжбүри. Яңыраҡ үҙәк телеканалдар­ҙың береһендә ҡыҙыҡлы тапшырыу булғайны: Францияла йәшәгән бер әсә балаһы менән Рәсәйгә ҡайтырға рөхсәт һорай. Ләкин Франция етәкселеге бының өсөн бер шарттың үтәлеүен талап итә: бала Рәсәйҙә француз телендә уҡырға тейеш. Күреүебеҙсә, ҡайһы бер илдәр хатта башҡа илгә күсеп киткән граждандарының әсә телендә белем алыуын талап итә, бер ҙә ата-әсәләренән һорап тормай.
… Ә хәҙергә беҙҙең илдә, үкенескә күрә, балаларҙың әсә телендә белем алыуы ниндәйҙер законға түгел, тик ата-әсәләрҙең аҡыл кимәленә бәйле. Әгәр балаларын матди яҡтан ғына бай булып йәшәһен тип маҡсат ҡуялар икән – уларҙы әсә телендә уҡытыу мөһим тип һанамайҙар; сөнки күп итеп аҡса эшләү өсөн ниндәй телдә һөйләшһәң дә барыбер. Ә кемдәр балаларының ижад кешеһе булыуын, кеше булараҡ үҫеүен, был тормошта үҙ урынын табыуын маҡсат итеп ҡуя, ундай ата-әсә өсөн әсә теле – белем һәм тәрбиә биреү ҡоралы, улар уны күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләй, һаҡлай һәм һаҡлаясаҡ.

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
уҡытыусы.

Ейәнсура районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”