RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Энергетика генийы?!

09.04.2011 Энергетика генийы?!

Күгәрсен районынан Ирек Байғусҡаров арзан электр энергияһы етештереү ысулын белә
Энергетика генийы?!Гәзитебеҙҙең сайтына мөрәжәғәт итеүсе Ирек Байғусҡаровты үҙебеҙсә шулай атаныҡ. Электр энергияһы етештереүҙең оригиналь варианты, йәғни электр станцияһын уйлап табыуы хаҡында хәбәр иткәйне ул. Аңлауыбыҙса, яңы танышыбыҙ арзан электр энергияһы етештереүҙең аныҡ схемаһын төҙөгән булып сыға. Яңылыҡты ҡыҙыҡлы һанап, тиҙ арала уйлап табыусының үҙен эҙләп таптыҡ. Баҡтиһәң, геройыбыҙ Күгәрсен районының Ялсы ауылында йәшәүсе биш ул атаһы икән.
– Оҙаҡ уйлағандан һуң, тәүәккәлләп, һеҙгә мөрәжәғәт итергә булдым. Бәлки, гәзит аша үҙемә фекерҙәштәр табырмын, – тип башланы ул һүҙен.
Эш шунда, әлеге ҡоролма эшкә егел­һә, тирә-яҡ мөхиткә лә ҙур файҙа буласаҡ, һауа бысранмаясаҡ. Сөнки электр станцияһына газ, мазут, ташкүмер кеүек яғыулыҡтар ҡулланыу кәрәкмәй. Ул ғына ла түгел, хатта плотина төҙөү ҙә талап ителмәй. Өҫтәүенә, станцияны, техноген һәләкәттәрҙән ҡурҡмайынса, хәүефле зоналарҙа ла төҙөргә мөмкин. Уйлап табыусы үҙе заманында колхозда эшләгән, әле төрлө эштә йөрөп аҡса таба. Әлеге проект менән үткән быуаттың туҡһан икенсе йылынан бирле шөғөлләнә икән.
– Колхоздан һуң ялан уртаһында һерәйеп ултырып ҡалған елләткескә ҡарап торҙом да, генератор ҡуйып, электр станцияһы яһарға булалыр, тип уйлай ҡуйҙым. Ваҡыт үтте лә үтте. Ә мин тәүҙә яттан, һуңынан ҡағыҙға төшөргән һыҙмаларға әле бер, әле икенсе деталь өҫтәп, уны камиллаштырыуымды дауам иттем. Ниһайәт, тиҫтә йылдан һуң килтереп сығарҙым шикелле. Ниәтемде тормошҡа ашырһам, аҙ сығымлы электр станцияһын төҙөү мөмкин буласаҡ, – ти Ирек. Ысынлап та, ТЭЦ-тарҙа күпме мазут, ташкүмер, газ яғыуҙарын иҫәпкә алһаң, яңы ҡоролманың отошло булыуына шик юҡ. Сөнки ул энергияны үҙе етештерә. Әңгә­мәсебеҙҙең, һыуға ла зыяны теймәй, тигән фекере был уйҙы тағы ла нығытты. Ни өсөн тигәндә, һыу һаҡлағыстар төҙөгәндә, эргә-тирәләге йылға-күлдәрҙең һайығыуы билдәле.
Һүҙ аҙағында Ирек Гәрәй улынан, һеҙ, моғайын, мәктәптә физика фәнен яҡшы үҙләштергәнһегеҙҙер, тип һорай ҡуйҙым. «Көслө физик булдым, тип әйтә алмайым, уртаса уҡыным. Әммә күҙәтеүсәнлегем яҡшы үҫешкән, иғтибарлымын», – тип яуапланы ул. Әйткәндәй, һауа баҫымы менән эшләй торған аҙ сығымлы әлеге ябай электр станцияһын төрлө ҡеүәттә һәм ҙурлыҡта төҙөп була икән. Бының бер ҡатмарлығы ла юҡ, имеш.
Әле ул, үҙенең эшен ғалимдарға, механика өлкәһе буйынса махсус белемле кешеләргә тәҡдим итеп, уй-фекерҙәр ишетеү, етешһеҙлектәрен асыҡлау, камиллаштырыу теләге менән яна. Уйлап сығарған хеҙмәтенең осона сығып, уның тормошта файҙаланылырына ышана. Махсус белеме булмаһа ла, ошо йүнәлеш менән интернет аша ҡыҙыҡһына. Тик, үкенескә күрә, әлегә үҙенә фекерҙәштәр, теләктәшлек күрһәтеүселәр генә тапмаған. Әллә нисә йыл сарыф ителгән асышын яп-ябай итеп күрһәтеп һөйләүенә иғтибар итеп: «Быға тиклем был уй бер кемдең дә башына инеп сыҡманымы икән ни?» – тип ҡыҙыҡһынам.
– Кеше, айырыуса ғалимдар гел ҡатмарлы өлкәлә «йөҙә». Күҙгә күренеп торған нәмәне лә әллә ҡайҙан, алыҫтан эҙләй бит, – тип иҫәпләй әңгәмәсебеҙ.
Әйткәндәй, уның әлеге электр станцияһының бәләкәй вариантын эшләп ҡарау тураһындағы уйы ла бар. Тик был бер кешенең генә ҡулынан килгән эш түгел икән. Әлеге лә баяғы фекерҙәш кәрәк. Бөгөн уның алдында баҫым ҡеүәтен асыҡлау, ниндәй массалағы генераторҙы әйләндерә алыуын билдәләү бурысы тора. Автор схемаһын әле үк уртаға асып һалырға ла баҙнат итмәй. Сөнки патенты юҡ. Ә теләктәшлек күрһәтеп, идеяны тормошҡа ашырырға өлөш индереүсе менән авторлыҡты уртаҡлашырға риза.
P.S. Әгәр Ирек Байғусҡаровтың асышы менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, тура үҙенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Р. КҮСЕМХАНОВА.
Күгәрсен районы,
Ялсы ауылы.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”