RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.04.2011 Йәшлек хатаһы

Уйҙарымды эргәмдә ултырған балалы йәш ҡатын бүлде. Юл алыҫ булғанға күрә был йәш әсә менән әңгәмә ҡорорға булдым. Барыһы тураһында ла һөйләшеп ултырғанда, сабыйҙың илауы әңгәмәне боҙҙо. Инде Баймаҡ ҡалаһынан сығып, Сибайға ҡуҙғалдыҡ. Әсәгә ярҙам ҡулы һуҙғым килде һәм шул саҡ баянан бирле борсоған һорауҙы бирмәй түҙә алманым. «Ғәлиә, ниңә кейәүгә иртә сыҡтың?» Һорауға яуапты оҙаҡ көттөрмәне ул, ҡыйынһынып ҡына һүҙ башланы: «Йәйге аяҙ, йылы төн... йәш пар, тулы ай яҡтыһында, саф мөхәббәт ҡосағында иркәләнеп, әллә ҡайҙағы йыһан киңлегенә оса инек. Беҙҙең һөйөү ут ялҡыны шикелле дөрләп янды. Был ваҡытлыса мөхәббәт ялҡынына сит кеше генә һыу һибә ала ине. Сихри төндә беҙ барыһы тураһында ла серләштек, алтын кеүек емелдәп торған йондоҙҙарҙы һананыҡ. Һәр атылған, кеше ғүмере кеүек өҙөлгән йондоҙҙарға бөтмәҫ теләктәр теләнек. Шулай итеп, нисек алһыу таң һыҙыл­ғанын да һиҙмәнек.
Мин өйгә ҡайтҡанда, әсәйем һыйыр һауыр­ға сыҡҡайны. Ингәс тә, йылы урында иҙрәп йоҡлап ятҡан ҡустыларыма оҙаҡ ҡына һоҡланып ҡарап ултырҙым да, үҙемдең урыныма барып яттым. Өйҙә иртәнге тынлыҡ урынлашҡан. Ошо сихри тынлыҡты әсәйем менән атайымдың һөйләшеүе боҙҙо. Улар инде тыштағы эштәрҙе бөтөрөп, иртәнге сәйгә ултырырға йөрөй ине. Мин дә улар менән бергә сәй эсеп, аҙна буйы борсоған хәбәремде еткерҙем. Ул да булһа, ауырға ҡалыуым булды. Башта улар мине, алдай, тип уйланы. Ә аҙаҡ инде алдашмауымды аңлап, атайым беренсе булып һүҙ башланы, аборт эшләтергә ҡушманылар, Азамат (тормош иптәше) яусы ебәрһен, тип әйттеләр. Мин инде ҡыуанысымдан ни эшләргә белмәй, Азаматҡа барып, барыһын да һөйләп бирҙем. Шул көндө үк унан яусы килде һәм сентябрь айында гөрләтеп туй үткәреп тә ебәрҙек. Ете айҙан һуң ҡыҙыбыҙ Гөлназ донъяға килде. Барыһы ла ҡыуанды, иң нығы Азамат инде. Сөнки Гөлназ беренсе бәпәйебеҙ, беҙҙең мөхәббәтебеҙҙең иң татлы, һутлы емеше ине. Шулай итеп, сабыйыбыҙға алты ай булғанда иптәшемдең әллә ниндәй­ҙер мөһим шылтыратыуҙары, осрашыуҙары башланды. Бер нисә ай үткәс, күрше ауылдан ике туған һеңлем килеп төштө. Килгәнендә ниңәлер борсоулы ине. Ингәс тә бер миңә, бер еҙнәһенә иғтибарлы ҡараш ташлап алды ла, әйтер һүҙен әйтеп, Гөлназ янына китте. Шул саҡ иптәшемдең икенсе йәш, сибәр ҡыҙҙар менән йөрөүен белдем. Оҙаҡ уйлап ултырырға ваҡыт юҡ ине, кейемдәрҙе йыйып, атай йортона ҡайтып төштөм.
Ниңә ҡайттың, тип өндәшеүсе кеше булманы, тик һеңлем генә ниңәлер бик асыулы йөрөнө. Туғанда­рым Азамат­тан көнләште, хатта уның әсәһе лә. ҡайтыуыма ике аҙна тигәндә, тетрәндергес хәбәр ишеттем: тормош иптәшем, туҡмалып, дауаханаға эләккән. Бынан һуң уның менән күрешмәнем дә, баланы ла күрһәтмәнем.
Баштан уҡ әлеге лә баяғы һеңлем мине киҫәтеп йөрөнө, тик уны тыңламаным. Хәҙер бик үкенәм. Азаматҡа килгәндә, ул Себер яғына сығып киткән, тип ишеткәйнем, хәҙер шунда бер ҡатын менән йәшәй, тиҙәр...»
Һүҙгә әүрәп, Сибайға килеп еткәнемде һиҙмәгәнмен дә. Әңгәмәсем менән һаубуллашып, колледж яғына ҡарай атланым. Барып еткәнсе Ғәлиә тураһында уйлап барҙым һәм шундай һығымтаға килдем: ҡайҙа ғына йөрөһәң дә һаҡ, ипле йөрөргә кәрәк. Юҡҡа ғына, ҡыҙҙы ҡырҡ урындан тый, тимәгән ололар.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).

Линәриә ЙӘНБИРҘИНА.
Баймаҡ районы,
ҡаратал ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”