RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортса чатҡа ҡушылығыҙ!

05.04.2011 Башҡортса чатҡа ҡушылығыҙ!

йәки Интернет селтәрендә үҙебеҙсә аралашыуға ни етә?
Башҡортса чатҡа ҡушылығыҙ!Интернет технологиялары алға киткән һайын, беҙ был донъя селтәре ауында нығыраҡ бутала барабыҙ. Юғары тиҙлектәге элемтә бөгөн береһен дә аптыратмай, төпкөл ауылдағы әбейҙең сит илдә йәшәгән улы йәки ҡыҙына яҙған хаты һанаулы секундтарҙа адресатҡа барып етә. Мин үҙем һалҡын Себер тарафында оҙон аҡса артынан йөрөгән әхирәтем менән скайп аша аралашам, күҙгә-күҙ ҡарашып гәпләшеүгә ни етә?! Социаль селтәрҙәр – «Одноклассники», «Вконтакте», «Фэйсбук», «Мой мир» һ.б. сайттар үҙҙәренә миллионлаған кешене йотҡан һәм йота бара. Һәр чиновник интернетта үҙ блогын асырға тырыша – халыҡҡа «яҡын» булырға кәрәк, «мода»нан артта ҡалырға ярамай. Ә инде осһоҙ һәм уңайлы «аська» күптәрҙең тоғро дуҫына әйләнгән. ICQ программаһы менән 10 йәшлек баланан башлап 30 йәшлектәргә тиклем көнө-төнө ҡуллана.
Күптән түгел «аська»ла башҡортса чат булдырған Азат Әбүбәкиров менән таныштым. Йәш, алдынғы ҡарашлы егет баш ҡаланың 51-се мәктәбен тамамлаған. Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алған. Бөгөн дипломлы белгес Өфө электр аппараттары заводында инженер-йылытыу технигы вазифаһын башҡара.
Минең менән осрашыуға Азат дуҫы – чатта әүҙем аралашыусыларҙың береһе менән килде. Тыныс холоҡло, мөләйем йөҙлө Зөбәржәт менән танышҡас, уның Ейәнсура районынан булыуын, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының өсөнсө курс студенты икәнен белдем.
– Башҡортса чат ҡасан, нисек барлыҡҡа килде?
Азат:
– Туған телебеҙҙә чат асыу идеяһын иң тәүҙә Руслан Ибраһимов атлы Күгәрсен егете күтәреп сыҡты һәм эште башлап ебәрҙе. Әммә тейешле шарттар­ҙың булмауы арҡаһында, чат көнөнә бер нисә сәғәт кенә эшләне. Тиҙҙән беҙ, дуҫтарым Ирек Рәжәпов һәм Айнур Таңатов менән күмәкләшеп, яңы программалар ҡулланып, Башҡорт чатын камиллаштыр­ҙыҡ. Бында тик башҡортса ғына аралашыу, насар һүҙҙәр ҡулланмау, бер-береңде хөрмәт итеү – төп ҡағиҙәләр. Тәртип боҙған кешене «мунса»ға бикләп ҡуябыҙ, был инде бер нисә көн чатҡа инеү хоҡуғынан яҙыу, тигәнде аңлата. Бөгөн Башҡорт чаты – башҡорт үҫмерҙәренең һәм йәштәренең әүҙем аралашыу урыны. Ул иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан төнгө икегә, ә ял көндәрендә төнгө өскә тиклем эшләй. Бигерәк тә Баймаҡ, Ейәнсура, Миәкә, Бөрйән һәм Күгәрсен яҡтарынан һәм башҡа райондарҙан ҡулланыусылар күп, ә ҡайһы бер яҡтарҙан берешәр йәки икешәр генә кеше теркәлгән. Көн һайын тиерлек тиҫтәләгән кеше чатта теркәлергә теләк белдерә. Беҙҙә яңылыҡтар, афиша, йондоҙнамә, танышыу хеҙмәте рубрикалары бар. Ә «Майҙан»да төрлө темаға фекер алышырға, тәҡдимдәр һәм кәңәштәр менән сығыш яһар­ға була. Иң әүҙем ҡулланыусыларыбыҙ был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, шөкөр, аҡыллы, аңлы йәштәребеҙ күп. Чаттағы тәртипте күҙәтеп тороусыларға килгәндә, республикабыҙҙың һәр төбәгендә тиерлек ярҙамсыларыбыҙ бар.
– Башҡорт чаты ҡулланыусыларының виртуаль донъяла ғына түгел, үҙ-ара осрашып аралашыуы хаҡында ла ишеткәйнем...
Азат:
– Телефон йәки компьютер аша аралашыу күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуға етмәй инде ул. Чатты асып, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, үҙ-ара осрашыу­ҙар ойошторорға килештек. Күмәкләшеп театрҙарға, һырғалаҡҡа йөрөйбөҙ, мәҙәни кисәләр­ҙә ҡатнашабыҙ, Науруз, Нар­дуған һ.б. байрамдарҙы уҙғарабыҙ, ҡыҫҡаһы, беҙҙең ҡулланыусылар араһында бөгөнгө көндә ныҡлы дуҫлыҡ урынлашты. Шулай уҡ, күмәкләшеп Талҡаҫ күленә, Ирәмәл тауына, «Салауат йыйыны»на барыу күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Яңы йыл байрамдарынан һуң Абҙаҡтағы тау саңғыһы үҙәгенә барып ял иттек. Бындай осрашыуҙарға һәр кем килә ала, тик уның ике төп талапты үтәүе шарт – айыҡ тормош алып барыу һәм башҡорт телен­дә һөйләшеү. Беҙгә Сибай һәм Күмертау ҡалалары йәштәре лә ҡушылды. Башҡорт чатының «Вконтакте» сайтында үҙ төркөмө бар, ул «Селтәр» тип атала. «Селтәр»ҙә беҙҙең осрашыу­ҙарҙан фотоларҙы, видеояҙмаларҙы ҡарарға була.
– Апайымдың һуңғы ваҡытта ҡыҙы хаҡында зарланғанын йыш ишетәм. «Ынйы дәрес әҙерләһә лә «аська»ла ултыра, һауыт-һаба, иҙән йыуғанда ла, ашаған ваҡытта ла телефонынан күҙен алмай», – ти ул. Виртуаль тормош, буш хәбәрҙәргә ҡоролған һөйләшеүҙәр, танышлыҡтар бик күп ваҡытты ала, ғөмүмән, интернет кешене тулыһынса үҙенә буйһондора, тигәнгә нисек ҡарайһығыҙ?
Зөбәржәт:
– Мин үҙем Башҡорт чатына ул бер ай эшләгәндән һуң килеп ҡушылдым. Тәүҙәрәк виртуаль донъяға тулыһынса бирелдем, һуңынан саманы белеп аралаша башланым. Әгәр ҙә үҙеңде-үҙең контролдә тота алмайһың икән, интернет упҡыны йоторға ғына тора, әлбиттә. Шуға ла донъя селтәрен артыҡ яратыусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыр­ға кәрәк, тип уйлайым. Хәҙер чатҡа инеү өсөн үҙемә ваҡыт билдәләп ҡуйҙым. Мәҫәлән, һыуыҡ көндәрҙә дуҫтарым менән күрешә алмайым икән, чатта «осрашам». Чатта аралашыу менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай. Беҙҙең осрашыуҙарҙа башҡорт йәштәрен тағы ла күберәк күрергә теләр инем. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре нилектәндер осрашыуҙарға килергә ояла. Ә бит беҙ бик күңелле итеп, ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп, йырлап-бейеп, уйнап-көлөп, рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Чатта кемдер үҙенә ғүмерлек йәр, кемдер яҡшы дуҫ тапты. Берәүҙәргә ул уҡыу йортон һайларға, икенселәргә эш табырға ярҙам итә, өсөнсөләр сәләмәт тормош юлына баҫты. Ваҡытты дөрөҫ сарыф итә белгәндә, Башҡорт чаты файҙа ғына килтерә. Ғөмүмән, чатта аралашыу – һәр кем өсөн ваҡытлыса күренеш, беҙҙә ҡулланыусылар­ҙың йәше сама менән 14 – 25, иң әүҙемдәре 18 – 22 йәштә. Күптәр ғаилә ҡороп, донъя мәшәҡәттәре йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында, чаттан алыҫлаша, уларҙың урынына бүтәндәр килеп ҡушыла.
– Башҡорт чатын булдырыусы егет ниндәй ниәттәр менән яна?
Азат:
– Яҡын киләсәктә интернетта башҡортса электрон китапхана булдырырға теләйем. Бында башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының әҫәрҙәрен урынлаштырыу, башҡорт телендәге китаптарҙы, уҡыу әсбаптарын ҡулланыусыға тәҡдим итергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙҙең башҡорттар араһында донъя селтәрен ҡулланыусылар һаны көндән-көн арта, улар араһында туған телебеҙҙәге электрон китапхананы кәрәкле тип табыу­сылар, яҡшы яҡтан баһалаусылар, һис шикһеҙ, күп буласаҡ. Тағы ла башҡорт шрифтарының булмауы арҡаһында һүҙҙәрҙе боҙоп яҙырға тура килә.
Был мәсьәлә әлегә асыҡ ҡала – үҙ телебеҙҙәге шрифты булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Бер-ике йылдан әлеге эштең осона сығырбыҙ, тип ышанам. Әйткәндәй, башҡортса аралашыу өсөн латин хәрефтәрен ҡулланайыҡ, тигән тәҡдимдәр бар. Планда – йәштәр менән бергә кәңәшләшеп эшләүҙе үҫтереү, чатты күңел асыу, ваҡыт уҙғарыу ғына түгел, ә кәрәкле, файҙалы, мәғлүмәт еткереү сараһы йәһәтенән камиллаштырыу. Беҙҙең ишектәребеҙ барыһы өсөн дә асыҡ, Башҡорт чатына ҡушылыр­ға теләүселәр булһа, рәхим итегеҙ!

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.
Өфө ҡалаһы.

lСQ (Ай-Си-Кью) һәм «lsееk уоu» (Ай сик ю) – фонетик омонимдар. Инглиз теленән «Мин һине эҙләйем» тигән һүҙҙәр бер аҙ моңһоу яңғыраһа ла, программаның «аська» тип ҡыҫҡартып алынған атамаһында дуҫтарса, алсаҡ мөнәсәбәтле тон ярылып ята. 1996 йылда Тель-Авив ҡалаһынан мәктәп уҡыу­сылары – Арик Варди, Яйр Голдфингер, Сефи Вигисер һәм Амнон Амир lСQ программаһын уйлап таба. Улар тәүҙә был программа ярҙамында үҙ-ара ғына аралаша, яйлап дуҫтарына тарата. Тиҙҙән башлы егеттәр үҙҙәренең компанияһын булдыра һәм барлыҡ «Инстант Мессенджер» баҙарында (lМ – реаль ваҡытта тиҙ хәбәрҙәр хеҙмәте аша хат алышыу) танылыу яулай. Аҙнаһына миллионлап ҡулланыусы йыйған lСQ программаһына хужа булыу өсөн донъялағы иң ҙур компьютер технологиялары корпорациялары көрәш башлай, шул иҫәптән Майкрософт компанияһы ла. 1998 йылда был программаны АОL Америка компанияһы һатып ала. 2010 йылдың апрелендә lСQ программаһына Рәсәй DST инвестициялар фонды хужа була.
Әйткәндәй, «Йәшлек» гәзитенең дә «аська»ла башҡортса чаты бар. Унда ошо «аська» номеры (106-2005) буйынса инергә була.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”