05.04.2011 Бөтәгеҙ ҙә – өмәгә!
БР Хөкүмәтенең 28 марттағы бойороғона ярашлы, 9 апрелдән 21 майға тиклем республикала тораҡ пункттар территорияһын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк.
Министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволарға, муниципалитеттарға, бөтә милек формаһындағы ойошмаларға, йәмәғәт берекмәләренә ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, парктарҙы, баҡсаларҙы, ойошмаларға беркетелгән территорияларҙы таҙартырға, төҙөкләндерергә һәм йәшелләндерергә ҡушылды.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы өмәләргә10 июнгә йомғаҡ яһаясаҡ.