02.04.2011 P.S. АЛДЫҠ!
Илдар Ғәбитов – сертификатлы кроссмейкер
Штаб-квартираһы Болгарияның Габрово ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ-ара әҙ һанлы халыҡтар ассоциацияһынан (РLUT) һөйөнөслө хат килеп төштө. Кроссмейкер Илдар Ғәбитов ойошторған «UҒ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Р.S. (полингвистик сертификат) тапшырылды. Был документ үҙ телендә 100-ҙән дә кәм булмаған кроссворд-сканворд сығарған кешегә (ойошмаға) бирелә.