02.04.2011 Был аҙнала беҙҙе...
ҡайғыртты...
Бер ваҡытта ла ҡартаймаҫтай тойолған, Рәсәй киноһы легендаһы булған СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Людмила Гурченконың яҡты донъяны ташлап китеүе халыҡты ҡайғыға һалды. Оригиналь, ҡабатланмаҫ ролдәре, йырҙары менән халыҡ күңелен яулаған Людмила Гурченко, һуңғы көндәрҙә ҡаты ауырыһа ла, һуңғы һулышына тиклем сәнғәткә хеҙмәт итте.
ҡыуандырҙы...
«Ростуризм» Мысырҙа ял итергә теләүселәргә рөхсәт бирҙе. 1 апрелдән илебеҙҙең теләгән бер гражданы ҡыҙыл диңгеҙгә барып ял итеү мөмкинлегенә эйә.
«Ростуризм» туристарҙы Мысырҙа иғтибарлы булырға, илдең курорт зонаһына инмәгән башҡа райондарына экскурсияларға барыуҙан тыйылып торорға саҡыра.
Хәүефләндерҙе...
Японияның тәбиғәт һәләкәтенә эләккән атом станцияһында эшләүсе кешеләрҙең береһе лә тиерлек журналистар менән аралашмай. Шулай ҙа Америка журналистары халыҡ араһында «камикадзе», «ядро самурайҙары» тип йөрөтөлгән кешеләрҙең береһенең әсәһе менән бәйләнешкә сыға алған.
Белгестәр фекеренсә, атом станцияһында булған фажиғә 100 йыл буйына Японияның иң ауыртҡан урыны булып торасаҡ.
Өмөтләндерҙе...
Рәсәйҙең Энергетика министрлығы нефть һәм уның продукцияһын эшкәртеү, транспортировкалауға ҡағылған яңы закон проекты әҙерләне. Был закон ҡабул ителгән осраҡта, хөкүмәт нефткә хаҡты үҙе көйләйәсәк.
Һүҙ нефткә хаҡ бер ай эсендә 30 проценттан да артығыраҡҡа күтәрелгән осраҡ хаҡында бара. Ғөмүмән, министрлыҡ нефткә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ рәүештә артыуын, уның законһыҙ һатылыуын ныҡлы контролгә алмаҡсы.