26.03.2011 Йондоҙнамә 28 март- 3 апрель
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Шаршамбыла уйламаған сығымдар килеп сығыр. Кесе йомаға тәғәйенләнгән осрашыуҙың булмауы ла ихтимал.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна төрлө ваҡиғаларға бай булыр. Эшегеҙ күп булыуына ҡарамаҫтан, шәхси тормошҡа ла ваҡыт табырһығыҙ. Ғөмүмән, осор аралашыу өсөн өмөтлө. Иң яҡшы көнөгөҙ – йома.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тормошоғоҙ күҙгә күренеп йәнләнеп киткәндәй тойолор. Киләсәккә маҡсаттар тураһында ла күп уйларһығыҙ, буғай. Аҡсағыҙҙы уйлабыраҡ тотоноғоҙ, бик тиҙҙән ул һеҙгә күпләп кәрәк булыр.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Эштәрегеҙ ҡәҙимгесә барыр. Шулай ҙа яратҡан кешегеҙ менән аралашыуҙа ҡытыршылыҡтар сығып торор. Кесе йомала юҡ ҡына ваҡиға ла йөрәгегеҙҙә тәрән яра ҡалдырыуы мөмкин.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙнаның тәүге яртыһы файҙалы аралашыуҙарға, сәфәрҙәргә бай булмаҡсы. Фекерҙәрегеҙҙе белдерергә ашыҡмағыҙ, серҙәрегеҙҙе асырға тырышмағыҙ. Йомала төрлө дәғүәләрҙән ары тороғоҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор бер аҙ тынғыһыҙ башланыр. ҡәҙимге аралашыу ҙа сыҙамлыҡ талап итер. Шишәмбеләге һөйләшеүҙәрҙән башығыҙ әйләнеп китеүе лә ихтимал. Хәлегеҙ кесе йомала ғына яйланыр.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек кисерерһегеҙ. Иң тәүге сиратта элеккенән, үткәндәрҙән ҡотолоғоҙ, юғиһә алға табан ышаныслы бара алмаҫһығыҙ. Һаулығығыҙ тураһында борсолорға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ һымаҡ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эштәрегеҙ, шул иҫәптән шәхсиҙәре лә бер ниндәй ҙә борсолоу тыуҙырмай кеүек. Яратҡан кешегеҙ менән арағыҙ ваҡытлыса һыуыныр. Шәмбелә ҡыуаныслы ваҡиға булыр.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мөхәббәт өлкәһендә ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин. Шишәмбелә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр осрар. Шаршамбыла ниндәйҙер кире ваҡиғаға юлығыуығыҙ ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, дөйөм хәлегеҙ һәйбәт буласаҡ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала өй-ғаилә мәсьәләләре беренсе урында торасаҡ. Уларҙы хәл итеү өсөн ҡайһы бер эштәрегеҙҙән баш тартырға мәжбүр булырһығыҙ. Бурыстарығыҙ тураһында ла онотмағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Иҫке әйберҙәрҙән ҡотолор өсөн уңайлы мәл. Өйөгөҙҙә ниҙер ватылһа, йәлләп тормағыҙ, еңел күңел менән сығарып ташлағыҙ. Яңы кейем һатып алыуҙы бер аҙнаға кисектерергә кәңәш ителә.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Барыһы ла һәйбәт барған кеүек. Тик ҡайһы ваҡыт яңғыҙлыҡ тойғоһо еңеп китер. ҡайсаҡ бер аҙ һаранлыҡ, ҡырыҫлыҡ күрһәтергә лә мәжбүр булырһығыҙ һымаҡ. Бының өсөн сәбәптәр ҙә бар кеүек.