26.03.2011 «Аҡбуҙат», «Афарин» һәм башҡалар...
Балаларын башҡорт рухында үҫтерергә теләүсе ата-әсәләр «Аҡбуҙат» журналын алдырмай ҡалмаҫ. Ысынлап та, бәләкәйҙән мауыҡтырғыс әкиәттәр, йомаҡтар, шиғырҙар уҡып кинәнгән бала туған телен, туған моңон күңеленә һеңдереп үҫә.
«Аҡбуҙат» журналының егерме йәшенә лә, әлбиттә, иң ҙур ҡунаҡтар – балалар йыйылды. Журналды яратыусылар төрлө мәктәптәрҙән, хатта райондарҙан уҡ килеп еткәйне.
...ҡунаҡтарҙы Афарин исемле клоун ҡаршы алды. Ул Аҡбуҙаттың дуҫы икән. Тантана барышында Афарин балаларҙы уйнатты, көлдөрҙө. Эскерһеҙ сабыйҙар шаян клоун менән серҙәре, хыялдары хаҡында бүлешергә лә тартынманы. Баҡһаң, кескәйҙәрҙең күбеһе Парижға барырға хыяллана икән! Балаларҙың фантазияһы иҫ киткес бай. Хыялдарҙың осона сығырлыҡ түгел. Сарала Белореттан һәм тағы бер нисә райондан килгән йырсы балалар, «Тамыр» йыр студияһының бәләкәс артистары ла сығыш яһаны. Ә фойела тоҡ менән һикереү, викториналар, төрлө уйындар үтте. ҡыҙыҡлы уйындарҙы «Афарин» башҡорт ижади студияһы ойошторғайны. Ә Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры «Урал батыр» эпосынан өҙөк күрһәтте.
Шулай итеп, «Аҡбуҙат» дуҫтарға бай булып сыҡты. Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер журналға артабан да уңыштар теләйек, уға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ!
Р. КҮСЕМХАНОВА.