RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Синоптиктар нимә вәғәҙәләй?

22.03.2011 Синоптиктар нимә вәғәҙәләй?

Синоптиктар нимә вәғәҙәләй?Тормошта күп нәмә көн торошона бәйле: сәләмәтлегебеҙ, кәйефебеҙ, уй-ниәттәребеҙ һәм уларҙың тор­мош­ҡа ашыу-ашмауы, илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеше һ.б. Шуға һәр кем көн торошо менән ҡыҙыҡһынып бара. Ә көн торошо нисек фаразлана һәм кемдәр уны күҙәтеп бара – ошолар менән ҡыҙыҡһынып, Гидро­метеорология һәм тирә-яҡ мөхиттең мониторингы бу­йынса БР территориаль идаралығының Гидроме­теоро­логия үҙәгенә мөрәжәғәт иттек. Көн торошон күҙаллау буйынса бында айырым бүлек бар. Унда 12 синоптик эшләй. Улар йыйған мәғлүмәт буйынса республикала алдағы тәүлектәргә, бер аҙнаға һәм бер айҙан өс айға тиклем көн торошо күҙаллана. Шулай уҡ бер йылға ла яҡынса көн торошо билдәләнә һәм Башҡортостан территорияһында хәүефле күренештәр, ғәрәсәттәр тураһында алдан иҫкәртелә.
Синоптиктар нимәгә таянып көн торошон күҙаллай һуң?
Донъяла һәр өс сәғәт һайын көн торошо буйынса күҙәтеүҙәр үткәрелеп тора. Башҡортостанда 32 метеостанция һәм 5 метеопост бар. Уларҙа даими рәүештә температура, атмосфера баҫымы үлсәнә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы тикшерелә, атмосфера күренештәре буйынса күҙәтеүҙәр алып барыла. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла Мәскәүгә ебәрелә һәм унда, эшкәртелеп, синоптик картаға индерелә. Ә Гидрометеорология үҙәгенең көн торошон күҙаллау бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ошо синоптик карта буйынса артабан анализ үткәреп, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан алынған фараздарҙы файҙаланып, республика буйынса алдағы тәүлектәргә көн торошон билдәләй. Синоптик карта ҡайҙа циклондар, ҡайҙа көслө ел көтөлөүен, болоттарҙың ҡайһы яҡҡа күсерен алдан күҙалларға ярҙам итә. Бынан тыш, Өфөнөң Дим биҫтәһендә аэрологик станция бар. Унда радиотапшырғыс ҡуйылған зонт һауаға осорола ла, температураны, атмосфера баҫымын, һауаның дымлылығын үлсәй. Шулай уҡ улар циклон менән антициклондарҙы ла асыҡлай ала. Синоптиктар көн торошон фаразлағанда тағы ла йыһандан төшөрөлгән фотоларҙы ла файҙалана. Улар аша болоттарҙың ҡайһы яҡҡа хәрәкәт итеүен күҙалларға мөмкин. Әлбиттә, фараздар тулыһынса тура килгән осраҡтар ҙа, яңылышҡан саҡтар ҙа була. Бында эшләүсе синоптиктар әйтеүенсә, уларҙың фараздары республика буйынса уртаса алғанда 93 – 94 процентҡа аҡлана, ә бер айлыҡ һөҙөмтәләрҙе алғанда, яҡынса 70 проценты дөрөҫлөккә тура килә.
Халыҡта йыш ҡына, декабрь айы – июнгә, ғинуар – июлгә, февраль авгусҡа тура килә, тигән ышаныу бар һәм ниндәй айҙа ҡарҙың күп яуыуына ҡарап, йәйгеһен шул айҙарҙың ямғырлы булыуын фаразлайҙар. Синоптиктар был хаҡта ниндәй фекерҙә һуң?
– Беҙ физика закондарына нигеҙләнеп күҙәтеүҙәр үткәрәбеҙ һәм көн торошон фаразлайбыҙ һәм беҙҙең күҙәтеүҙәр буйынса ҡышҡы айҙарҙағы яуым-төшөмдәр йәйге айҙарға тура килә тип әйтеп булмай, – ти бүлек етәксеһе Гөлназ Зәкиева.
Гидрометеорология үҙәгенең көн торошон фаразлау бүлегендә эшләүсе синоптиктарҙың барыһы ла тиерлек Санкт-Петербургтағы Рәсәй дәүләт гидрометеорология университетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта ул – Рәсәйҙә синоптиктар әҙерләүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Унда уҡырға инеү өсөн физиканы яҡшы белеү мөһим, сөнки көн торошон физика закондарына таянып ҡына күҙалларға мөмкин.
– Беҙҙең һөнәр – бик көсөргәнешле һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки көн торошо саҡ ҡына тура килмәһә лә, халыҡ беҙҙе әрләй башлай. Нигеҙҙә, эшебеҙ ҡыҙыҡлы, бигерәк тә оператив булыуы менән күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт ҡалдырмай. Һәр өс сәғәт һайын алынған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеп өлгөрөргә тейешбеҙ, – ти көн торошон күҙаллау бүлеге хеҙмәткәрҙәре.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
АВТОР фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”