22.03.2011 Әкиәт кенә, тимәгеҙ...
Әкиәт кенә, тимәгеҙ,
Әкиәт ул күп төрлө.
Тормоштоң үҙе шикелле
ҡатмарлы, ҡыҙыҡ, серле.
Әгәр ҙә әкиәттәрҙең
Асылын таба белһәң,
Кәрәк урынында илап,
Кәрәк урынында көлһәң, –
Шат, зирәк кеше булырһың
Алда донъя көткәндә.
Шатланып ауыҙ йырмаҫһың,
Дуҫың ҡан-йәш түккәндә!
Сәңгелдәктә бәүелгәндән алып тәпәй баҫып йүгереп киткәнсе олатай-өләсәйҙәребеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ беҙгә, ғәзиз балаларына, төрлө-төрлө әкиәттәр һөйләй торғайны. Ул әкиәттәрҙә йомро-йомро йомғаҡ та, йәйғор күпере лә булды, хатта осоп барыусы балаҫтарға ултырып, донъяның төрлө ҡитғаларын да гиҙҙек. Ә иң мөһиме, ул әкиәттәр изгелектең һәр ваҡыт яуызлыҡты еңеүе менән генә ҡайылған, саф тойғолар менән һуғарылған. Шул халҡыбыҙҙың ынйы өлгөләре – әкиәттәрҙе тыңлай-тыңлай, аҡты – ҡаранан, яманды яҡшынан айырырға өйрәнеп, хәтер һандығыбыҙҙы яҡшы тәьҫораттар менән байытып, тормош тигән оло юлға аяҡ баҫтыҡ.
Хәҙер ҙә кескәйҙәргә әкиәттәр һөйләп ҡыуандырыусы ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр бар. Ә шулай ҙа әкиәт һөйләүселәр һаны әүәлгегә ҡарағанда әҙерәк. Үҙ мәшәҡәттәренә күмелгән ололар “зәңгәр экран“дан барған йәнһүрәттәргә әһәмиәт бирә башланы. Тәү ҡарауға был күренеш проблема түгел кеүек. Ләкин, рәхәтләнеп уйынсыҡтары, йә тиҫтерҙәре менән уйнау, аралашыу, берәй әҙәби әҫәр уҡыу урынына сәғәттәр буйы телевизорға текәлеп ултырған кескәйҙәрҙе күрһәң, күңелде шом баҫа. Эйе, балалар, әкиәт тыңлауҙан, тере аралашыуҙан айырылып, “зәңгәр экран“ға текәлде. Башта бының, ысынлап та, зыяны булмағандыр ҙа. Сөнки әүәлге йәнһүрәттәр ҙә олатай-өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр шикелле изге ине.
Тик ваҡыт үтеү менән экрандағы йәнһүрәттәр алмашына, элеккеләре урынына, ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәр төҫлө, яңылары күпләп өҫтәлә бара. Күптәренең авторы кем һәм ул авторҙың ниндәй маҡсат менән балаларға был йәнһүрәтте әҙерләүе лә билдәһеҙ. Америка ағайҙарының тау-тау аҡса алыр өсөн генә уйлап тапҡан йәнһүрәттәре кескәйҙәрҙе нимәгә өйрәтә, күңелдән мәңге юйылмаҫ сихри балалар донъяһын нимә менән һуғара икән? Ошо йәнһүрәттәр аша киләсәк быуыныбыҙға алама ғәҙәттәр һеңдереп, кешелекте юҡҡа сығарыу түгелме икән был йәнһүрәт авторҙарының төп маҡсаты?
Бөгөн сәләмәтлекте ҡайғыртыу, спорт менән шөғәлләнеү модала. Шуға ҡарамаҫтан, күп йәнһүрәт геройҙары әхлаҡһыҙ тормош рәүешен алға этәрә: тәмәке тарта, спиртлы эсемлектәр эсә, бынан тыш, йәнһүрәт геройҙары бер-береһен йәберләй, тән йәрәхәттәре һала, хатта үлтерә һәм иң мөһиме, герой үҙенең насар ҡылығы өсөн яза алмай. Береһе лә уға, былай ярамай, тип бармаҡ та янамай, тыймай. Һөҙөмтәлә бәләкәй тамашасының төпкө аңында, һаулыҡ тураһында артыҡ хәстәрләүҙең кәрәге юҡ, йә, ҡылған енәйәт өсөн яуапҡа тарттырылмайһың, тигән хаталы ҡараш барлыҡҡа килә. Кескәй бала шул алама ғәҙәтле геройға кумир итеп табына, оҡшарға тырыша, уйнаған ваҡытта ла шул йәнһүрәт геройы булып уйнай, хатта Яңы йыл байрамына ла шул йәнһүрәт геройы булып кейенеү теләген белдерә. Ә бит нисек матур уйнаһаң, ҙурайғас, шулай матур йәшәйәсәкһең дә.
Сит ил йәнһүрәттәренең күбеһендә ҡатын-ҡыҙға хас булған әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ, оялып керпектәрҙе төшөрөү, баҫалҡы йылмайыу кеүек һыҙаттар юҡҡа сыҡҡан. ҡатын-ҡыҙ образы, киреһенсә, әҙәпһеҙ, рухи яҡтан зәғиф булып һүрәтләнә. Ғәҙәттәре еңел холоҡло ҡыҙҙарҙыҡына хас.
Яратып ҡараған “Золушка” йәнһүрәтендәге төп героиняны ярһыу, асыулы итеп күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Йә булмаһа, “Аленький цветочек”, “Царевна-лягушка” йәнһүрәттәрендәге героиняларҙың бөтә нәмәне ватып, емереп, һуғып, хатта үлтереп йөрөүен күргәнегеҙ бармы? Әлбиттә, юҡ! Ә бына “Шрек” йәнһүрәтендәге Фиона, “Алладин”дағы Йәсмин, “Нотр-Дам”дағы сиған ҡыҙы өсөн был аламалыҡтар – ғәҙәти күренеш. Улар агрессив холоҡло, һуғыша, хатта хайуандарға, кешеләргә тән йәрәхәттәре һала, ә Йәсмин атаһы менән шарап та эсә. Һәм был алама ҡылыҡтарҙы йәнһүрәт героинялары көлөп-ҡыуанып, ихлас күңелдән башҡара. Ә вайымһыҙ кескәйҙәр ыңғай күренештәрҙе лә, киреһен дә түкмәй-сәсмәй мейеһенә һеңдереп бара!
ҡыҙыҡ өсөн түгел, ғибрәт өсөн сит ил йәнһүрәте “Метро голден майер”ҙағы һәм беҙҙең илдә сығарылған “Серая шейка” йәнһүрәтендәге инә өйрәктәрҙе сағыштырып ҡарағыҙ. Ул ҡоштар араһындағы иҫ киткес айырмаларҙы табырһығыҙ, тип уйлайым...
Бының кеүек миҫалдарҙы күп килтерергә була. Ләкин маҡсатым йәнһүрәттәрҙе тыйыу түгел. Бала саҡ төрлө матур, фәһемле йәнһүрәттәр менән тулы булһын. Үҙебеҙҙең бик күп йәнһүрәттәребеҙ – ысын тормош мәктәбе, хеҙмәткә һәм изге ғөрөф-ғәҙәттәргә өйрәнеү сараһы, һәйбәт тәрбиә алыуҙың аҫыл сығанағы.
Балаларға йәнһүрәт һайлаған ваҡытта күп нәмәне күҙ уңында тоторға кәрәк. Йәнһүрәт баланың йәшенә тура килергә, ябай, шул уҡ ваҡытта яҡшылыҡ менән яуызлыҡ айырылып торорға һәм иң мөһиме оҙон булмаҫҡа тейеш. Йәнһүрәт аша балаға наҙ, рухи тәрбиә, баһалап бөткөһөҙ күңел йылылығы һалынырға тейеш. Күп йәнһүрәттәрҙе ата-әсәнең бала менән бергә ҡарауы, яңылыш урынын төҙәтеүе, нимә ярай, нимә ярамай икәнен аңлатыуы, тәрбиәүи эш алып барыуы мөһим. Кескәйҙәргә (ике-өс йәш) йәнһүрәттәрҙең күп урынын аңлатыу, ә ҙурыраҡтары менән йәнһүрәт тураһында фекер уртаҡлашыу кәрәк.
Балалар өсөн тәғәйенләнгән йәнһүрәттәр, тапшырыуҙар милли рух, патриотизм тойғоһо менән һуғарылған, әхлаҡи талаптарға тап килгән сәләмәт тормошто, спортты, хеҙмәтте, рухи камиллыҡҡа ынтылыуҙы күрһәтергә тейеш. Сит ил йәнһүрәттәре аша бөгөнгө көн афәттәре – эскелек, тәмәке тартыу, булдыҡһыҙлыҡ, битарафлыҡ, моңһоҙлоҡ балаларға еткерелә. Беҙҙең оло бурыс – ошо насар ғәҙәттәрҙән балаларҙы йолоп алыу. Халыҡ ижады һуты менән, матур, изге йәнһүрәттәр менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була!
ҡыҫҡаһы, әкиәт кенә, тимәгеҙ...
Лилиә МИҢЛЕБАЕВА,
Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының V курс студенты.