RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауыл йәме – Бүләктау, тауҙың йәме – Бүләк шишмәһе

22.03.2011 Ауыл йәме – Бүләктау, тауҙың йәме – Бүләк шишмәһе

Беҙҙең Эткөсөк ауылы Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан. Нөгөшкә бәләкәй һәм ҙур йылғалар ағып төшә, уның һыуын байыта. Был йылға бейек тауҙар, урмандар араһынан, асыҡ далалар буйлап боролоп-боролоп аға-аға, ҡашҡар ауылы эргәһендә Ағиҙелгә ҡушыла. Йылғалар тигәс тә күҙ алдына ҙур йылға күренеше асыла, ә асылда иһә йылға тип бәләкәй генә шишмә йәки инеште лә атарға була. Эткөсөк ауылында Бүләк, Күперле, Өсһаҙ, Көйәҙе, ҡылы, Һуҡыр шишмә, Өҫкәнеш тип аталған йылғалар бар. Һәр береһенә исем ҡайҙан башланып, ҡайһы ерҙән ағыуына ҡарап бирелгән. Мин яҙасаҡ Бүләк шишмәһе Бүләк урманынан ағып төшә, тауҙы ла Бүләк тауы тип йөрөтәбеҙ.
Шишмә бик ҡыҫҡа һәм һай, шулай ҙа башланған урынында һыуы тәмле, таҙа. 1921 йылға тиклем Бүләктауҙа ун метр бейеклеккә еткән ҡарама, имән, муйыл ағастары, балан ҡыуаҡтары үҫкән.
1880 йылдың йәйендә Максим исемле урыҫ ҡарты ошо шишмә буйына үҙенең умарталарын урынлаштыра.
Был урынды «Максим баҡсаһы» тип атайҙар. Иң үрҙән – тау ҡуйынынан ағып сыҡҡан һыуы, тамсылап һәр ағас төбөнән һарҡып сығып, шишмә хасил итә, үҙенең һыуын Нөгөш йылғаһына ашыҡмай ғына илтеп ҡоя. Эҫе йәйҙәрҙә шишмәнең урта өлөшө ҡорой. Яҙ көнө ул тәрән соҡор яһап, йырындар барлыҡҡа килтерә.
Мәләүез ҡалаһынан килгән асфальт юл ошо соҡор аша үтә, шунлыҡтан шишмәгә юлды аҫтан үткән бетон ҡулса аса.
Шуныһы ҡыуаныслы – шишмә буйы таҙа. Ошо көнгәсә тау башында ҡуйы ағастар араһында уға һалынған яҫы таштар – Максим ҡарттың һыу ала торған урыны һаҡланған.
Максим ҡарт, олоғайғас, үҙенең умарталарын, бар мөлкәтен ейәндәренә бүләк итеп ҡалдырған. Шуға ла умартасы көн иткән урынды – шишмә буйын Бүләктау шишмәһе тип йөрөтәләр.
Шишмә башланған урында ауылдың башланғыс мәктәбе уҡыу­сылары «Бүләктау шишмәһе» тип яҙып, таҡтанан кәртә эшләп ҡуйҙы. Ауыл тарихында Сыңғыҙ хандың урындағы халыҡ менән килешеү төҙөүе тураһында мәғлүмәт бар. Ошо урын Сыңғыр үҙәне тип йөрөтөлә. Ул Бүләктау шишмәһенә яҡын, бәлки, хан да ошо инештең һыуын ауыҙ иткәндер – кем белә... Тыуған яғыбыҙ тарихының бер бите, йәмле мөғжизәһе булып аҡ әйҙә, Бүләк шишмәһе! Һин үҙең дә бит әллә ниндәй әүлиә шишмәләренә торошло.

Миңзәлә САНГИШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”