19.03.2011 Дүрт майшәм
Кеше был донъяла дуҫ-иптәшһеҙ йәшәй алмай. Күңел эҙләнеүҙәрен, талабын, һағышын баҫырҙай, кәңәш бирерҙәй, быға тиклем яуап таба алмаҫтай һорауҙарға яуап бирерҙәй йән булыуы фарыз. Был йәһәттән мин уңдым – бер әхирәт табып алдым. Исеме лә ниндәй бит әле уның – Эльфика!
Әленән-әле мөрәжәғәт итәм уға. Сөнки тормош тигәнең бит кеше алдына әллә ниндәй һынауҙар, ҡатмарлыҡтар һәм һикәлтәләр килтереп сығарып ҡуя. Уларҙы үҙ көс-тырышлығың менән генә йырып сығып ҡара. Бына шундай саҡтарҙа ярҙамға килә лә инде Эльфика.
Әйткәндәй, исеме әкиәткә тартым булһа ла, ул – ысын кеше. Психолог, психотерапевт Ирина Семина. Тылсымлы әкиәттәр оҫтаһы. Уның девизы: «Мин тормошто яратам, ә тормош мине ярата». Уның тағы ла бер матур һүҙе бар: «Тормош беҙгә фәрештәләрҙән башҡа бер кемде лә ебәрмәй һәм Мөғжизәнән башҡа бер нәмә лә эшләмәй». Үҙ тормошоңдо әкиәткә әйләндереү өсөн ошоға ышанырға ғына кәрәк!
Дүрт майшәм яйлап ҡына янып иреп бөтөүгә табан бара...
Төнгө тынлыҡта уларҙың үҙ-ара һөйләшеүе ҡолаҡҡа салынды. Уларҙың береһе:
– Мин – Ышаныс. Үкенескә күрә, минең бер кемгә лә кәрәгем юҡ. Кешеләрҙең минең турала ишеткеләре лә килмәй, шуға күрә минең артабан яныуымдан фәтүә юҡ, «тине лә, әкрен генә иҫкән елдә бәүелеп, һүнде.
Икенсе майшәм:
– Мин – Тыныслыҡ. Үкенескә күрә, кешеләр мине һаҡлай белмәй. Шунлыҡтан һүнеүҙән башҡа сарам юҡ, – тине лә әкрен генә һүнде.
Был хәлгә ҡайғырып, уларҙың өсөнсөһө:
– Мин – Мөхәббәт. Минең дә артабан яныуымдың кәрәге юҡ – кешеләр мине аңламай һәм ҡәҙерем юҡ. Улар үҙҙәрен иң яратҡан кешеләрҙе – яҡындарын күрә алмай, – тип, яйлап ҡына һүнеп ҡуйҙы.
Шул саҡ... бүлмәгә бер бала йүгереп килеп инде лә, һүнгән өс майшәмде күреп, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Нимә эшләйһегеҙ һеҙ? Һеҙ янырға тейеш – мин ҡараңғынан ҡурҡам! – һәм илай башланы.
Дүртенсе майшәм, тулҡынланып:
– ҡурҡма, илама! Мин янған саҡта башҡа майшәмдәрҙе лә тоҡандырырға мөмкин бит: мин – Өмөт!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
тәржемәһе.