RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар уятты?

19.03.2011 БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар уятты?

Был етди документ киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа тиҙ арала барып етте. ҡайһы берәүҙәр бигүк иғтибар итмәһә лә, бәғзеләр йыл һайын Мөрәжәғәтнамәгә әһәмиәт бирә, тыңлай, уҡый, өйрәнә, фекерҙәрен еткерә. Әле лә етәкселәр, зыялылар, белгестәр, ябай граждандар йәнле рәүештә уны баһалау, ниндәйҙер йомғаҡтар яһау, күҙаллауҙар алып бара. Бер нисәүһенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Лом-Али Исраилов, «Барт» чечен ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе:
– Күп файҙалы нәмә әйтелгән, улар араһынан байтағын һәр кем үҙ эшмәкәрлегенә нигеҙ итеп ала ала. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ла иғтибар бирелә. Әгәр бөгөн бизнес ил, республика етәкселегенең ярҙамынан тороп ҡала икән, ул һүнәсәк.
Торлаҡ, ипотека кредитына килгәндә, күп мәсьәләне эшләп еткерергә кәрәк. Бигерәк тә уҡытыусылар, табиптар­ға ауырға тура килә. Әгәр йәштәр торлаҡ менән тәьмин ителмәһә, киләсәктә ул быуын менән нимә булыр? Йәшәү шарттары булмаһа, ғаиләнең дә емерелеүе бар.

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй:
– Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов беҙҙең республиканың күп милләтлелегенә баҫым яһаған. Уның төбәктә милләт-ара, дин-ара ыҙғыш ҡубыуға юл ҡуймаясағына ышанам. Мин шуға иғтибар иттем: тәүҙә Президент иҡтисади, социаль күрһәткестәр тураһында һөйләне лә, артабан, иҡтисад, социаль, сәйәси мөхит менән бәйләп, нәҡ милләт-ара мөнәсәбәттәргә туҡталды. Аллаһҡа шөкөр, республикала был юҫыҡта проблемалар юҡ. Был – етәкселектең, милли-мәҙәни үҙәктәрҙең, дини институттарҙың да ҡаҙанышы. Беҙ, диндарҙар, донъяуи власҡа артабан да тотороҡло йәмғиәт төҙөргә ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостан Президенты ла төбәктә диндең үҫеүенә булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм. Беҙҙең бурыстар бер, бергә ҙур эш атҡарабыҙ.

Хәмдиә Вәлито­ва, уҡытыусы, Кушна­рен­ко районы:
– Мөрәжәғәтнамә­лә аныҡ һәм асыҡ күҙаллауҙар, бурыс­тар ҡуйылған. Ин­вес­тицияға ла етди иғтибар биреү һыҙыҡ өҫ­төнә алынған. Һуң­ғы­һы бер аҙ һағайта ла әле – инвесторҙар­ҙың барыһы ла ярҙам итергә киләме? Әммә мине, ябай кешене, иң ҡыуандырғаны шул булды: документта ипо­­­тека, эконом клас­­лы торлаҡ тура­һында әйтелгән. Был – күптәрҙе, бик күптәрҙе борсоған мәсьәлә. Әгәр ҡуйылған бу­рыс­тар үтәлә ҡал­һа, власть, ысынлап та, халыҡты ишетә, тигәненә ыша­­ныр инем.

Әлиә Хәкимова, йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһы:
– Һүҙ юҡ, Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе күп кенә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләй, йәшәйештең байтаҡ тармағына ҡағыла. Әммә, күпме иғтибар менән тыңлаһам да, рухиәткә ҡағылышлы бер нәмә лә ишетмәнем. Шуныһы күңелде борсоуға һала. Бөгөн көн үҙәгендә булған туған телдәр мәсьәләһен күрергә теләр инем. Мәҙәниәт, мәғариф та иғтибар талап итә. Инвестиция, модернизация яҡшы, әлбиттә, тик ябай кешенең ябай талаптары ла бар бит әле.

Азамат ФАЗЫлов, зыялы, Өфө ҡалаһы:
– Президент үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә «Йәмғиәттең влас­ҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш нигеҙе» тип әйтте. Был бик һәйбәт. Тик ышаныс тигәндән, мин уның һәр сығышын иғтибар менән тыңлап барам. Мәҫәлән, октябрь айында БР Президенты вазифаһына тәғәйенләнеүенә 100 көн тулыуға арналған матбуғат конференцияһында былай тигәйне: «Башҡортостан Рәсәйҙә эш хаҡы буйынса – 40-сы, торлаҡ менән тәьмин ителеү буйынса 50-се урында килә». Ә хәҙер, ярты йыл үткәс, торлаҡ менән тәьмин ителеү 56-сы урынға тиң булып сыҡҡан. ҡайһы һанға ышанырға? Әллә Мәләүездә булған «ер тетрәү» арҡаһында күп торлаҡтан ҡолаҡ ҡаҡтыҡмы икән? Был күрһәткестәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улай үҙгәрергә мөмкин түгел.
Әйткәндәй, форсат сыҡҡанда бер тәҡдимемде лә еткерәйем: власть менән халыҡ берлектә эшләһен, бер-береһен ишетһен өсөн, абруйлы белгестәрҙән Йәмәғәт советы төҙөп, мәҫәлән, БСТ каналында фекер алышыуҙар алып барырға мөмкин. Бында теге йәки был программаны, ҡарарҙы ҡабул итергәме-юҡмы тигән һорауға ла яуап табып буласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”