19.03.2011 Иң шәп сырҙар – Башҡортостанда
Бәләбәй һөт комбинаты был юлы ла яңы продукцияһы менән һөйөндөрҙө
Республика етештереүселәре Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән ойошторолған «Агрокомплекс – 2011» күргәҙмәһендә, ҡулланыусылар яратып өлгөргән аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, өр-яңы продукцияһын да тәҡдим итте. Бигерәк тә Бәләбәй һөт комбинаты етештергән сырҙар иғтибарҙы йәлеп итә ине. Әйткәндәй, уларҙы Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе, Һамар, Свердловск, Пермь һәм Омск өлкәләрендә лә һатып алып була.
Өфөнөң Спорт һарайында ойошторолған «Агрокомплекс – 2011» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе быйыл да бик бай булды. Сараға Рәсәйҙең 25 төбәгенән ҡатнашыусылар йыйылды. Илдең 200 предприятиеһынан тыш, Белоруссия, Польша, Германия, Канада һәм башҡа сит илдәр вәкилдәре лә килде. Беҙҙең республика майҙанында Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең, сит илдәрҙең дә иң шәп ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим иткән күргәҙмәлә аҙыҡ-түлек, орлоҡтар, перспективалы тоҡомло мал-тыуар һәм заманса техниканы һайлау мөмкинлеге булды. Ауыл хужалығы ойошмалары, хеҙмәтсәндәре өсөн был күргәҙмә бик мөһим. Ни тиһәң дә, бер урынға килеп, үҙеңә кәрәк мал-тыуарҙы, техниканы һайлап алыу мөмкинлеге һәр ваҡыт булып тормай.
«Агрокомплекс – 2011» Башҡортостанда үткән берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе булараҡ та әһәмиәтле. Күргәҙмә менән танышырға килгән Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, сараның мөһимлеген билдәләп, беҙҙең республика етештереүселәре тәҡдим иткән продукция менән танышты. Ул «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы әҙерләгән техника өлгөләрен дә юғары баһаланы. Беҙҙең техника ситтән килтерелгәнгә ҡарағанда арзаныраҡ, әммә был уның сифаты түбәнерәк тигәнде аңлатмай.
Әлбиттә, ауыл хужалығы тураһында һүҙ алып барғанда, ауыл туризмы хаҡында ла билдәләп үтмәй булмай. Башҡортостанда ла был тармаҡты әүҙем үҫтерергә ниәтләйҙәр. Республикала туризм, башлыса, тәбиғәт парктары һәм ҡурсаулыҡтарға бәйле үҫешә. Бигерәк тә туристарҙы Башҡортостандың иҫ киткес матур тәбиғәтен һыбай йөрөп ҡарау ҡыҙыҡһындыра. Туризм беҙҙә лә әүҙем үҫешә башланы, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
«Агрокомплекс – 2011» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡошсолоҡҡа ла ҙур урын бирелде. Уларҙың төрлө тоҡомлоларын табырға була ине, хатта экзотик ҡоштар ҙа Башҡортостанды үҙ иткән. Тик шуныһы – финанс ҡытыршылыҡтары арҡаһында ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорттоң һаны кәмегән. Был проблемалар ҙа тиҙ арала хәл ителер, тип ышанғы килә.
Быйыл беренсе тапҡыр халыҡ-ара күргәҙмәлә сәнәғәт ҡошсолоғо өсөн инкубаторҙар һәм башҡа ҡорамалдар ҙа күрһәтелде. Шулай уҡ икмәк бешереү ҡорамалдары ла халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
«Агрокомплекс – 2011» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһенең фәнни өлөшө лә бай йөкмәткеле булды. Унда көнүҙәк проблемаларҙы ҡараған «түңәрәк өҫтәл»дәр, конкурстар, кәңәшмәләр ҙә ойошторолдо.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.