12.03.2011 Был хеҙмәттең ауырлығын ул ғына белә...
йәки Хат ташыусы икмәген әсе тир аша таба
Танышымдың дүрт йәшлек улы Иҙелбайҙан: «Yҫкәс, кем булаһың?» – тип һораным. Малай күп уйлап торманы: «Ҙурайғас, атай булам, ә атайым олатай була». Баланың был тапҡыр яуабы һоҡландырҙы. Әлбиттә, ул әйтеп һалған хәбәренең асылына төшөнмәй, әммә яуапта ысынбарлыҡ ята. Күп малайҙар – атаһына, ҡыҙҙар әсәһенә оҡшарға тырыша, хатта уларҙың һөнәрен үҙ итә. Мин дә әсәйемдең сабырлығына, үҙ эшенә яуаплы ҡарауына һәр саҡ һоҡландым. Ләкин уның кеүек хат ташыусы булыу теләге башыма ла инеп сыҡманы. Уның ҡарауы, етеҙ-етеҙ аҙымдар менән ауылды «һә» тигәнсе урап үтеүсе, юлында осраған кешеләр менән ихлас аралашыусы, яңғыҙаҡ әбейҙәргә туҡталып, йорт эштәрендә ярҙамлашып йөрөүсе әсәйемә ҡарап, ҡайһы бер әхирәттәрем: «Үҫкәс, һинең әсәйең кеүек хат ташыусы булам», – тип әйтә торғайны. Хатта тиңдәш ҡыҙҙар оҙайлы йәйге каникул мәлендә беҙгә килеп, миңә эйәреп, ауыл халҡына гәзит-журнал таратыуҙы ҡыҙыҡ күрҙе. Ә бит хат ташыусының эше бының менән генә бөтмәй...
Миңә 40 көн генә тигәндә әсәйем хат ташыусы булып эшкә урынлашҡан. Шуға ла бәләкәйҙән был һөнәрҙең нескәлектәрен беләм, тип әйтергә була. Бала саҡта гәзит килгән көндө бик ҡыҙыҡ күрә инем. Бигерәк тә ҡыш көндәре иҫтә ҡалған. Күрше Буранбай ауылында хат ташыусы булып эшләүсе олатай атын егеп, Таулыҡай ауылынан почтаны барып ала ла, ҡайтышлай беҙгә туҡтай. ҡыштың әсе еленән сикәләре ҡыҙарып, гәзит-журналдар тултырылған ҙур тоҡто тотоп өйгә килеп инһә, уны ҡыш бабайҙы күргәндәй шатланып ҡаршы ала инем. Артабан тоҡ иҙәнгә бушатыла һәм әсәйем уларҙы һанап, Сыңғыҙ ауылына етерлеген алып ҡала. ҡалғанын олатай тоғона һалып ала ла, үҙ ауылына – Буранбайға юллана. Ул саҡтағы гәзит-журналдарҙың күплеге... Yҫә төшкәс, гәзит-журналдарҙы һанашып, бүлешергә ярҙамлаша башланым. Район гәзитен, «Йәшлек»те, «Башҡортостан»ды һәр ғаилә тиерлек алдыра. Уларҙың һәр береһе 100-ҙән ашыу килә ине. Журналдарҙың ниндәйе генә юҡ! «Башҡортостан ҡыҙы», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Аманат», «Здоровье», «За рулем», «Крестьянка», «Работница», «Мурзилка» – былары хәтеремдә ҡалғандары ғына. 2 – 3 өй аша тигәндәй балалар матбуғаты һалына. Гәзиттәрҙе бүлеп, уртаға бүлеп бөккәнсе апаруҡ ваҡыт уҙа, уның ҡараһына бармаҡ остары ҡап-ҡара була. ҡулың менән битеңә яңылыш тейҙеңме – битең дә ҡарая, шул саҡ бер-беребеҙгә ҡарап көлә торғайныҡ. Шулай итеп, почта килгән көн бер мажараға әйләнә. Иҙәндә йәйелеп ултырып, ғаиләбеҙ менән әсәйгә ярҙам итәбеҙ. Атайым «Башҡортостан»ды айырып, бүлеп, бөкләп бирә, бер апайыма – «Йәшлек», икенсеһенә – «Октябрь байрағы» (ул саҡта район гәзите шулай атала ине), миңә – «Йәншишмә»... Ағайым менән ҡустыма ла эш табыла. Ә әсәйем, исемлеккә ҡарап, гәзиттәрҙе ҡатлай һәм тышына йорт хужаһының исемен яҙып ҡуя. Йөҙәрләгән гәзитте айырып бүлә торғас, аҙаҡ хәл бөтә башлай. Ләкин гәзитте арлы-бирле, ҡыйыш бөкләргә ярамай – әсәйҙән эләгә... Барыһы ла әҙер булғас, йорттарҙың урынлашыу тәртибенә ҡарап, гәзит-журналдарҙы махсус сумкаға һалабыҙ. Ауылға матбуғат баҫмалары күп килгәнлектән, беҙгә бер түгел, ике сумка биргәйнеләр. Журналдар килгән көндө шул ике сумка ла етмәй ине. Шуға ла ул апайҙарҙы эйәртеп, уларға өлөшләп тоттороп, ауыл буйлап сығып китә торғайны. Ә күрше-тирәгә гәзит таратыу эше миңә йөкмәтелде. Яйлап, апайҙар ауыл мәктәбен тамамлап, ситкә уҡырға киткәс, әсәйҙең төп терәгенә әүерелдем. Ауыл буйлап гәзит таратыу тәүҙә ҡыҙыҡ тойолһа, аҙаҡ тамам ялҡытты. Йә ҡойоп ямғыр яуған мәлгә эләгәһең, йә буран ҡотора, йә эттәр баҫтыра. Айырыуса ҡыш көндәре теңкәгә тейҙе.
ҡайһы бер хужалар көслө ҡар-бурандан һуң ҡапҡа алдарын таҙартмай, ауыр йөк күтәреп, көрт йырыуҙан да ҡыйыны юҡ ине. Бәғзеләрҙең почта йәшниге булмай сыға, гәзиттәрен ел осормаһын өсөн ҡапҡанан йырыҡ эҙләп бер ни тиклем тапанаһың... Ул арала тештәрен ыржайтып, эт тә килеп сыға... Шулай ауыл урамдары буйлап уңлы-һуллы йөрөй торғас, туғыҙ километр юл үтәһең. Бер мәл һәр урам осона дөйөм почта йәшниге лә ҡуйғайнылыр. ҡарлы-буранлы көндәрҙә был бик уңайлы ине, тик ул күпкә сыҙаманы, емереп, аҡтарып киттеләр.
Эйе, гәзит-журнал таратыу – бер. Бынан тыш, әсәйем аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр өс ауылдың почтаһын берләштереп тороусы Таулыҡай ауылы почтаһына бара ине. Иртән автобус менән барһа, төшкө сәғәт 12-ләрҙә йәйәү ҡайтырға тура килә. Ике ауыл араһы – 11 километр. Әсәйгә йә балалар аҡсаһы, йә ауыл ҡарттарының пенсияһын алып ҡайтырға кәрәк. Бындай саҡтарҙа ул шыр тиргә батһа-бата, әммә өйгә имен-аман ҡайтыуына һөйөнә ине. Ни тиһәң дә, ҙур яуаплылыҡ. Шуныһы аптырата торғайны: әсәй пенсия алып ҡайтҡан көндө уның артынса өйгә кешеләр тула, хатта уға төшкө аштан ауыҙ итергә лә ирек бирмәйҙәр. Йә өйҙө контора урынына күреп, аяҡ кейемдәрен сисмәй үтә башлайҙар. Ләкин бында әсәйҙең сабырлығы бар ваҡлыҡтарҙан да юғары булған икән.
Йәнә почта хеҙмәткәрҙәренә тауар һатырға ҡушалар. Уның үҙенә күрә нормаһы ла бар. Аҙыҡ-түлекте көндөҙ алалар, ә бына тәмәке тартыусылар төндә лә килә. Быныһына ла түҙергә була бит. Тик бына ғәйбәт тигәнең... Бәғзеләр почта тауарын һатҡанға ышанмай: «Һе, ул бит үҙ әйберен һата, байый», – тип ебәрә, йәнәһе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Был ысынға тура килгән хәлдә лә, эшҡыуар булыуҙың насарлығы юҡ, әммә нахаҡ һүҙҙәр үҙәкте өтә ине.
Почта хеҙмәткәренең эшен күптәр анһат тип уйлай. Йәнәһе, аҙнаһына өс тапҡыр гәзит тарата ла – шуның менән вәссәләм. Почтальондарҙың эш хаҡы ла бик аҙ. Ә бит улар һыуыҡта өшөп, эҫелә бешеп, көнөнә йәйәүләп нисәмә саҡрым юл үтә, пенсия, балалар аҡсаһы тарата, почтаның тауарын һата, шул арала нахаҡ һүҙҙәр ҙә ишетә, эттәрҙән дә талана... Әсәйем 2004 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Шуға ҡәҙәр ул 700 һумға ла тулмаған эш хаҡына йөрөнө. Шулай, почта өлкәһендә – 22, ә дөйөм эш стажы 32 булған әсәйемә пенсияны 974 һум итеп тотторҙолар. Иларһыңмы, көлөрһөңмө? Ә шул аҡсаға биш балаһын уҡытты, аяҡҡа баҫтырҙы. 2005 йылда 20 йылдан ашыу почтала эшләүселәрҙең пенсияһын арттырыуға ҡағылышлы закон сыҡты. Тик ошо арауыҡта, почта исемен үҙгәртеү сәбәпле, әсәйем ике төрлө ойошмала эшләгән булып сыҡты. ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...
Әле үҙ күҙҙәрем менән күргәнде яҙҙым. Төп бурысым әсәйем хаҡында яҙыу түгел, ә хат ташыусының эшен тулы килеш сағылдырыу ине. Хәҙер хат ташыусыларҙан пенсия таратыуҙы талап итмәйҙәр. Был бер аҙ уларҙың эшен еңелләштерә. Почтальондарҙың сумкаһы ла ауыр түгел, сөнки гәзит-журналға яҙылыусылар бик аҙ. Элек ауылға тиҫтәләп «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдары килһә, бөгөн улар юҡ, хатта район гәзитен алдырмаусылар ҙа бар. Әсәйем хаҡлы ялға киткәнгә ҡәҙәр, йылдан-йыл гәзит-журналдың кәмеүенә уфтанып: «Йөк ауыр булһа ла, өй һайын өләшһәң, күңеллерәк була», – ти торғайны. Эйе, йөк бушау менән юл ҡыҫҡармай, гәзит-журналды өй аша өләшкән хәлдә лә, шул уҡ туғыҙ саҡрымды урап сығырға кәрәк. Ә эш хаҡы бик түбән, 2 мең һумға туламы-юҡмы... Был минималь эш хаҡын тәшкил итмәй. Быйыл ауылдарҙы берләштереп, ике ауылға бер хат ташыусы беркетеп ҡуйҙылар. Хәҙер, бәлки, законда яҙылған минималь эш хаҡын алырҙар, әммә ҡар-буранда, ел-ямғырҙа ике ауылды урап сығыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ә халыҡҡа ваҡытында почта алып бармаһаң, өҫтөңдән ялыу яҙыуҙарын көт тә тор.
Бөгөн әле телгә алынған Сыңғыҙҙа 130 өйгә почта килә. Ауыл халҡы барлығы 320 дана гәзит-журнал алдыра. Яңы йыл башынан күрше Буранбай ауылы ла Сыңғыҙ почтальонына беркетелде. Был ауылда 85 өйгә гәзит килә, барлығы 227 дана иҫәпләнә.
Юғарыла киҫкен мәсьәләне ауыл миҫалында ҡараныҡ. ҡала почтальондарының да проблемаһы баштан ашырлыҡ. Сибай ҡалаһында, мәҫәлән, аҙна һайын бер почтальон эттән тешләнеп тора. Әлеге көндә Көньяҡ һәм Таулы ҡасабаһында бер хат ташыусы иҫәпләнә. Был бик ауырға тура килә. Гәзит-журналды ваҡытында илтеү өсөн уға эңер төшкәс тә йөрөргә тура килә. Ун йыллыҡ эш стажы булған почта бригадиры Рәйлә Юнысбаева әйтеүенсә, подъездарға инеүе ҡатмарлашҡан. Күптәр домофон асҡыстарын бирмәй. Йәнә яңы йорттарҙа почта йәшниктәре юҡ. Ошо уҡ проблема дөйөм ятаҡтарға ла хас. Почта йәшниктәре булмағас, почтальондың ҡаттар буйлап, бүлмә һайын гәзит өләшә алмауы көн кеүек асыҡ.
Нимә әйтергә теләйем? Һәр бер эш ситтән ҡарағанда еңел күренә, әммә һәр һөнәрҙең үҙ ауырлығы бар. Хат ташыусының да хеҙмәте анһат түгел. Бәләкәй генә эш хаҡына күнеп, үҙ бурысын яуаплы башҡарырға тырыша икән, уны ла аңлап ҡарарға кәрәк. Һис юғында ҡышын ҡапҡа алдын көрәп, ҡарҙан таҙартып (ауыл халҡына ҡағыла), ҡоймағыҙға почта йәшниге беркетеп, эттәрҙе бәйле тотҡан хәлдә лә, һеҙ был һөнәр эйәһенә шул рәүешле үҙ ихтирамығыҙҙы күрһәтә алаһығыҙ.
Тағы ла шуныһы: гәзит ваҡытында килмәй, тип зарланыусылар бик күп. Инде был яғына ике ауылды бер почтальон хеҙмәтләндерә икән, хәл тағы ла киҫкенләшә түгелме? Почтамт етәкселеге һәр төрлө уйланмаған ҡарарҙар ҡабул иткәндә, нимәгә таяна икән? Беренсенән, ул үҙенең хеҙмәткәрҙәренең былай ҙа ауыр хеҙмәтен тағы ла ҡатмарлаштыра, икенсенән, гәзит-журналдарҙы халыҡҡа ваҡытында алып барыуҙы тәьмин итә алмай. Заманса технологиялар, прогресс хөкөм һөргән заманда почта хеҙмәте артҡа тәгәрәй түгелме? Әле почтальондарға велосипед тараталар. Был проблеманы хәл итерме икән?!
Резеда УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.