12.03.2011 Аҙна аптыратҡыстары
23 йәшлек өләсәй
Румынияла йәшәүсе Ривка Станеску – донъяла иң йәш өләсәй. Ул 11 йәшендә үк 13 йәшлек Йонелгә ғашиҡ була, һәм... бер йылдан ҡыҙҙары Мария тыуа. Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул, Марияға 11 йәш тулғас, тарих ҡабатлана. Ул да күршеһенә үлә яҙып ғашиҡ була һәм малай таба.
– Башта ҡыҙымдың бала табыуына ҡаршы булдым, үҙе лә бәләкәй бит әле, уға уҡырға, һөнәр алырға кәрәк. Тыңламаны шул, – тип уфтана хәҙер 23 йәшлек өләсәй.
ҡайһы бер йәштәр бөтөнләй ҡулдан ысҡынды шул. Өлкәндәрҙең һүҙен һанға һуҡмайҙар. Ә өләсәйҙәр белмәй әйтмәй ул.
«Ел иҫә бит»
– Ел уңдан да, һулдан да, арттан да иҫте бит, – тип аҡланды биатлонистка Анна Богалий-Титовец, сираттағы уҙышта артта ҡалғандан һуң. Биатлон буйынса донъя чемпионаты үҙебеҙҙең илдә барһа ла, уңыштар әлегә бик самалы. Быйыл яҡташыбыҙ Максим Чудовтың, башҡаларҙың да оло еңеүгә өлгәшкәне юҡ. Донъя кубогының төрлө этаптарында ла беҙҙекеләр алдыра алманы.
– Төп маҡсатыбыҙ – донъя чемпионаты, еңеүҙәр шунда буласаҡ, – тип ышандыра ине тренерҙар һәм спортсылар. Ышандыҡ, көттөк. Әле лә еңеүҙәр көтә-көтә, Анна артынан бышылдайбыҙ:
– Ел иҫте алдан,
арттан,
Шуға һөйрәләм
арттан.
Бысағы ни бысағыма!
ҡытай эшсеһе Фунь Ли һуңғы дүрт йылда баш ауыртыуынан яфаланған. Табиптарға күренгәс кенә бының сәбәбе асыҡланған. Баҡһаң, уның баш һөйәгенә ун сантиметр оҙонлоғондағы бысаҡ ҡаҙалып торған икән.
– Ярай әле ҡытайҙа эшләнгән бысаҡ булған, шәп бысаҡ ғүмереңде өҙөр ине, –тип йыуатҡан уны табиптар. Маладис ҡытайҙар – ҡырҡмай торған бысаҡ эшләргә лә өйрәнгәндәр хәҙер!