RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Штраф күпме булырға тейеш?

12.03.2011 Штраф күпме булырға тейеш?

Башҡортостанда яңы штрафтар индерелә
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың яҡын аралағы ултырышында грандиоз документҡа – Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы республика кодексына төҙәтеүҙәр индереләсәк. Закон сығарыусылар штрафтарҙы яңынан ҡарап, ҡайһыларының күләмен арттырасаҡ, ә бәғзеләре бөтөрөләсәк. Әйткәндәй, парламентарийҙар йәмәғәтселектең фекерен дә белергә теләй. Ошо маҡсатта әлеге документ сайтҡа ҡуйылған. Тимәк, һеҙҙең менән беҙҙең фекерҙәрҙең урынлы булыуы ла ихтимал. Дөрөҫ, күҙалланғандар ни бары кодекс проекты ғына, шунлыҡтан уларҙың үҙгәртелеүе лә ихтимал. Ә былай документ йәйгә ҡабул ителәсәк, план буйынса ул 1 июндән көсөнә инергә тейеш. Уның буйынса штрафтар­ҙың күләме ике-өс (!) тапҡырға артасаҡ, имеш. Мәҫәлән, билет­һыҙ йөрөүселәр быға тиклем 100 һум түләһә, киләсәктә йәнә йөҙ һум өҫтәләсәк. Юридик шәхестәр өсөн тыйылған урында сауҙа итеү 1000 – 1500 һумдан 8 000–10 000 һумға тиклем күтәреләсәк. «Йәш ғаиләне торлаҡҡа мохтаж тип таныуҙан баш тартыу» тигән яңы штраф төрө лә ҡаралған. Ул 5000 – 7000 һум буласаҡ. Башҡортостандың «ҡыҙыл китабы»на индерелгән үҫемлектәр, хайуан­дар менән эш итеү граждандар өсөн быға тиклем 1500 – 2500 һум булһа, киләсәктә ул 4000 – 5000 һумға барып баҫасаҡ. Ә хоҡуғы булғандарға был штраф 3000 – 5000 һумдан – 45000 – 50000 һумға, юридик шәхестәргә 80000 – 100 000 һумдан 200 000 – 250 000 һумға тиклем күтәреләсәк. Хайуандарҙы язалау, үлтереү өсөн ҡаралған штрафтар ҙа һиҙелерлек арта. Тыйылған урында автомобиль йыуыу граждандар өсөн 100 һумдан 3000 – 4000 һумға тиклем күтәрелһә, биләмә хужалығы тарафынан махсус урын булдырылмаған осраҡта, штраф һалынмаясаҡ. Йорттарға адрес күрһәткестәре ҡуйылмаһа, тейешле органдар 5000 – 8000 һум штраф түләйәсәк. Сәғәт ун берҙән һуң шаулаған өсөн штраф та өс-дүрт тапҡыр арта. Телефон хулигандарына быға тиклем 1000 – 2500 һум штраф һалынһа, киләсәктә ул 5000 һум булыр тип көтөлә.

Әлмира Ғәниева, «Пышка» предприятиеһы кондитеры:
– Аҙыҡ-түлеккә, ҡулланыу тауарҙарына туҡтауһыҙ хаҡтарҙы күтәреүгә ҡарағанда тәртип боҙоуҙар өсөн ҡаралған штрафтар­ҙы арттырыу дөрөҫөрәк, тип уйлайым. Кеше «яҙа» баҫыр алдынан, исмаһам, уйланыр ине. Мине бигерәк тә сәғәт ун берҙән һуң байрам итергә яратыусылар өсөн ҡаралған штрафтың күләме арттырылыуы ҡәнәғәтләндерә. Юғиһә йыш ҡына ошо мәсьә­лә буйынса борсолоу кисерәбеҙ. Милиционерҙарҙы саҡыртһаҡ та, күршеләребеҙ киҫәтеүҙәрҙе бар тип тә белмәй. Бәлки, кеҫәләренән аҡса сығара башлаһалар, тәртипкә ултырырҙар, тигән өмөттәмен. Моғайын, берәүҙең дә әле ҡаралған йөҙ һум урынына ике-өс мең һум аҡсаһын түләгеһе килмәҫ. Телефон хулигандарына ҡағылышлы штрафтарҙың артыуы ла тәртипһеҙ бала­лар­ҙы аҡылға ултыртыр ине.

Йәмилә Насирова, Салауат ҡалаһы:
– Бигерәк күп «сәпәмәкселәр» бит. Беҙҙә шулай инде ул, халыҡтың ауыҙынан тартып алырға ғына торалар. Хәйер, мин үҙем был закондың эшләренә бигүк иҫәп тотмайым. Ни өсөн тигәндә, халыҡтың ул тиклем юғары штраф түләргә аҡсаһы юҡ, тигән фекерҙәмен. Штраф һалынған осраҡта, кеше уны түләүҙән ҡасасаҡ. Ә бына йәш ғаиләләрҙе торлаҡҡа сиратҡа ҡуймау, йорт адрестарын күрһәтмәгән өсөн ҡаралған штрафтарҙы хуплайым. Ғаиләнең хоҡуғын таныу, тигән һүҙ был. Ябай ғына миҫал: бынан бер нисә йыл элек баш ҡалала йәшәүсе ҡыҙым менән кейәүемде, төрлө сәбәп табып, торлаҡҡа сиратҡа ҡуйманылар. Хәҙер уларҙың икеһенең дә йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән программаны файҙаланыр йәше үтте. Яңы штраф төрө индерелеүе ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрһә, яҡшы булыр ине. Һәр хәлдә, хакимиәттәр мөрәжәғәттәргә иғтибарлы булыр, тигән ышаныс уянды. Яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителһә, әлеге үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәлеме-түгелме икәнен күрербеҙ.

Роберт Фәйзуллин, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре:
– Штрафтарҙың күләмен арттырыуға килгәндә, өҙөп кенә яуап бирергә ҡыйын­һынам. Хәйер, был әле аныҡ ҡына һандар түгел бит әле. Йәмәғәтселектең фекере өйрәнелә. Моғайын, депутаттарыбыҙ халыҡтың һүҙенә лә ҡолаҡ һалып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итер, тип уйлайым. «ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәргә, хай­уан­дарға ҡул һуҙыусы граждандарға ҡарата штрафтың биш мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәр өсөн тағы ла юғарыраҡ күтәрелеүенә ҡаршылығым юҡ.
Йыш ҡына урамда, йылға буйында автомобиль йыуыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға тура килә. Улар гел генә: «Ә машинаны ҡайҙа йыуырға һуң?» – тип зар­лана. Тикшерә китһәң, ысынлап та, биләмәлә машина йыуыу урындары булмауы асыҡлана. Шуға күрә әлеге тәртипһеҙлек өсөн иң элек урындағы хакимиәттең яуап бирергә тейешлегенә ҡаршылығым юҡ. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре булараҡ, киске сәғәт ун берҙән һуң күңел асыуҙарға, кешенең маҙаһына тейеп, йырлап-бейеүселәргә, музыка ҡабыҙыусыларға штраф өс мең һум түгел, хет биш меңгә етһә лә, үкенерлек түгел. Йәнә, штрафтан ҡасып, барлыҡ хужалыҡтарға ла йорт һандары, урамдар исеме беркетелә башлаһа, беҙҙең эш күпкә еңеләйәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”