RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эскелек – хурлыҡ

12.03.2011 Эскелек – хурлыҡ

Әбйәлил районының ҡырҙас ауылы халҡы ла айыҡлыҡ өсөн көрәшә
Эскелек – хурлыҡБеҙҙең илдә эскелеккә ҡаршы көрәшмәнеләр түгел, күп көрәштеләр, тик һөҙөмтәһе генә артыҡ күренмәне. Һәм бына йәмғиәт, ниһайәт, көрәште эскелеккә ҡаршы түгел, ә айыҡлыҡ өсөн алып барырға кәрәклеген аңлауға етте шикелле. Сөнки алкоголиктан кеше яһарға тырышыуға ҡарағанда айныҡтарҙы эскелек юлына баҫтырмау күпкә еңелерәк. Тик бының өсөн айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауҙы киң йәйелдерергә, етәкселәргә, ололарға айыҡлыҡ өлгөһө күрһәтергә, йәштәр араһында айыҡлыҡты модаға индерергә кәрәк. Тап ошо маҡсаттан сығып, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы иғлан ителде лә инде. Һәм бына әле ул, әле был райондан үҙҙәрен дәғүәселәр итеп күрһәтеүселәр табыла ла башланы. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының ҡырҙас ауылы халҡы ла, йыйын үткәреп, республика бәйгеһенә ҡушылыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был юлдарҙы уҡығас, бәлки, ҡайһы берәүҙәр, тәү сиратта, ҡырҙастар үҙҙәре: «Тапҡандар айыҡ ауыл», – тип көлөп тә ҡуйыр.
Әлбиттә, йөҙ проценты менән айыҡ ауыл юҡ. Һәм конкурсты ойоштороусылар ҙа быға иҫәп тотмай, минеңсә, юғиһә бәйгенең күп һанлы номинацияларын булдырмаҫтар ине. Ошо темаға фекер йөрөтөп, ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы М. Баймөхә­мә­това: «Беҙ айныҡ йәшәү рәүешен агитациялау, айыҡлыҡ өлгөһө күрһәтеү номинацияларына дәғүә итә алабыҙ, – тине. – Беҙҙә был йәһәттән эш һәр коллективта, һәр ғаиләлә, һәр кеше менән бара, тиергә була. Бер учреждениеның етәксеһе лә эсмәй, элек эскәндәре лә ташланы, шуға эш урындарында эскелек туҡтаны. Ыңғай өлгөнө тәү сиратта етәксе үҙе күрһәтергә тейеш, башҡалар уға эйәрә».
Бер нисә йыл элек ҡырҙаста эскелек, ысынлап та, сәскә атҡайны. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар «йәшел йылан» менән дуҫлашып алды. Ауылда аҙғынлыҡ, урлашыу, көмөшкә һатыу көсәйҙе. Был нимә менән барып бөтөр, тип халыҡ ҡурҡыуға ҡалған бер мәлдә ауыл хакимиәте башлығы итеп Мәүҙиға Нәби ҡыҙы Баймөхәмәтованы тәғәйенләнеләр. Ул үҙенең эшендә эскелеккә ҡаршы көрәште тәүге мәсьәләләрҙең береһе итеп ҡуйҙы. Әллә күпме кешене ул йә муллаға, йә табипҡа алып барып дауалатты. Элек үҙем белгән ныҡ эскән ҡатындарҙы исемләп һорашам, барыһы ла ташлаған икән, хатта кемеһе өй, кемеһе мунса һала башлаған, балаларын уҡыуға индергән. Шундайҙарҙың береһе, өс бала әсәһе Фирҙәүес Гончаренко менән һөйләшәбеҙ. «Ирем үлеп киткәс, эргәмә үҙем кеүек яңғыҙ ҡатындар йыйыла башланы. Йәшереп тораһы юҡ, өйҙән-өйгә өймәкләшеп йөрөп эстек, – тип һөйләй ул. – Хәҙер эсмәгәс, берәү ҙә килмәй, һәр береһе донъяһын көтә, балаларын ҡарай. Мәүҙиға апайға рәхмәт инде. Ул булмаһа, ошо көндә, бәлки, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеп, кешелектән сыҡҡан булыр инем. Хәҙер балаларым янымда, улар мин эсмәгәнгә ҡыуанып бөтә алмай. Элек, ауыр саҡ булһа, ҡайғыны шешәгә һөйләй инем, хәҙер башлыҡҡа барам. Ул йыуатып ҡына ҡалмай, ярҙам да күрһәтә, рухты күтәрерҙәй һүҙен дә таба». Фирҙәүес әле атаһынан ҡалған иҫке йортта йәшәй, әммә матур итеп яңы өй һалып ята.
Күптән түгел хакимиәт башлығына ире менән икәүләп «йәшел йылан» менән дуҫлыҡты өҙгән тағы бер ҡатын ағас һорап мөрәжәғәт иткән. «Эсеүҙе ташлаттың да, хәҙер нимә эшләргә белмәйбеҙ. Ағас бир, исмаһам, өй һалырбыҙ», – тигән ул.
Элек эскенең ояһы булған фермала ла был йәһәттән тәртип урынлашыуы хаҡында һөйләне уның мөдире Фәрит Бикйәнов менән фуражер Морат Сафиуллин. Улар икеһе лә эсеүҙе үҙ теләктәре менән ташлап, йәштәргә ыңғай өлгө күрһәткәндәр. «Мәүҙиға Нәби ҡыҙы айыҡлыҡ өсөн көрәш башлағас, кешеләр бер-береһенән күреп, эсеүҙе ташлай башланы. Айыҡ кеше донъяһын рәтләй, балаларын ҡарай, башҡалар ҙа быны күреп сәмләнә. Ыңғай миҫалдар күп. Ауылыбыҙҙың шулай яңынан терелеүен күреүе ҡыуаныс», – ти улар.
Шулай ҙа ҡырҙаста өйләнмәгән йә айырылышҡан яңғыҙ ирҙәр күп. Ундайҙар араһында ла берәм-һәрәм араҡы менән дуҫлыҡты өҙә башлағандар, әммә күпселеге өйөндә эске ойоштороуын дауам итә. Шундайҙарҙың береһе иҫерек килеш руль артында беҙгә тап булды. Хакимиәт башлығы, сирләп тороуына һәм хәбәрселәр килеүенә ҡарамаҫтан, уның артынан ҡыуа төштө... Бына шулай берәүгә лә «бынан булмай» тип ҡул һелтәп ҡарамай ул. «ҡайһы берәүҙәргә ысын күңелдән һөйләшеүсе кеше генә етмәй йөрөгән була», – ти Мәүҙиға Нәби ҡыҙы.
Бер нисә йыл элек, ҡырҙастар үҙҙәрен «айыҡ ауыл» тип иғлан итәсәк, тип әйтһәләр, берәү ҙә ышанмаҫ ине. Әммә Мәүҙиға Баймөхәмәтова ышанды һәм көрәш башланы, күптәр уға теләктәшлек күрһәтте. Шулай ҙа аяҡ салыусылар ҙа бар: кемдер һаман итәк аҫтынан көмөшкә, ҡайһы бер коммерсанттар йәш быуынды эскегә өйрәтеүсе һыра һата. Әммә халыҡтың күпселеге йыйында «айыҡ ауыл» тип аталырға хоҡуғы барлығын белдерҙе. ҡырҙастар электән ғәрсел, сәмсел халыҡ булды. Моғайын, был юлы ла үҙҙәренең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, тыумышы менән икенсе яҡтан булһа ла, йәшәгән ауылының намыҫы өсөн янған башлыҡтың йөҙөн ҡыҙартмаҫтар, уның ниәттәре изге булыуын аңларҙар, берҙәмлектәрен күрһәтә алыр­ҙар, тип ышанғы килә. Мәүҙиға Нәби ҡыҙы ише һәр ауылдашы өсөн янып-көйөп торған, хатта бөткән алкаштың йөрәгенә лә асҡыс табырға тырышҡан башлыҡтар, ай-һай, күп тә түгелдер...
Рәхимә МУСИНА,
Әбйәлил районының
«Осҡон» гәзите хәбәрсеһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”