RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бүләктән бигерәк иғтибар ҡиммәтерәк...

05.03.2011 Бүләктән бигерәк иғтибар ҡиммәтерәк...

ҡатын-ҡыҙға бүләк һайлауы бер яҡлап еңел дә кеүек. Биҙәнгестәр, йомшаҡ уйынсыҡтар, сәскәләр – йәнең теләгәнен һайлап ал. Магазин кәштәләрендә нимә генә юҡ. Әммә эш бүләк алыуға килеп етһә, туҡталабыҙ ҙа ҡалабыҙ. Ә оҡшатмаһа?
Ә бәлки, был кремға уның аллергиялыр? Йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа яратмай шикелле. Нимә эшләргә?
Әлбиттә, бүләкте һәр ҡатын-ҡыҙҙың шәхси ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып һайлар­ға кәрәк. Шулай ҙа уларҙың үҙҙәре ниндәй бүләк алырға теләүен алдан белешеү ҡамасауламаҫ.
ҡатын-ҡыҙ нимәгә өмөт итә?
Зилиә, дүрт бала әсәһе:
– 8 мартҡа бүләк бирер кешеләрем – балаларым инде. Әммә аҡса әрәм итеп бүләк алып йөрөмәһендәр ине, үҙҙәренә лә кәрәк бит. Шылтыратып, йә ауылға ҡайтып, ихлас ҡотлаһалар, әсә кеше өсөн шул инде иң ҙур бүләк. Уларҙың иҫән-һау булыуы, хәл белешеп тороуы мөһим беҙҙең өсөн.

Светлана, 21 йәш:
– Атай-әсәйемдән бүләккә сумка алып биреүҙәрен көтәм. Дуҫ­лашып йөрөгән егетем сәскә бүләк итһә, бик шат булыр инем. Йомшаҡ айыуҙарҙы ла яратам. Әммә нимә бирһәләр ҙә, һөйгән кешең бүләк итһә, ҡәҙерле буласаҡ, минеңсә.

Гөлдәр, 45 йәш:
– Нимәгә миңә ҡиммәтле бүләк? Ипотека кредитын түләйһе бар. Иремдең иғтибары булһа, шул еткән. Юҡ-бар таптырып, уның башын ҡатырмайым.

Ир-егет нимә бүләк итергә йыйына?
Рөстәм:
– Матур һүҙҙәр, сәскәләр һәм бәләкәс кенә бүләктәр 8 Март көндө әсәйемә лә, һөйгәнемә лә оҡшар, тип уйлайым. Ул көндө һөйгәнем менән үткәрәсәкмен, ҡайҙалыр барып ял итеп килербеҙ, тип уйлайым.

Дамир, рәссам:
– Мин әсәйемә лә, өләсәйемә лә үҙем һүрәт төшөргән батик шарфтарҙы бүләк итәсәкмен.

Рәшит Саматов, студент:
– ҡыҙҙарға һәр саҡ оригиналь бүләк һайларға тырышам. Һуңғы һайлаған бүләгем – ҡыш көнөндә тере күбәләк. Әммә уны нисек ҡабул итерен белмәйем. Оҡшар, тип ышанам.

Ансар, Әбйәлил районы, 60 йәштәр тирәһе:
– ҡатыныма шәшке тун бүләк итеп ҡуйҙым инде. ҡартайғас та мөхәббәт бөтмәй ул, яңыра ғына. Бик матур итеп йәшәп ятабыҙ.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”