05.03.2011 Кеше матур эше менән
Беҙҙә бында һауынсылар, белгестәр етешмәй, ә һин ҡалаға туҡыусы булып китергә йыйынаһың. Ауылға эшсе көстәр нығыраҡ кәрәк, иҫәп карточкаңды бирмәйем, – тип, колхоз рәйесе И. Пеннер егәрле, эшкә сос ҡыҙҙы төрлө өгөт-нәсихәт менән ситкә ебәрмәй, ауылда алып ҡала һәм бик дөрөҫ эшләй. Баҫҡан урынында ут сәсрәтеп тора, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Сулпан Сәғитова ла рәйестең ышанысын тулыһынса аҡлай. 1975 йылдан ул «Заветы Ильича» колхозында. Ниндәй генә ауырлыҡтар, үҙгәрештәр кисермәһен, Сулпан Ғәйнетдин ҡыҙы колхозды ташламай. Йәш белгес ырҙын табағында үлсәүсе булырға ла, йөн ҡабул итергә лә, ашханала мөдир булырға өлгөрә. Иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы һәр саҡ ваҡытында һәм теүәл атҡарғаны өсөн етәкселәр ҙә, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә.
Әхмәҙулла атлы егет менән сәстәрен-сәскә бәйләгәндән һуң йәш ғаилә колхоздың үҙәк бүлексәһе – Гусевта төпләнә. Сулпан Ғәйнетдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы предприятиеһында малсылыҡ буйынса бухгалтер булып эшләй. Әлеге ваҡытта «Заветы» АХК-һының баш бухгалтеры. Ул эшләгән осорҙа хужалыҡта алты тапҡыр етәксе алмашына. Үҙ эшенең оҫтаһы булыуы арҡаһында Сулпан Ғәйнетдин ҡыҙы һәр ваҡыт директорҙарҙың уң ҡулы һәм ышаныслы ярҙамсыһы була.
– Уның өсөн эш иң беренсе урында, беҙ Сулпан Ғәйнетдин ҡыҙының эшһөйәрлегенә, ныҡышмалылығына һоҡланып, унан үрнәк алып эшләргә тырышабыҙ, – ти «Заветы» АХК-һы директоры К. ҡолмөхәмәтов.
Йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, көндәр-тәүлектәр буйы отчет эшләргә тура килһә лә, эшен яратыуын, үҙен икенсе һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмауын йәшермәй Сулпан Шәмсетдинова.
Тормош иптәше Әхмәҙулла Абдулхаҡ улы менән Илшат исемле ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ул ғаиләһе менән Әбйәлил ауылында йәшәй, һөнәрселек училищеһында уҡыта. Ике ейәне өләсәһенең телеңде йоторлоҡ тәмле бәлештәре менән һыйланып, иркәләнеп ҡайтырға һәр саҡ уның янына ашҡынып тора.
Ошо көндәрҙә Сулпан Ғәйнетдин ҡыҙының ҡот, нур бөркөп торған йортонда иҫтәлекле ғүмер байрамы – күркәм юбилейына туғандары, дуҫтары йыйыласаҡ. Улар түңәрәк табын артында юбилярға йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәрен юллаясаҡ. Уларҙың мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләйек.
Т. МАРАТОВА.
Әбйәлил районы.