RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йөрәгенең йылыһы барыһына ла етерлек

05.03.2011 Йөрәгенең йылыһы барыһына ла етерлек

Йөрәгенең йылыһы барыһына ла етерлекҡатын-ҡыҙ һәр ҡайҙа ла, хатта һайлаған һөнәрендә лә гүзәл булып ҡалырға тейеш. Үрге Йәркәй ауылындағы «ҡайынҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе Рәзифә Хам­матова ана шундайҙарҙан. Күҙҙәренән нур, йылылыҡ һирпелеп торған был мөләйем ханым 40 йылға яҡын ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән. Ғаиләһе, туғандары, дуҫтары өсөн хөрмәтле кеше, эшендә оло тәжрибәгә эйә, алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр ул. Рәзифә Фаяз ҡыҙы Илеш районының Иғмәт ауылында тыуып үҫкән.
– Атай-әсәйем һигеҙ балаға тормош бүләк итте. Ғүмер буйына эштән бушамаһалар ҙа, һәр беребеҙгә яҡшы тәрбиә бирергә өлгөрҙөләр, – тип иҫкә ала ул.
Татыу ғаиләлә хеҙмәттә сынығып үҫә Рәзифә апай. Урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын вожатый булып башлай. Ошонда үҙенең ойоштороу һәләте барлығын аңлай. Сәймә һәм Фаяз Закировтар балаларының белемле булып үҫеүенә бар тырышлығын һала. Шуға ла Рәзифә апайҙы ла дүрт йыл вожатый булып эщләгәндән һуң Өфөгә уҡырға ебәрәләр. Рәзифә Фаяз ҡыҙы баянсылар­ҙың һигеҙ айлыҡ курсын тамамлай, һуңынан Өфө ҡалаһының 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә. Ошо мәлдә яҙмыш уны Венер исемле егет менән осраштыра.
– Венер менән ғаилә ҡороуыбыҙға 33 йыл тулды. Иғтибарлылығы, сабырлығы менән үҙенә йәлеп итте, – ти Рәзифә апай. Йәш ғаилә тәүҙә Силәбе өлкәһендә йәшәй. Унда улар­ҙың игеҙ улдары Азат менән Салауат донъяға килә. Яҡын булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил. 1982 йылда Хамматовтар Илешкә ҡайтып төпләнә. Бында улдары Азамат тыуа. Әлеге көндә Азат менән Салауат Өфөлә үҙ ғаиләләре менән йәшәй, Азамат Нижневартовск ҡалаһында эшләй. Рәзифә Фаяз ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Һыҙҙырып гармунда уйнауы менән бер рәттән, моңло тауышы менән дә әсир итә ул. Әйтергә кәрәк, ғаиләләге һигеҙ баланың алтыһы гармунда уйнай. Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә лә лайыҡ булған. Райондың мәғариф бүлеге тарафынан биргән Маҡтау грамоталары ла бихисап.
– Балаларҙы, эшемде яратҡас, ауырлығы һиҙелмәй, – ти Рәзифә Фаяз ҡыҙы. Тәрбиәләнеүселәренә бар йөрәк йылыһын өләшә алыуына, туғандарына, дуҫтарына кәрәкле булыуына һөйөнөп, шунан көс алып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла?

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”