RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Буйһонмаҫ ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡалыпҡа һалып була

05.03.2011 Буйһонмаҫ ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡалыпҡа һалып була

ҡатын-ҡыҙҙың ниндәйе генә юҡ. Уларҙы ниндәй­ҙер бер үлсәүгә һалып үлсәп тә, нимә уйлағанының төбөнә төшөп тә булмай. ҡатын-ҡыҙ үҙен-үҙе аңламай, мин уны ҡайҙан аңлайым, тип уйлай ир-егет. Шулай ҙа тапҡырыраҡтары, күҙәтеүсәндәре гүзәл затты үҙҙәренсә бер нисә төркөмгә бүлеп йөрөтә. Был дөрөҫлөккә тулыһынса тап килеп тә бөтмәйҙер. Сөнки һәр кеше үҙе айырым шәхес. Шулай ҙа ир-егеттең күҙлеге аша үҙегеҙгә күҙ һалыу ниндәйҙер һығымтаға килергә, нимәнелер үҙгәртергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Кейәүҙәге ябай ҡатын
Тормош иптәше, бер нисә балаһы, эше бар. Аш-һыу әҙерләй, кер йыуа. Бөтә нәмә лә бер тәртипкә һалынған: йоҡонан тороу – иртәнге аш – балаларҙы мәктәпкә илтеү – эшкә барыу – эштән ҡайтыу – ашарға бешереү. Ниндәйҙер бүтән эшкә, театр-киноға йөрөргә ваҡыты ла, теләге лә юҡ. Башында, ашарға бешерелмәгән, кейем үтекләнмәгән, тигән кеүегерәк уйҙар ғына сыуала.

Үҙен яртылаш ҡына кейәүҙә итеп тойған ҡатын
Ире уның өсөн бары тик аҡса табыу машинаһы ғына. Хыянат итеү уның өсөн бер ни ҙә тормай. Ир-егеттәрҙе бирсәткә кеүек алмаштыра.

Кейәүҙәге ҡатын
Бер нәмә өсөн дә яраҡлы түгел. Төрлө саралар­ҙан ҡасып йөрөй, ниндәйҙер эш ҡушырҙар, тип ҡурҡа. Киноға йоҡо туйҙырыу ниәте менән генә бара. Бер төрлө кейем кейә башлаһа, шуға тоғро ҡала.

«Матрона»
Бөтәһенә лә юғарынан ҡарай. Халыҡ араһында башын ғорур сөйөп, артынан балаларын, эт етәкләгән ирен өҫтөрәп үтеп китә.
ҡатынының хыянатын ире, тешен ҡыҫып, шым ғына күтәрә.
«Айырылған»
Бер бүлмәле фатир, печенье менән шыйыҡ сәй, диван-карауат – тап ошо төшөнсәләр аша һүрәтләй ирҙәр бындай ҡатындарҙы. Халыҡ араһына сыҡмай, сөнки балаһын ҡалдырыр кеше юҡ. Йоҡлаған баланы уятмаҫ өсөн тауышланмай ғына йөрөй, төндә йә сабыйының юрғанын ябыр, йә будильник ҡуйыр өсөн әленән-әле тора.

Айырылған «йылан-ҡатын»
Балаһы юҡ. ҡиммәтле туны, ҙур фатиры, машинаһы бар. Һәм быларҙың бөтәһе лә элекке иренән суд аша тартып алынған. Ирҙәр тураһында бөтә нәмәне лә белә. Бөтәһен дә үҙенә кәрәкле юҫыҡта бейетә. Бары тик байҙар йыйыл­ған ҙур сараларға ғына йөрөй. Ир-егетте тик кеҫә ҡалынлығы буйынса ғына баһалай. Бөтөн үҙенә кәрәк нәмәне «һурып» бөтмәйенсә, тынысланмай.

Айырылған «миләүшә»
Саф һөйөү бар, тип күпме алдан­һа ла, барыбер быға ышана. Төрлө шарфтар, эшләпәләр, көмөш балдаҡтар кейеп йөрөргә ярата. Һәр саҡ нимәгәлер һоҡлана. Был тойғо әленән-әле «ҡара» меланхолия менән алмашына.

Яңғыҙаҡ «зәңгәр ойоҡ»
Әсәһенәнме, өләсәһенәнме ҡалған тыйнаҡ ҡына костюм кейеп йөрөй. Гомерҙан Борхесҡа тиклем бөтәһен дә оригиналда уҡып сыҡҡан. Әлеге тормошто бик насар аңлай. Шыйыҡ сәй һәм йомортҡа менән туҡлана. Мәҙәни саралар­ҙа урта быуаттарҙағы кеүек ҡысҡырып һөйләй, хәҙерге тәртипһеҙлекте, енси бәйһеҙлекте, эмансипацияны хурлай.

Яңғыҙаҡ күңелсәк ҡатын
Һимеҙ генә, гел шат күңелле, бик матур булмаған ҡатын. Күңелле дискотекаларҙы үҙ итә. Элекке саҡтарын иҫкә алып, рәхәтләнеп көлөргә ярата.

Ябай яңғыҙ ҡатын
Тышҡы ҡиәфәте менән иғтибарҙы йәлеп итерлек түгел. Күңелендә бер уй һәм маҡсат – нисек тә булһа кейәүгә сығырға! Бөтөн ерҙә лә үҙен нисек тоторға икәнен һәйбәт белә. Һәр ир-егетте, ғаилә тормошонда ниндәйерәк булыр икән, тип күҙаллай. Бөтөн нәмәне алдан планлаштыра. Ашарға әҙерләргә өйрәнгән. Әҙ һөйләй. Ир-егеттәрҙе бер ҡасан да әхирәттәре менән таныштырмай.
Тик шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙы төрҙәргә бүлеп, кәштәгә һалып ҡуйып булмай шул. Ул үҙгәрә, төрлө сүрәткә инә ала. Кешенең тышҡы сифаттарын ғына күреп, ялтырауығына алданыуығыҙ ҙа бар. Ялған матурлыҡҡа ымһынмағыҙ, яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ!

Руфина ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”