05.03.2011 Йондоҙнамә 7-13 март
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көсөргәнешле осор. Мәшәҡәттәрегеҙ мәңге бөтмәҫ һымаҡ. Шишәмбе тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Кесе йомала теләһә ниндәй мәсьәлә буйынса ла уртаҡ тел табыуы еңеләйер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Матди хәлегеҙ шишәмбенән һуң күҙгә күренеп яҡшырыр. Кесе йомала тырышлығығыҙ көтмәгәндә мул ғына емеш бирер. Эштәрегеҙгә ҡыҫылыусылар булһа ла, аҙнаны һәйбәт тамамларһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Шаршамбы һеҙҙең өсөн бик мөһим. Ниндәйҙер эште уңышлы тамамларһығыҙ кеүек. Маҡтау һүҙе лә ишетеүегеҙ бар. Яҡын киләсәктә эш хаҡын да арттырыуҙары бик ихтимал.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна еңелдән булмаҫ. Яҡшы белгән кешеләр тарафынан да алданыуығыҙ мөмкин. Был арала һеҙгә ашығыс аҙымдарҙан һаҡланырға ҡушыла. Йоманан һуң уйламаған сығымдар булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор икегә бүленәсәк. Шаршамбыға тиклем аҙым һайын ҡаршылыҡтар осрап торор. Күңелһеҙ һөйләшеүҙәр булыуы ла ихтимал. Йондоҙҙар был арала әүҙемлекте кәметергә ҡуша. Кесе йоманан донъяғыҙ йәмләнер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна башы байтаҡ яҡшы яңылыҡ килтерер. Был үтеп киткән ауыр көндәрҙән һуң күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Сирле кешеләрҙең хәле мотлаҡ һәйбәтләнә башлар. Ниндәйҙер ҙур эште урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала кеше араһында йыш булырға тура килер, моғайын. Абруйығыҙ ҙа мотлаҡ артыр. Кем менәндер өҙөлгән мөнәсәбәтте яңынан ялғарһығыҙ һымаҡ. Сығымдарығыҙ күбәйеп, бер аҙ аҡсаһыҙ ултырыуығыҙ бар.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна көсөргәнешлерәк килһә лә, унан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер бүләк алыуығыҙ ихтимал. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йома. Бынан тыш, аҡсалата килем дә алырһығыҙ.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаны яҡшы кәйефтә ҡаршыларһығыҙ. Йондоҙҙар эштәргә әүҙем тотонорға, тормошҡа ыңғай ҡарарға булышлыҡ итер. Шаршамбыла мул ярҙам йәки бүләктәр алырһығыҙ кеүек.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Яңы белем алыу ынтылышы көсәйер. Уҡып йөрөүселәр, фән менән шөғөлләнеүселәр мотлаҡ уңыр. Аралашыу ҙа файҙалы булыр. Яңы уйҙар, фекерҙәр тыуыр. Ғөмүмән, һеҙ теләһә ниндәй үҙгәрештәргә лә әҙерһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна бик әүҙем башланып китер. Яңы эштәрегеҙ бик яҡшы барыр. Шаршамбыла кире хәл-ваҡиғалар күбәйеп китер – көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы ихтимал. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тура килер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор тыныс булырға оҡшай. Шишәмбелә генә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр килеп сығыуы ихтимал. Кесе йомала иң мөһим ваҡиға көтөлә. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күпкә артыр.