RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауыл яҙмышы – һайлаусылар ҡулында

08.03.2011 Ауыл яҙмышы – һайлаусылар ҡулында

Ауыл яҙмышы – һайлаусылар ҡулындаБерҙәм тауыш биреү көнө алдынан БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республикала 13 мартта нисек итеп, кем өсөн һәм ни өсөн тауыш бирергә кәрәклеге тураһында аңлатма бирҙе.
– 13 мартта тағы ла һайлауҙар марафоны башланасаҡ. Хәйҙәр Арыҫланович, был көндө ниндәй һайлауҙар булыуы һәм уларҙың ҡайҙа үткәрелеүе тураһында гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөп үтһәгеҙ ине...
– Республика территорияһында 800-гә яҡын һайлау кампанияһы планлаштырыла. һөҙөмтәлә ете меңдән ашыуыраҡ депутат мандаты үҙ эйәһен табасаҡ. Шул иҫәптән бер мандатлы 28-се Отрада һайлау округында (Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы территорияһында) һәм бер мандатлы 45-се Иглин һайлау округында (Иглин, Нуриман, ҡариҙел райондары территорияһында) республика парламенты депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар ҙа үтәсәк.
Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарының – республиканың 53 районында ҡала һәм ауыл депутаттарын сираттағы һайлау көтөлә. Бынан тыш, 13 муниципаль район советы һәм 21-се округ буйынса Мәләүез ҡала советы депутаттарын өҫтәмә һайлау үтәсәк.
– Депутат мандаттарына кемдәр дәғүә итә?
– Алда торған ауыл биләмәләре советтарын формалаштырыуға республика граждандары битараф түгел. Күпселек һайлау округтарында бер мандатҡа ике йәки унан да күберәк кандидат дәғүә итә. Һәм тик 45 һайлау округында ғына (ә был 0,6 процент тәшкил итә) альтернативаһыҙ һайлау үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға депутаттарҙы өҫтәмә һайлауға һәр округтан 4-әр кандидат теркәлгән. Стәрлетамаҡта, Отрада округында, «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ сәйәси партиялары тарафынан кандидаттар күрһәтелгән, шулай уҡ ике кандидат үҙ-үҙен күрһәткән. Иглин округында дүрт кандидат та РФ Дәүләт Думаһында фракциялары булған сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелгән.
– Муниципаль һайлауҙарҙың үҙенсәлеге нимәнән ғибәрәт?
– Ауыл биләмәләре советтары үҙ һайлаусыларына башҡа вәкәләтле органдарға ҡарағанда яҡыныраҡ һәм туранан-тура халыҡ власы булып тора. Уларға урындағы бик күп мәсьәләне хәл итергә тура килә. Әлеге ваҡытта улар­ға бик ҙур бурыстар йөкмәтелә, уларҙың уңышлы хәл ителешенә ауылдың артабанғы үҫеше, ауыл халҡы тормошо-көнкүрешенең именлеге бәйле. Шуға күрә лә урындағы һайлауҙар һәр ваҡыт ауыл халҡы араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Һайлаусылар үҙҙәре ышанған һәм ауылда, хужалыҡта, дөйөм районда хәл-торошто яҡшыртыу­ға һәләтле кешеләр өсөн тауыш бирергә тырыша. Улар хәл-торошто нығыраҡ аңлай бара, үҙҙәренә иғтибарлы мөнәсәбәт талап итә. һәм кандидаттар былар­ҙы иҫәпкә алырға мәжбүр. Иң мөһиме – депутат мандатына эйә булғандан һуң үҙе өсөн тауыш биргәндәрҙең өмөт-ышанысын аҡлау. Шәхси сифаттар вәғәҙәләргә ҡарағанда мөһимерәк.
Урындағы һайлауҙарҙың үҙенсәлеге тағы ла шунда: һайлаусылар һәр кандидатты яҡындан белә. Улар үҙҙәре эргәһендә йәшәгән, ауылдың йәшәйеш-эшмәкәрлеген бергә көйләй алырлыҡ кешегә ышанысын белдерә. Лайыҡлы депутаттар корпусы булғанда ғына урындағы үҙидаралыҡтың уңышлы эшләгәнен тормош үҙе үк раҫлай.
– Заманса мәғлүмәт технологиялары йәмәғәт тормошоноң һәр өлкәһенә үтеп инә бара, шул иҫәптән һайлауҙар өлкәһенә лә. Быйыл был юҫыҡта ниндәй яңылыҡтар көтөлә?
– Демократия – ул иң тәүҙә процедура. Уның технологик яҡтан ни тиклем камилыраҡ һәм асыҡ булыуына һайлауҙарҙың ғәҙел һәм конкурентлыҡ характерында үтеүе бәйле. 13 марттағы һайлау­ҙарҙың техник яңылыҡтар менән тәьмин ителеше тураһында һүҙ алып барғанда, 2003 йылдың декабрендә РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа республика һайлаусыларының һайлау бюллетендәрен комплекслы эшкәртеүҙе ҡулланып тауыш биреүен иҫкә төшөрөп үтке килә. КОИБ – тауыштарҙы автоматлаштырылған иҫәпләү өсөн тәғәйенләнгән бюлле­тендәр­ҙе сканер аша үткәреү.
Алдағы һайлауҙарҙа Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында биш участкала, шулай уҡ Әлшәй районының Раевка ауылында биш участкала электрон тауыш биреү өсөн комплекстар (ҡағыҙ ҡулланмайынса тауыш биреү) ҡулланыласаҡ. Был комплекстарҙың үҙ өҫтөнлөгө бар: тауыш биреү һөҙөмтәләрен оператив иҫәпләү, һайлаусыларға үҙ һайлау иркен йәшерен күрһәтеү, ҡағыҙ бюллетендәр әҙерләү өсөн сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеген бирә. Һайлаусылар һайлау участкаларында һайлау башланыр алдынан уҡ ғәмәли күнекмәләр ала ала, сөнки өйрәтеүсе тренажерҙар файҙаланыла. Был эксперимент әле лә уңышлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыр, тип ышанам.
Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге артабанғы һайлау­ҙар нәҡ ошо – республиканың ауыл биләмәләре советтары депутаттарын һайлауҙарҙан башланып китә лә инде. Был һайлау­ҙарҙың урындағы кимәлдә ысынлап та эшлекле вәкәләтле органдар булдырыу­ға булышлыҡ итеүе мөһим. Шуға күрә лә һәр кимәлдәге һайлауҙа ла һәр һайлаусының ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Иң мөһиме – үҙ яҙмышыңа һәм тыуған ауылың яҙмышына битараф булмау.

Мәүлиҙә ЯҡУПОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”