RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҙна аптыратҡыстары

05.03.2011 Аҙна аптыратҡыстары

ҡатын-ҡыҙ ғына ғәйепле...
Аҙна аптыратҡыстарыВладимир Жириновский илдәге коррупцияның төп сәбәбен асыҡлаған. Баҡһаң, бөтә ғәйеп чиновниктарҙың, эреле-ваҡлы түрәләрҙең ҡатындарында икән.
– Ирҙәренән аҡса таптырыуҙан бушамайҙар, сәйәхәт итергә, ҡыйбатлы машина алырға, Париж, Лондон магазиндарын бер итеп йөрөргә кәрәк бит уларға. Ә ба­хыр ирҙәр ри­шүәт алыр­ға мәжбүр, – тип зар­ла­на ЛДПР етәксеһе.
Чиновниктарҙың һытыҡ, йонсоу йөҙҙәрен күреп, халыҡ, ил хаҡында ғына уйланып йәшәү бына ниндәй көнгә төшөрә, тип уларҙы йәлләй торғайным. Ә, ул меҫкенкәйҙәр, ҡатындарынан дер ҡалтырап, шундай сырай менән йөрөп ята, имеш. Күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ әле: ахмайылға төшөп эштән ҡайтыуға күҙҙәре ут сәскән уҫал ҡатыны көн һайын ашарҙай булып ҡаршылай:
– Бөгөн дә взятка алманыңмы, ир булып йөрөйһөң шунда, йыбытҡы. Астан үлтерәһең бит!
Әлдә үҙебеҙ түрә лә, чиновник та түгелбеҙ, Хоҙайға шөкөр!

«ҡайтып, Рәйсәнән һорайым да...»
СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачев был аҙнала үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне. ҡатыны Раисаны тормош юлында осратыуын ул яҙмышының иң оло бүләге итеп баһалай. Раиса Максимовна иренең төп кәңәшсеһе лә була. Горбачев менән эшләүселәр әйтеүенсә, иң мөһим ҡарарҙарҙы ул кисен ҡабул иткән.
Ирле-ҡатынлы Горбачевтар 40 йыл буйына һәр кис алты саҡрым атлап йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған булған. Саф һауа һулап йөрөгән саҡта ил яҙмышына ҡағылышлы ҡарарҙар тыуған да инде. Шуныһы ҡыҙыҡ – Горбачев студент сағынан алып 70 йәшенә тиклем бер үк ауырлыҡта булған, ҡатыны уның да, үҙенең дә диетаһын контролдә тотҡан. Раиса вафат булғас ҡына 20 килоға артып киткән.
ҡатынын тыңлаған – мораҙына ирешкән шул. Тик бына саф һауала тәбиғәткә һоҡланып йөрөй торғас, СССР кеүек ҡеүәтле илдең дөбөр-шатыр емерелеүен һиҙмәй ҡалыуҙары ғына йәл.

Берәҙәктәр баҫа донъяны
Бынан теүәл 90 йыл элек, 1921 йылғы хәтәр аслыҡта Рәсәйҙә 7 миллион самаһы берәҙәк бала донъя ҡыҙырып йөрөгән. Ил хөкүмәте кескәйҙәрҙең тормошон яҡшыртыу буйынса махсус комиссия булдыра. Феликс Дзержинский етәкселегендәге был комиссия махсус мәктәптәр, балалар баҡсалары аса, улар­ҙы ашатыу, уҡытыу, һөнәргә өйрәтеүҙе ойоштора. Өс йылда берәҙәктәр һаны ун тапҡырға кә­мей.
Бөгөн илебеҙҙә балалар йылдан-йыл кәмерәк тыуа, һуғыш та, аслыҡ та булғаны юҡ, нефть һатыуҙан килгән долларҙар­ҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланабыҙ – ә етемдәр, берәҙәктәр һаны арта. Рәсәйҙең ҡайһы бер белгестәре фекеренсә, илдә етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған, берәҙәк балалар һаны... 5 – 7 миллион самаһы. Аңламаҫһың, әллә илгә яңы Дзержинский кәрәк, әллә яңы социаль сәйәсәт талап ителә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”