RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дәүләт байлығына кем хужа?

05.03.2011 Дәүләт байлығына кем хужа?

Өфөлә Башҡортостан Республи­каһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, уның территориаль органдарының коллегия ултырышы үтте. Был сарала мөһим мәсьәлә – ведомствоның 2010 йылғы эш һөҙөмтәләре ҡаралды. Сарала Башҡор­тостан Республикаһы Прези­денты Рөстәм Хәмитов, Баш­ҡор­тостан Рес­публикаһы Хөкүмәте Премьер-ми­нистры урынбаҫары, республиканың иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов, БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре, етәкселәре ҡатнашты.
Алдан уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк – республика башлығы министрлыҡтың үткән йылғы эшен әллә ни ҡәнәғәтләнерлек түгел тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, министрлыҡ дәүләт мөлкәте менән етерлек кимәлдә дөрөҫ файҙаланмай. Был өлкәләге проблемалар бик етди, һәм уларҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк.
Республикала бөгөн бер нисә дәүләт предприятиеһы килемһеҙ эшләй, улар хатта, килем килтермәү генә түгел, булған сараларын артыҡ сарыф итеп, матди зыян ғына килтерә. Әлбиттә, быны дөрөҫ тип әйтеп булмай. БР Президенты әйтеүенсә, дәүләт мөлкәтен аныҡ ҡына һанап, теркәп тә ҡуймағандар. Бик йыш ҡына ер участкаһының хужаһы кем икәнлегенең осона ла сығырлыҡ түгел. Дәүләт милкен рәсми теркәмәй генә ҡуртымға биреү мәсьәләһе лә юҡ түгел.
Рөстәм Хәмитов тиҙ арала дәүләт милкен хосусилаштырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул был эштәрҙе атҡарып сығырға әҙер булырға саҡырҙы.
– Дәүләт милкен маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыу иҡтисад тулы ҡеүәтенә үҫешһен өсөн төп элемент булып тора, – тине республика башлығы. – Инвесторҙарҙы нисек кенә йәлеп итергә тырышһаҡ та, был секторҙа тәртип булмаған осраҡта беҙгә эшләргә жуликтар ғына киләсәк. Шуға ла дәүләт байлығын намыҫлы һәм бер ниндәй ришүәтселекһеҙ бүлеп сығырға кәрәк. Һеҙ йүнләп эшләмәйһегеҙ икән, бюджет аҡса ресурстарын етерлек кимәлдә ала алмаясаҡ. Шунлыҡтан беҙ кәрәкле торлаҡ һәм балалар баҡсаларын төҙөй алмаясаҡбыҙ.
Әлбиттә, дәүләт милке тураһында һөйләгәндә, рейдерлыҡ проблемаһына ла ҡағылмайынса булмай. Башҡор­тостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙә рейдерлыҡ факт­тары күҙәтелгән осраҡта был күренештәргә юл ҡуйыусыларҙы ҡаты яза көтәсәге хаҡында киҫкен рәүештә белдерҙе. Ысынлап та, кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, тигән ябай ғына мәҡәл буйынса эш итеү был осраҡта бигерәк тә урын­һыҙ. Һүҙ бюджетҡа аҡса инмәй ҡалыу арҡаһында социаль объекттарҙың төҙөлмәүе, социаль программаларҙың бойомға ашмай ҡалыуы хәүефе тураһында бара.
2010 йылда дәүләт һәм муниципаль милекте ҡулланыуҙан килгән аҡса ярҙамында тулыландырылған консолидар бюджеттың килеме 10,1 миллиард һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта реестр балансында 75 миллиард һумлыҡ милек иҫәпләнә. Муниципаль берәмектәрҙә тағы ла 120 миллиард һумлыҡ байлыҡ бар. 200 миллиард һумлыҡ активтар килтергән 10,1 миллиард һум килемде, бик аҙ, тип әйтергә була. Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, активтарҙы һөҙөмтәһеҙ файҙаланған хеҙмәткәрҙәр, коммерция күҙлегенән ҡарағанда, эшенән бушатылырға тейеш.
Ултырышта эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһалып, ағымдағы йылға пландар төҙөлдө. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы алдынан ғына яңы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был ҡарар буйынса, ведомствоның эшмәкәрлеген Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәте башлығы урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов координациялаясаҡ. Страте­гик предприятиеларҙы артабан һөҙөмтәле эшләтеү өсөн бизнес-план төҙөләсәк.
Ултырышта шулай уҡ дәүләт милкен дөрөҫ һанамау проблемаһы булыуы билдәләнде. Иҫәпкә алыу аныҡ түгел, мәҫәлән, ерҙең 15 проценты рәсми теркәлмәгән килеш ҡуртымға бирелә.
Президент әйтеүенсә, кисекмәҫтән министрлыҡ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Ысынлап та, ҡайһы бер ер участкаларына кемдең хужа булыуы һаман да аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Республика башлығы ер мәсьәләһе һәм дәүләт милкенә ҡағылған бер нисә миҫалды ла атап үтте. Мәҫәлән, Иглин районында бер ҡайҙа ла теркәлмәгән ер участкаларын рәхәтләнеп һатҡандар, хәҙер был проблеманы суд аша хәл итергә тура килә. Йомағужа һыу һаҡлығысы объекттарының ысынбарлыҡтағы хаҡы 6 миллиард һум тәшкил итә. Ә инде «Росреестр»ҙа уның хаҡы ниндәйҙер мөғжизәле юл менән 60 миллион һум тип билдәләнгән. Был миҫалдар тәүге тапҡыр закон боҙоу осраҡтары ғына түгел. Тик бындай хәл артабан ҡабатланмаҫ, тип ышанғы килә.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”