26.02.2011 Тимер йыйғанда... хазина тапҡан
51 йәшлек Геннадий Зимин беҙҙең эраның IV – V быуатынан һаҡланған дилбегә, ҡылыс һәм кинжалы булған ирҙәр портупеяһын Курск өлкәһе Фатежский районының Волниковка ауылы эргәһендә табып ала.
Эшенән яҙғас, нисек тә ғаиләһен туйындырыр өсөн ир металл һыныҡтары йыйып тапшырыу менән шөғөлләнә башлай. Үҙенең ауылы эргәһендә тимер ҡалдыҡтары бөткәс, металл эҙләү яйланмаһын алып, икенсе урынға бара.
«Баҫыу буйлап китеп барһам, тимер эҙләгесем «телгә килде», көрәк менән ҡаҙыуым булды, ниндәйҙер әйберҙәр килеп сыҡты. Яҡшылап ҡараһам, боронғо биҙәүестәр, – тип һөйләй ул саҡта боронғо хазинаға юлығыуын Г. Зимин. – Бының менән туҡтап ҡалманым, тағы ла берәй нәмә табылмаҫмы икән, тип, 30 кв. метр ерҙе ҡаҙып сыҡҡанмын».
Геннадий табышын һаҡ ҡына итеп ҡулъяулыҡҡа төрә лә алып ҡайта. Өйөндә тутыҡҡа ҡаршы шыйыҡса менән биҙәүестәрҙе таҙартып, Железногорскиға алып бара. Һатып алыусыларҙы оҙаҡ эҙләмәй ул. Иң башта иң ҡиммәтлеләре өсөн 35 мең һум бирәләр, һуңынан ҡалған биҙәүестәр «Поиск» боронғо ҡомартҡылар йыйыу клубы ағзаһына 15 мең һумға һатыла.
Был әйберҙәрҙең Курск өлкәһенән Брянскиға килеүен Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре белеп ҡала. Тарихи ҡомартҡыларҙы һатып алыусыларға ҡаршы енәйәт эше асыла. Геннадий Зимин суд тарафынан административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Прокуратура уны урта быуатҡа ҡараған археологик объектты үҙ белдеге менән ҡаҙып сығарыуҙа ғәйепләй. Ғалимдар, металл эҙләүсенең табышы ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләй. Эксперттар, табылған әйберҙәр баҙар хаҡтары буйынса бер миллион долларлыҡ хаҡҡа торошло, тип билдәләгән.
Алексей КОВАЛЕВ, адвокат:
– Закон буйынса хазина табыусы кеше уның хаҡының 25 процентын үҙенә алырға хоҡуҡлы. Табышҡа юлыҡҡан кеше, нимәләр табыуын милиция, прокуратура, Федераль именлек органдарына хәбәр итергә тейеш. Хазинаны фотоға төшөрһәгеҙ ҙә насар булмаҫ. Аҡсаны, ҡағиҙә булараҡ, төбәк йәки федераль бюджет түләй.