RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ЭСТОН ЕРЕ ЛӘ  БОРОНҒО ТАБЫШТАРҒА БАЙ

26.02.2011 ЭСТОН ЕРЕ ЛӘ  БОРОНҒО ТАБЫШТАРҒА БАЙ

Эстонияның Анья улусында йәшәүсе берәү Линнакс ауылы янындағы колхоз баҫыуҙарының береһендә викингтарҙың байлығына юлыҡҡан. Был табыш өсөн ул хөкүмәттән 100 мең евро көтә. Бөтәһе лә законда ҡаралғанса: аҡса 200 мең евроға баһаланып, бәхетле табыш эйәһе уның ярты хаҡын алыр­ға тейеш.
Был кешене металл эҙләүсе ҡорамал менән баҫыуҙа йөрөргә нимә мәжбүр иткән һуң? Әлегә хазина табыусының исеме сер итеп тотола. Илдең Боронғо һәйкәлдәр­ҙе һаҡлау буйынса департаментының баш инспекторы Антс Каунт табыш эйәһен, дөрөҫ эш иткән, закон буйынса хазинаны урынынан ҡуҙғатмайынса, тейешле органдарға хәбәр иткән, тип маҡтаған.
Эш былай була. Эрик Хэкки (исемен шартлы рәүештә шулай алайыҡ) иҫке баҫыуҙы йөрөп ҡарап сығырға була, ҡулына металл эҙләүсе ҡорамалын да эләктерә. Ни ғәжәп, ерҙә тимер булыуын иҫкәрткән яйланма тауыш бирмәһенме! Иң тәүҙә бысаҡ килеп сыға, уның артынан балта табыла, артынса ватыҡ балсыҡтан яһалған көршәк менән боронғо тәңкәләр ҙә пәйҙә була. Эрик Хэкки, таныш археологына шылтыратып, хазина табыуы тураһында хәбәр иткәс, колхоз баҫыуына килгән археологтар Англия, Дания, Швеция, Венгрия, Италия, Богемиянан булған 1300 көмөш аҡса табып ала. Ғәрәп тәңкәләре лә була. Эксперттар фекеренсә, викингтар был аҡсаны ғына һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған, ә көмөш көнкүреш кәрәк-яраҡтарын иретеп бөткәндәр. Тарихсылар, викингтар аҡсаны 1060 йылда һаҡлауға һалған, тип иҫәпләй. Был күренеш халыҡтың сауҙа һәм хәрби маршруттары тураһында һөйләй. Табыштың нумизматик географияһы буйынса был маршруттар бик киң. «Кем һуң ул викинг? Ул – пират һәм яугир, табыш һәм хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн дан эҙләүсе, сауҙа менән шөғөлләнеүсе, кеше аяғы баҫмаған утрау­ҙар эҙләп диңгеҙҙә йөҙөүсе. Скандинавия экспансияһында ҡатнашыу­сыларҙың барыһы ла Х – ХI быуаттарҙа викингтар булмаған», – тип иҫәпләй викингтар буйынса белгес Арон Гуревич. Уның фекеренсә, күмелгән ҡалдыҡтар был осорҙағы билдәле нормандарҙың сауҙала урлашыу юлы менән күп байлыҡ алып ҡалғанлығын һөйләй. Ергә күмеп ҡалдырыу­ҙары ла шул байлыҡты һаҡлау маҡсатында эшләнгән. Улар хәрби походтарҙа яулап алынған байлыҡтарын, уңыш саҡырып ята, талисман булараҡ хеҙмәт итә, тип уйла­ған. Шуға был хазина яу үткән урындар­ҙа, яр буйҙарында, каруандар юлында күмелгән. Хазиналар тарихына фәнни яҡтан ҡарағанда, викингтарҙың һәм сауҙагәрҙәрҙең юл маршруттарын өйрән­һәң, та­быш­ҡа, ысынлап та, юлығырға була.
Әлеге хазина һуңғы йылдарҙа Эстонияла табыл­ған тәүге ҡомартҡы түгел. 2007 йылда Сааремаа утрауында ла викингтарҙың байлыҡтары табылғайны. Табыш хужаһы уның өсөн 32 мең евро алған. Швецияның Готланд утрауында хазина эҙләүселәргә 1946 – 1956 йылдар «көмөш быуат» булған. Был осорҙа 4200 тәңкә һаҡланған 14 урын, ҡиммәтле биҙәүестәр, иретелгән көмөш әйбер­ҙәр табылған. Археологтар әйте­үенсә, викингтарҙың байлыҡтары әле тулыһынса табылып бөтмәгән. Сөнки улар ХVlll – ХlХ быуаттар­ҙа ла хәрби походтарҙа йөрөгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”