01.03.2011 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мөрәжәғәте
Ошо йылдың 5 февралендәге асыҡ ултырышынан һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәт һөжүменә дусар ителде. Сираттағы киңәйтелгән йыйылышҡа (26 февралгә билдәләнгәйне) тиклем ҡоролтай активистарына туранан-тура һөжүм дә башланды. Артур Иҙелбаевтың, Айрат Дилмөхәмәтовтың ҡапыл ҡулға алыныуҙары, Фәнзил Әхмәтшиндан һорау алыу ошоға дәлил булып торған кеүек. Әхмәтшин, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булараҡ, ултырышта сығыш яһарға тейеш ине. Ә инде сара буласаҡ көндө билдәле шәхестәр Нияз Мәжитов, Рауил Бикбаев, Ләлә Биишева, Ниязбай Сәлимовтарҙың фатирҙарына ла Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп киткән.
БДУ-ның тарих факультеты студенты, уҡыу алдынғыһы, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловты уҡыуҙан ҡыуыуҙарын нисек аңларға? Йәштәр араһында юрый көсөргәнеш тыуҙырырға маташыумы был?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшенә ошондай законһыҙ ҡыҫылыуҙар күп милләтле Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡҡа аяҡ салыуға йүнәлтелгән.
Был акциялар кешенең конституция хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙа һәм беҙ властан, БР буйынса Эске эштәр министрлығынан тикшереү эштәрен асыҡ алып барыуҙы талап итәбеҙ.