26.02.2011 Аҙна аптыратҡыстары
Партиялы ҡыш бабай
ҡыш бабай «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы булып сыҡты.
– Ахмаҡлыҡ был, ҡыш бабайҙың милләте лә, дине лә юҡ, ул бер ниндәй партияға ағза булып та инә алмай, быны һәр бала белә, – тиһегеҙме?
Ә бына «Берҙәм Рәсәй» партияһының Курск бүлексәһендә башҡаса уйлайҙар. Улар «ҡыш бабай – «Берҙәм Рәсәй»ҙән тип аталған һүрәттәр конкурсы ойошторған. Унда ҡатнашҡан балалар ҡиммәтле бүләктәр эләктереү өсөн ниҙәр генә эшләмәй!
Бер отҡоро ҡыш бабайҙы «Берҙәм Рәсәй» символы – айыуға атландыра, икенсеһе ҡыш бабайҙың башы урынына... айыуҙыҡын ҡуя. Өсөнсөһө уларҙы ҡосаҡлаштыра ла, һүрәт аҫтына:
– Яңы йылдан беҙ икебеҙ ҙә бер партия ағзаһы, – тип яҙып ҡуя.
Үәт, әй, партияға етәкселәр һәм етәксе булырға теләгән бабайҙар ғына инә, тип уйлаһам, хәҙер ҡыш бабай ҙа, ҡайһы бер йәнлектәр ҙә ошо фирҡәгә ағза булып инә, имеш.
Дейеү баштары кәмемәй
Дейеү менән көрәшеүсе батыр хаҡындағы әкиәтте хәтерләйһегеҙме? Батыр дейеүҙең бер башын ҡырҡып өҙһә, уның урынына өс баш үҫеп тора. РФ финанс министры Алексей Кудриндың ил чиновниктарының һанын ҡыҫҡартыу кәрәклеге хаҡындағы сираттағы тәҡдиме ошо алышты хәтерләтә.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып чиновниктар һанын ҡыҫҡартыу тураһында ҡарарҙар әленән-әле донъя күреп торҙо. Һөҙөмтәлә уларҙың һаны 70 процентҡа... артты. дәүләт аппаратын тотоу ил ҡаҙнаһына йылына 809 миллиард һумға төшә. Был аҡсаға Айға осорға, меңәрләгән саҡрым юл һалырға, йөҙәрләгән реактив самолет төҙөргә була. Шул уҡ ваҡытта АҡШ, Көнбайыш Европа илдәрендә чиновниктар һаны йылдан-йыл кәмей. Бары тик Рәсәйҙә генә кәметеү арттырыуҙы аңлата.
Баҙар-маҙар
Өфө ҡала хакимиәте башлығы П. Качкаевтың әйтеүенсә, баш ҡалаға яңы баҙарҙар кәрәк икән.
Үәт, әй, ҡалаға нимәлер етешмәгән кеүек ине шул. Элек гөрләп торған завод-фабрикалар урынында йә банкылар, йә булмаһа, баҙарҙар асып бөтһәләр ҙә, һаман етешмәй, имеш, улар. Кисә Үҙәк баҙарҙы ҡыҙырып йөрөгәйнем. Ҙур-ҙур сауҙа залында йөҙәрләгән һатыусы шул залда йөрөгән унлаған һатып алыусының иғтибарын нисек йәлеп итергә белмәй аптырай. Ун һатыусыға бер һатып алыусы булғас, ни ҡылһындар? Бәлки, ҡала етәкселәре бер һатып алыусыға йөҙ һатыусы булдырыу бурысын ҡуялыр? Ул сағында Өфөбөҙгә бик күп иркен яңы баҙар кәрәк буласаҡ әле.