RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Жириновскийға нимә етмәй?

26.02.2011 Жириновскийға нимә етмәй?

ҡыҙыу холҡо менән ил сәйәсмәндәре араһында айырылып тороусы Владимир Жириновский яңыраҡ Башҡортостанды Өфө крайы тип үҙгәртергә тәҡдим итте. Татарстанды, мәҫәлән, ҡаҙан крайы итергә мөмкин, ти ул. Башҡа милли республикаларҙың да исемдәрен үҙгәртеүҙе кәрәк тип таба. Жириновский үҙенең тәҡдимен шулай аңлата: йәнәһе, үҙгәртһәң, милли республикаларҙың атамаһы дөрөҫ яңғырамай, тип берәү ҙә «ҡылтаймаясаҡ».
«Бөтә милли төбәктәрҙе географик атамалары менән йөрөтөргә кәрәк. Мин уны инде 20 йыл тәҡдим итәм. Мин һәр ваҡыт Рәсәйҙең милли ҡоролошона ҡаршы булдым. Бындай ил донъяла юҡ бит. Большевиктар уйлап сығарған уны», – ти ЛДПР-ҙың «легендар» лидеры.
Уның иҫәпләүенсә, милли республикалар булмаһа, берәү ҙә милләткә баҫым яһамаҫ ине. Шул тиклем дә «фекер»ҙе әйтеү өсөн ни тиклем «аҡыл» кәрәк!
– Был тәҡдимгә ҡәтғи кире ҡараштамын, хатта был турала әйтергә лә теләмәйем, – тип ризаһыҙлығын белдерҙе БР Президенты Рөстәм Хәмитов.
Әлегә башҡа милли төбәктәрҙән ҡаты ғына яуап ишетелмәй... Шулай ҙа был сәйәсмән менән килешеүселәр юҡ түгел. Һуң, Башҡортостанды Өфө губернаһы итәсәкбеҙ, тип ҡырталашыусылар хаҡында ишетеп-ишетеп ҡалабыҙ ҙа баһа. Күҙ алдына килтерәһегеҙме шуны? Боронғоға ҡайтыу­ҙан файҙа юҡ икәнен белмәйҙәр, күрәһең. Улайға китһә, губернанан нисәмә быуат алда Башҡорт иле тигән атама әллә күпме сәйәхәтсенең юлъяҙмаһында теркәлгән. Жириновский кеүектәр, милли төбәктәргә яҫҡынып, Рәсәйҙе тағы ла тарҡалыу хәленә төшөрмәксе, ахыры.

Закир СӘЙФУЛЛИН, уҡытыусы:
– Мин, ғөмүмән, Жириновскийҙы етди кеше тип һанамайым. Ул бер нисә йыл элек беҙҙе (ни өсөн башҡорттарҙы ла ҡушҡандыр инде?) Монголияға ҡыумаҡсы булғайны, әйтерһең, беҙ шунан килгән. Бәлки, ысынында шулай ҙа уйламайҙыр, үҙен айырып күрһәтергә сираттағы тырышыуылыр. Юҡһа, Владимир әфәнде милли республикаларға «бомба» ташлай ҙаһа! Конституцияны һанға һуҡмағанын күрһәтә бит.

Ғәлиә ҡУРАМШИНА, аспирант:
– Минеңсә, Владимир Вольфович үҙенең репертуарында – нисектер иғтибар йәлеп итергә теләй. Өфө крайы, ҡаҙан крайы бер нисек тә булыуы мөмкин түгел, бындай үҙгәртергә маташыуҙар халыҡ күтәрелешенә килтерәсәк. Милли төбәктәргә ҡарата төрлө «тамшаныу»ҙарға күпме түҙергә була?! «Россиян» тигән берҙәм милләт булдырайыҡ, тиҙәр. Бәлки, шул да сәбәпсе булғандыр әле Жириновскийҙың аҡылһыҙ тәҡдименә. Рәсәй Конституцияһының баш һүҙе үк «беҙ, Рәсәйҙең күп милләтле халҡы» тип башлана. Унан килеп, исем алмаштырыуҙар күп сығым талап итәсәген белмәйме икән ни ул? Аҡсаны бит былай ҙа илдәге бер туҡтауһыҙ реформалар йотоп ҡына тора.

Эдуард НЕГАНОВ, иҡтисадсы:
– Жириновский бер нәмәнән дә ҡурҡып тормай, маладис! Ни уйлай, шуны әйтә белә. Нилектән милли төбәк атамаларын үҙгәртергә ти һуң? Беҙ Рәсәй берҙәмлеге тураһында һөйләйбеҙ, ә шул милли республикалар, дәүләт эсендә дәүләт булып, илде бүлгеләй кеүек. Етмәһә, Президенттары ла бар. Бер илдә ул ниткән күп Президент ти?! Мин Өфө крайы булыуы яҡлымын. Бынан бит беҙҙең милләт юғалмай. Уның ҡарауы, «Башкартастан» тигән хаталы яңғыраштар ҙа булмаҫ.

Рәшит АЙСЫУАҡОВ, йәмәғәт эшмәкәре:
– Жириновский, милли төбәктәрҙе большевиктар уйлап сығарған, тип бара. Йәнәһе, шулай булғас, беҙ иҫкелек ҡалдығынан ҡотолорға тейеш булабыҙ. Владимир Вольфович ғәфү итһен, әммә уның тәҡдиме буйынса берәү ҙә илде яңынан «һүтеп, ямамаясаҡ». Рәсәй бит тотош тиерлек килмешәктәрҙән торған Америка түгел. Беҙҙең илдең үҙенсәлеге лә күп милләтле булыуында һәм уларҙың күп төрлө мәҙәниәте берләшеп йәшәүендә.
Эйе, бөгөн илдә милли мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Хәҙер тоталитар дәүләт түгелбеҙ, әммә милли өлкәлә СССР-ҙан һаҡланып ҡалған традициялар дауам итә. Шул уҡ ваҡытта әле милләт-ара һалҡын һуғыш бара кеүек. Рәсәйҙең аңлашылмаған милли сәйәсәте хафаға һала. Жириновский әфәнде иһә утҡа кәрәсин өҫтәмәксе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”