RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БЕРГӘЛӘП ЭШЛӘҮ һӨҘӨМТӘһЕҘ ҠАЛМАҪ

19.02.2011 БЕРГӘЛӘП ЭШЛӘҮ һӨҘӨМТӘһЕҘ ҠАЛМАҪ

БЕРГӘЛӘП ЭШЛӘҮ һӨҘӨМТӘһЕҘ ҠАЛМАҪДүртенсе властың – киң мәғлүмәт сараларының халыҡтың сәйәси аңына һәм тәртибенә йоғонтоһоноң, йәғни йәмәғәтселек фекерен тыуҙырыуҙағы роленең мөһимлегенә БР Үҙәк һайлау комиссияһы ойошторған кәңәшмәлә айырым баҫым яһалды. Унда Үҙәк һайлау комиссияһы һәм республика, район киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Һөйләшеү Башҡортостанда 2011 йылда уҙасаҡ һайлауҙарҙы мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү, һайлау комиссиялары менән баҫмалар­ҙың берлектәге эшмәкәрлеге менән һайлаусыларҙың әүҙемлеген күтәреү тураһында барҙы.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев үҙенең сығышында журналистар иғтибарына 13 мартта, Берҙәм һайлау көнөндә, республикала ике бер мандатлы һайлау округтары (Стәрлетамаҡ ҡалаһында 28-се Отрада һәм өс районды – Иглин, Нуриман, ҡариҙел райондарын берләштергән 45-се Иглин) буйынса дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарын, 13 муниципаль район һәм Мәләүез ҡалаһы советтары (барлығы 21 һайлау округы буйынса) депутаттарын өҫтәмә һайлау, шулай уҡ 53 муниципаль районда ҡала һәм ауыл советтары депутаттарын сираттағы һайлауҙа 7378 депутат мандаты буласағы, һайлаусылар исемлегенә 1 миллион 200 меңдән ашыуыраҡ һайлаусы индерелеүе, һайлауҙарҙы 54 территориаль һайлау комиссияһы ойошторасағы тураһында еткерҙе.
Гәзит уҡыусыларҙың һайлау хоҡуҡтарын арттырыу өҫтөндә эшебеҙҙе башлап, түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткереүҙе зарур тип таптыҡ: БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауға һәр округтан дүртәр кандидат теркәлгән. Йәмғеһе депутатлыҡҡа 16 мең тирәһе кандидат күрһәтелгән булһа, шуларҙың 15733-ө теркәлгән. 114 кандидатҡа теркәүгә рөхсәт бирелмәгән, 65-е – кандидаттарҙы күрһәтеү процесында, 18-е теркәлгәндән һуң кандидатлыҡтан төшөп ҡалған.
Киләһе һайлауҙар буйынса сәйәси фирҡәләр әүҙемлеген күрһәтә: «Берҙәм Рәсәй»ҙән – 7069, КПРФ-тан – 247, ЛДПР-ҙан – 443, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән – 859, үҙ-үҙен күрһәтеү юлы менән 7115 депутатлыҡҡа кандидат теркәлгән.
Сығыш яһаусының һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта һайлау участкаларын ойоштороу эше тамамлан­ған: терри­ториаль һайлау комиссиялары 2393 участка һайлау комиссияһы төҙөгән.
Һайлауҙар процесы март һайлауҙары менән генә тамамланмаясаҡ. Һайлаусы­лар­ҙың гражданлыҡ әүҙемлеген тағы ла йыл аҙағындағы – декабрҙәге алтынсы саҡырылыш РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын, 2012 йылдың мартында РФ Президентын, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ҡала округтары, ҡалалар советтары депутаттарын, 2012 йылдың октябрендә БР-ҙың муниципаль райондар советтарына депутаттар, 2013 йылдың мартында бишенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарын һайлауҙар һынап ҡараясаҡ. Шулай итеп, һайлау комиссияларын ғына түгел, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен дә халыҡтың аңын «ағартыу» буйынса алһыҙ-ялһыҙ эш көтә.
Әйткәндәй, кәңәшмәлә сығыш яһаусы БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов, журналистарҙың иғтибарын республиканың социаль-сәйәси секторы үҫешендә әүҙем ҡатнашыуға йүнәлтеп, Башҡортостандың әлеге депутаттар корпусының (һәр кимәлдә лә) үҙҙәренең төп функцияһын – республика халҡы мәнфәғәттәре тураһында етерлек хәстәрлек күрһәтмәүен билдәләне.
– Был хәлде үҙгәртергә кәрәк, – тине ул. – Баҫмалар халыҡҡа советтарҙың нимәнән ғибәрәт икәнлеген, уларҙың көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге әһәмиәтен аңлатырға тейеш. Вәкәләтле һәм башҡарма власты кешеләргә йөҙ менән борорға ваҡыт.
БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, сығыш яһаусыларҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, фекерҙәр плюрализмын декларациялау менән генә сикләнмәйенсә, уны бойомға ашырыу мөмкинлеген биргән яңы форматта эшләргә өйрәнеү мөһим, тигән һығымта яһаны.
Һайлауҙар темаһын тулы сағылдырыу, халыҡҡа аңлатыу өсөн журналистар был системаның һәм процестың сетерекле мәлдәрен иң тәүҙә үҙҙәре үҙләштерергә тейеш. Һайлау комиссияларына йәлеп ителгән баҫмалар вәкилдәренә, әлбиттә, күпкә еңел – улар был эште эс яҡтан белә. Балаҡатай район гәзите мөхәррире Анатолий Сафиканов, мәҫәлән, ошо муниципаль райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе булып тора. Шунлыҡтан һайлау комиссияһы менән редакцияның берлектәге эшен ойоштороу уның өсөн бик ҡулай. Ул хатта һайлауҙар тураһындағы закондың бүлектәрен, статьяларын яттан белә. Редакцияның һайлауҙар буйынса эшен дөрөҫ ойоштороу буйынса тәҡдимдәре кәңәшмәлә ҡатнашҡан баш мөхәррирҙәр өсөн бик файҙалы булды. Әйтәйек, территориаль һайлау комиссиялары үҙҙәре төҙөгән календарь планды редакцияларға бирһә, ике яҡ өсөн дә отошло. Йәки депутатлыҡҡа кандидаттарға үҙҙәренең программалары менән гәзит битендә сығыш яһау өсөн берҙәй мөмкинлек бирелеүе, ниндәй материалдар түләүле, ниндәйҙәре түләүһеҙ булырға тейешлеген, һайлау комиссияһы рәйесе булараҡ та, мөхәррир булараҡ та, аңлайышлы итеп һөйләп бирҙе. Үҙҙәренең район гәзитендә балаҡатайҙар халыҡ өсөн даими «Һайлаусы мөйөшө» тигән рубрика алып бара һәм был электораттың әүҙемлеген күтәреү мөмкинлеген бирә икән. гәзит битендә шулай уҡ әүҙем позициялы кешеләргә, йәмәғәт ойошмалары ағзаларына һүҙ бирелә.
Тыңлаусылар өсөн «Иглинские вести» гәзите мөхәррире урынбаҫары Вера Старухинаның Иглин районында һайлау комиссиялары менән редакцияның үҙ-ара аңлашып һәм килешеп эшләү тәжрибәһе менән таныштырыуы күптәр өсөн яҡшы ҡулланмаға әйләнде.
Һуңғы йылдарҙа республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы халыҡты һайлауҙарға йәлеп итеү, кешеләрҙең гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыу өсөн бик күп ойоштороу эше башҡара. Сәбәп – һуңғы ике-өс тиҫтә йылда халыҡтың һайлау участкаларына йөрөмәүе, бигерәк тә йәштәрҙең бындай кампанияларға битарафлығы, үҙҙәренең һайлаусы хоҡуҡтарын аңлап етмәүе. Был сәбәптәрҙең «төбөнә төшә» башлаһаң, халыҡтың депутаттарға, атап әйткәндә, власҡа ышанмауы ярылып ята. Шунлыҡтан республика Президентының халыҡтың власҡа ышанысын ҡабат ҡайтарыуға кәрәклегенә баҫым яһауы юҡҡа түгел. Уның төп фекере – халыҡ власҡа түгел, ә власть халыҡ өсөн эшләргә тейеш.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”